-
Ул һынауҙарҙа тоғро булғанИмандарын өлгө итеп алығыҙ
-
-
Төҙәткәндә тоғро булып ҡалған
11. Ғайса үҙ шәкерттәрен ҡайҙа алып бара? (Төшөрмәне лә ҡара.)
11 Тиҙҙән Ғайса илселәре һәм башҡа шәкерттәре менән төньяҡҡа табан юллана. Унда, Вәғәҙә ителгән ерҙең төньяҡ сигендә, Ермон тауы урынлашҡан. Ҡар менән ҡапланған шул тауҙың түбәһе ҡайһы саҡта хатта Галилея диңгеҙенән дә күренеп тора. Улар Филипп Кесарияһының тирә-яғына һибелгән ауылдар аша үтә. Тауға яҡынлашҡан һайын, тау уларға тағы ла бейегерәк булып күренәb. Шул ғәжәп матур урындарҙан Вәғәҙә ителгән ерҙең көньяғына иҫ киткес күренеш асыла. Шунда Ғайса шәкерттәренә бер мөһим һорау бирә.
12, 13. а) Ни өсөн Ғайса кешеләрҙең үҙе хаҡында нимә уйлауын белергә теләй? б) Петерҙың яуабында уның ысын иманы нисек сағылған?
12 «Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй?» — тип һорай Ғайса. Шул ваҡытта Петерҙың үҙ Остазына төбәлеп ҡарағанын күҙ алдыңа килтер. Ғайсаның тәрән ҡарашында игелек һәм аҡыллылыҡ сағыла. Ғайса шуны белергә теләй: уның һүҙҙәрен ишеткән һәм мөғжизәләрен күргән кешеләр уның хаҡында нимә уйлай. Шәкерттәр киң таралған төрлө хаталы ҡараштарҙың ҡайһы берҙәрен һөйләп бирә. Әммә Ғайсаның күберәк белгеһе килә: уның шәкерттәре лә шундай уҡ хаталы ҡарашта тормаймы? Шуға күрә Ғайса былай ти: «Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?» (Лука 9:18—20).
-
-
Ул һынауҙарҙа тоғро булғанИмандарын өлгө итеп алығыҙ
-
-
b Галилея диңгеҙендәге һыу кимәле диңгеҙ кимәленән 210 метрға түбәнерәк. Шул урындан Ғайса үҙ шәкерттәре менән диңгеҙ кимәленән 350 метр бейеклектә урынлашҡан ергә йүнәлә. Уларҙың 50 саҡрымдай юлдары ғәжәп матур урындар аша үтә.
-