Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Ул «шул хаҡта уйлап йөрөгән»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
    • 10 Бына Йософ менән Мәрйәм кеше мыжғып торған ҡалаға килеп инә. Иҫәпкә алыныр өсөн, күп кешеләр ҡалаға алдараҡ килгән, шуға күрә ҡуныр өсөн буш бүлмә ҡалмағанb. Йософ менән Мәрйәмгә һарайҙа туҡталырға тура килә. Ҡатынының көсәйә барған ауыртыуҙан интегеүен күргәндә, Йософтоң йөрәге өҙөлөрҙәй булғандыр. Мәрйәм быға тиклем әле бер ҡасан да шундай ауыртыу ғазаптарын кисермәгән. Тап ошо урында уны тулғаҡ тота башлай.

      11. а) Ни өсөн һәр ҡайһы ҡатын Мәрйәмдең хәлен яҡшы аңлай ала? б) Ғайса ниндәй мәғәнәлә «беренсе бала» булған?

      11 Һәр ҡайһы ҡатын Мәрйәмдең хәлен аңлар. Яҡынса 4 000 йыл элек Йәһүә, ҡатындар, бала тапҡанда, мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында ғазап кисерер, тип алдан әйткән (Баш. 3:16). Күрәһең, ундай ғазаптар Мәрйәмде лә ситләтеп үтмәй. Лука Мәрйәмдең ғазаптары хаҡында бер нәмә лә әйтмәй. Ул: «Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын — Улын тыуҙырған», — тип кенә яҙа (Лука 2:7). Эйе, Мәрйәм «үҙенең беренсе балаһын» таба, әммә киләсәктә ул кәм тигәндә ете баланың әсәһе булыр (Марк 6:3). Әммә был бала уның башҡа балаларынан һәр саҡ айырылып торасаҡ. Ул бит Мәрйәмдең генә беренсе балаһы түгел, ул — Йәһүәнең дә яратылғандарының беренсеһе, уның берҙән-бер Улы (Кол. 1:15).

      12. Мәрйәм тыуған балаһын ҡайҙа һалған, һәм Ғайсаның тыуған урыны кешеләрҙең һүрәтләүҙәренән нисек айырылып торған?

      12 Лука күптәргә билдәле булған бер нескәлек өҫтәй: «Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған» (Лука 2:7). Кешеләр, Мәсихтең тыуған урынын күрһәтеп төрлө рәсемдәр, композициялар яһағанда, уның тыуыуын сәхнәләштергәндә, ғәҙәттә, барыһын күпертеп күрһәтә. Әммә уның тыуған урыны ысынында ниндәй булған? Алда әйтеп кителгәнсә, Йософ менән Мәрйәм аҙбарҙа туҡталған. Ундай урында һауа ла саф түгел, ә таҙалыҡ тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Әгәр һайлау мөмкинлеге булһа, ниндәй ата-әсә балаһының тыуыу урыны итеп йылы, таҙа ерҙе түгел, ә һарайҙы һайлар ине? Ғәҙәттә, ата-әсәләр балалары өсөн иң яҡшыһын һайлай. Ә Мәрйәм менән Йософ Алланың Улына, әлбиттә, иң яҡшыһын бирергә теләгән.

      13. а) Нисек Мәрйәм менән Йософ ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләргә тырыша? б) Аҡыллы ата-әсәләр, Мәрйәм менән Йософтан үрнәк алып, ниндәй маҡсаттар ҡуя?

      13 Нисек кенә булмаһын, мөмкинлектәренең сикле булыуы уларҙы өмөтһөҙлөккә төшөрмәй һәм күңелдәрен ҡатырмай. Улар көсөнән килгәндең барыһын эшләй. Мәҫәлән, Мәрйәм балаһы тураһында наҙлы итеп ҡайғырта: ул уны йүргәккә төрә лә ипләп кенә утлыҡҡа һала. Балаға йылы булһын өсөн һәм ул тыныс ҡына йоҡлаһын өсөн, Мәрйәм хәстәрлек күрә. Шулай итеп, Мәрйәм ауыр шарттар арҡаһында борсолоп, ҡайғыға батып ултырмай, ә хәленән килгәндең барыһын эшләргә тырыша. Шулай уҡ Йософ менән Мәрйәм шуны аңлай: иң мөһиме — баланың рухи ихтыяждарын ҡайғыртыу. (Ҡанун 6:6—8-ҙе уҡы.) Бөгөн балаларын боҙоҡ донъяла тәрбиәләгән аҡыллы ата-әсәләр үҙҙәре алдында шундай уҡ маҡсаттар ҡуя.

  • Ул «шул хаҡта уйлап йөрөгән»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
    • b Ул ваҡыттарҙа ҡалаларҙа юлсыларға ҡуныр өсөн урын биреү ғәҙәти хәл булған.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу