-
Нисек итеп хәҡиҡәттә булмаған туғандарҙың күңелен йомшартырға?Күҙәтеү манараһы 2014 | 15 март
-
-
Беренсе быуатта Андрей иң тәүгеләрҙән булып Ғайсаның Мәсих икәнен аңлаған. Был хаҡта ул шунда уҡ кемгә әйтергә ашыҡҡан? «Ул [Андрей], иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: „Беҙ Мәсихте (Мәсих — „Май һөртөлгән Зат“ тигәнде аңлата) таптыҡ“, — ти[гән]». Андрей Петрҙы Ғайса янына алып килгән, йәғни ағаһына Мәсихтең шәкерте булып китергә мөмкинлек асҡан тиергә була (Яхъя 1:35—42).
-
-
Нисек итеп хәҡиҡәттә булмаған туғандарҙың күңелен йомшартырға?Күҙәтеү манараһы 2014 | 15 март
-
-
Андрей менән Корнилийҙың үҙ туғандары хаҡында шулай ҡайғыртыуы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Андрей ҙа, Корнилий ҙа үҙ туғандары хаҡында, берәй ваҡыт хәҡиҡәтте белерҙәр әле, тип уйламаған. Андрей ағаһы Петрҙы Ғайса менән үҙе таныштырған, ә Корнилий туғандары Петрҙың һөйләгәнен ишетһен өсөн, уларҙы үҙенә саҡырған. Ләкин Андрей ҙа, Корнилий ҙа туғандарын Ғайса шәкерте булырға көсләмәгән, хәйлә лә ҡороп маташмаған. Бында үҙебеҙ өсөн ниндәй һабаҡ күрәбеҙ? Беҙгә лә тап шулай эш итергә кәрәк. Беҙ туғандарыбыҙ менән ниндәйҙер фекерҙәр менән бүлешә йәиһә уларға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт һәм имандаштарыбыҙ менән танышыр өсөн мөмкинлек аса алабыҙ. Әммә уларҙың ихтыяр иреген сикләмәйбеҙ һәм баҫым яһарға теләмәйбеҙ. Туғандарға ярҙам итеү хаҡында әйткәндә, Германиянан ирле-ҡатынлы Йюрген һәм Петра миҫалы беҙгә яҡшы өлгө булып тора.
-