-
Нисек яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
5. Башҡаларҙың выжданын хөрмәт ит
Төрлө кешеләр төрлө ҡарарҙар ҡабул итә. Беҙ башҡаларҙың выжданын нисек хөрмәт итә алабыҙ? Ике хәлде ҡарап сығайыҡ:
1-се хәл. Косметика ҡулланырға яратҡан апай-ҡәрҙәш яңы йыйылышҡа күсә, ә ундағы апай-ҡәрҙәштәрҙең күбеһе ныҡ биҙәнеүҙе яратмай.
Римдарға 15:1 һәм 1 Коринфтарға 10:23, 24-те уҡы, шунан һуң һорауҙарға яуап бир:
Ошо аяттарға нигеҙләнеп, апай-ҡәрҙәш ниндәй ҡарар ҡабул итә алыр ине? Әйтәйек, һинең выжданың нимәлер эшләргә рөхсәт итә, ә башҡа кешенең выжданы шул уҡ эште эшләргә рөхсәт итмәй, ти. Шул саҡта һин нимә эшләрһең?
2-се хәл. Ағай-ҡәрҙәш шуны белә: Изге Яҙма иҫерткес эсемлектәрҙе самаһын белеп эсеүҙе хөкөм итмәй. Әммә ул бөтөнләй эсмәҫкә хәл итә. Ҡунаҡҡа барғанда, ул башҡа ҡәрҙәштәрҙең иҫерткес эсемлектәр эсеүен күрә.
Вәғәзсе 7:16 һәм Римдарға 14:1, 10-ды уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:
Ошо аяттарға нигеҙләнеп, ағай-ҡәрҙәш ниндәй ҡарар ҡабул итә алыр ине? Әйтәйек, берәй кеше һинең выжданың рөхсәт итмәгәнде эшләй, ти. Быны күргәс, һин нимә эшләрһең?
Нисек яҡшы ҡарар ҡабул итергә?
1. Нисек эш итергә тип, Йәһүәнән ярҙам һора (Яҡуб 1:5).
2. Изге Яҙманан һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәттән һинең осрағыңа тура килгән принциптарҙы табыр өсөн, тикшеренеү үткәр. Шулай уҡ тәжрибәле мәсихселәр менән кәңәшләшеп була.
3. Эҙемтәләр тураһында уйлан: ҡабул иткән ҡарарың үҙеңдең выжданыңа һәм башҡаларҙың выжданына нисек тәьҫир итер?
-
-
Ни өсөн беҙҙең кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ мөһим?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
2. Тышҡы ҡиәфәтебеҙ имандаштарыбыҙға нисек тәьҫир итә?
Нисек кейенергә икәнен үҙебеҙ һайлаһаҡ та, беҙгә һәр ваҡыт өҫ-башыбыҙҙың башҡаларға нисек тәьҫир итеүе тураһында уйларға кәрәк. Беҙ бер кемдең дә тойғоларын рәнйетергә теләмәйбеҙ, ә «башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғырт[ырға]» тырышабыҙ. (Римдарға 15:1, 2-не уҡы.)
-