Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Йыйылыш өлкәндәре — шатланыуыбыҙҙы теләгән хеҙмәттәштәр
    Күҙәтеү манараһы 2013 | ғинуар 15
    • 6, 7. а) Өлкәндәр Ғайса, Павел һәм Алланың башҡа хеҙмәтселәренән ниндәй үрнәк ала ала? б) Ни өсөн исемдәре менән өндәшеү ҡәрҙәштәрҙе шатландыра?

      6 Беҙҙең ҡәрҙәштәрҙең күбеһе, өлкәндәрҙең шәхси иғтибар күрһәтеүе шатландыра, тиҙәр. Өлкәндәр быны Дауыт, Илуй һәм Ғайсаның үҙенән үрнәк алып эшләй ала. (2 Самуил 9:6; Әйүп 33:1; Лука 19:5-те уҡығыҙ.) Йәһүәнең ошо тоғро хеҙмәтселәренең һәр береһе, кешегә исеме менән өндәшеп, уға ихлас ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Павел да имандаштарын иҫләү һәм уларға исеме менән өндәшеү мөһим икәнен аңлаған. Бер хатының аҙағында ул 25-тән ашыу ҡәрҙәшен исеме менән атап сәләмләгән. Уларҙың араһында Персида булған. Уның тураһында Павел: «Ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ», — тип яҙған (Рим. 16:3—15).

  • Йыйылыш өлкәндәре — шатланыуыбыҙҙы теләгән хеҙмәттәштәр
    Күҙәтеү манараһы 2013 | ғинуар 15
    • 8. Павел Йәһүәнән һәм Ғайсанан ниндәй үрнәк алған?

      8 Бынан тыш, Павел, имандаштарын ихлас маҡтап, уларға иғтибар күрһәткән. Был да уларҙы шатландырған. Павел, «беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ», тип яҙған хатында шулай уҡ: «Һеҙҙең менән бик ғорурланам», — тип тә әйткән (2 Кор. 7:4). Был маҡтау һүҙҙәре, моғайын, Коринфтағы ҡәрҙәштәрҙең күңелен йылытҡандыр. Павел шулай уҡ башҡа йыйылыштарҙы ла маҡтаған (Рим. 1:8; Флп. 1:3—5; 1 Фес. 1:8). Рим йыйылышына яҙған хатында Персиданы иҫкә алып, ул уны, «Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған», тип маҡтаған (Рим. 16:12). Был тоғро апай-ҡәрҙәшкә шундай маҡтау һүҙҙәрен ишетеү бик рәхәт булғандыр! Башҡаларҙы маҡтап, Павел Йәһүәнән һәм Ғайсанан үрнәк алған. (Марк 1:9—11; Яхъя 1:47-не уҡығыҙ; Асыл. 2:2, 13, 19.)

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу