Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Ни өсөн донъяла яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт күп?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 26-сы дәрес. Дауаханала ҡайғыға батҡан атай-әсәй бәләгә эләккән улдары янында ултыра.

      26-СЫ ДӘРЕС

      Ни өсөн донъяла яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт күп?

      Берәй бәлә-ҡаза килеп сыҡһа, кешеләр, ғәҙәттә: «Нишләп былай булды?» — тип һорай. Бәхеткә ҡаршы, Изге Яҙма был һорауға асыҡ яуап бирә.

      1. Нисек яуызлыҡ донъяға үтеп ингән?

      Шайтан Иблис Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән. Ул башҡалар менән идара итергә теләгән, шуға күрә тәүге кешеләрҙе, Әҙәм менән Һауаны, үҙенә ҡушылырға ҡотортҡан. Бының өсөн Иблис Һауаны алдаған (Башланмыш 3:1—5). Ул Һауаны, Йәһүә минән ниндәйҙер яҡшы нәмәне йәшерә, тип уйларға этәргән. Шайтан, кешеләр Алланы тыңламаһа, бәхетлерәк булыр ине, тип әйтергә теләгән. Һауаға, үлмәйһең, тиеп, ул тәүге ялғанды әйткән. Шуға күрә Изге Яҙмала Шайтан «ялғансы һәм ялғандың атаһы» тип атала (Яхъя 8:44).

      2. Әҙәм менән Һауа нимәне һайлаған?

      Йәһүә Әҙәм менән Һауаға ҡарата бик йомарт булған. Ул уларға, Эден баҡсаһындағы бөтә ағастан да ашай алаһығыҙ, тик береһенән генә ашамағыҙ, тигән (Башланмыш 2:15—17). Әммә улар барыбер шул ағастың емешен ашарға булған. Тәүратта әйтелгәнсә, Һауа «емеште алды ла ашаны». Һуңынан Әҙәм дә «ашаны» (Башланмыш 3:6). Улар икеһе лә Алланы тыңламаған. Камил булғанға күрә, Әҙәм менән Һауа өсөн дөрөҫ эш итеү тәбиғи булған. Улар белә тороп Алланы тыңламаған. Шулай эшләп, Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылған һәм Алланың идараһын кире ҡаҡҡан. Был ҡарарҙары уларға күп ҡайғы килтергән (Башланмыш 3:16—19).

      3. Әҙәм менән Һауаның ҡарары беҙгә нисек тәьҫир иткән?

      Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғас, уларҙың гонаһы бөтә тоҡомдарына күскән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған» (Римдарға 5:12).

      Беҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында яфа сигәбеҙ. Ҡай саҡ үҙебеҙҙең насар ҡарарҙарыбыҙ арҡаһында интегәбәҙ. Ҡай саҡ башҡаларҙың дөрөҫ булмаған ҡарарҙары арҡаһында яфаланабыҙ. Ә ҡай саҡ тейешһеҙ ваҡытта тейешһеҙ урында булғанға ғазапланабыҙ. (Вәғәзсе 9:11-ҙе уҡы.)

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Ни өсөн Алланың донъялағы яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт өсөн яуаплы булмағанын һәм беҙ интеккәндә уның нимә хис иткәнен ҡарап сыҡ.

      4. Ғазаптарыбыҙҙа кем ғәйепле?

      Күптәр, бөтә донъя менән Алла идара итә, тип уйлай. Был ысынлап та шулаймы? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

      ВИДЕОЯҘМА: «Донъя менән кем идара итә?» (1:24)

      Яҡуб 1:13 һәм 1 Яхъя 5:19-ҙы уҡы ла һорауға яуап бир:

      • Кешеләрҙең ғазаптарында Алла ғәйеплеме?

      5. Шайтандың идараһы нимәгә килтергән?

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

      ВИДЕОЯҘМА: «Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?» (өҙөк) (3:07)

      Башланмыш 3:1—6-ны уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:

      • Шайтан ниндәй ялған әйткән? (4-се һәм 5-се аяттарҙы ҡара.)

      • Шайтандың, Йәһүә кешеләрҙән ниндәйҙер яҡшы нәмәне йәшерә, тип әйтергә теләүе ниндәй һүҙҙәрҙән күренә?

      • Шайтандың һүҙҙәре буйынса, кешеләргә бәхетле булыр өсөн Йәһүәнең идараһы кәрәкме? Был уның ниндәй һүҙҙәренән күренә?

      Вәғәзсе 8:9-ҙы уҡы һәм яуап бир:

      • Йәһүә идара итмәй башлағандан һуң, донъя нисек үҙгәргән?

      Рәсемдәрҙә: Эден баҡсаһынан алып киләсәктәге ожмахҡа тиклемге шарттарҙы тасуирлаған һүрәттәр. A. Йәшеллеккә сумған ожмах; Б. Кешеләрҙең быуаттар буйы идара итеүе ялған диндәрҙең таралыуына, кешеләрҙең бүленешенә, һуғыштарға һәм тәбиғәттең бысраныуына килтергән. Ҡеүәтле империяларҙың һәм хөкүмәттәрҙең һүрәте: Мысыр, Ҡытай, Греция, Рим, Бөйөк Британия һәм Ҡушма Штаттар; В. Кешеләр тергеҙелгән ожмахта йәшәй.
      1. А. Әҙәм менән Һауа камил булған һәм ожмахта йәшәгән. Ләкин улар, Шайтанды тыңлап, Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргән

      2. Б. Фетнәнән һуң донъя гонаһ, ҡайғы-хәсрәт һәм үлем менән тулған

      3. В. Йәһүә гонаһ, ҡайғы-хәсрәт һәм үлемде бөтөрәсәк. Кешеләр яңынан камил булып китәсәк һәм ожмахта йәшәйәсәк

      6. Йәһүә ғазаптарыбыҙҙы күрә

      Аллаға беҙҙең ғазап сигеүебеҙ барыберме? Дауыт батшаның һәм илсе Петрҙың һүҙҙәренә иғтибар ит. Зәбур 31:7 һәм 1 Петр 5:7-не уҡы һәм һорауға яуап бир:

      • Йәһүәнең ғазаптарыбыҙҙы күреүе һәм беҙҙе йәлләүе һиндә ниндәй хистәр уята?

      7. Алла кешеләрҙең бөтә ғазаптарын бөтөрәсәк

      Ишағыя 65:17 һәм Асылыш 21:3, 4-те уҡы ла һорауға яуап бир:

      • Ни өсөн Йәһүәнең бөтә ғазаптарҙы һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрәсәген белеү йыуата?

      Һин белә инеңме?

      Шайтан, беренсе ялғанды әйткәндә, Йәһүәгә яла яҡҡан. Нисек итеп? Ул, Йәһүәнең ғәҙел һәм ҡайғыртыусан идарасы булыуын шик аҫтына алып, уның исеменә тап төшөргән. Оҙаҡламай Йәһүә, бөтә ғазаптарҙы бөтөрөп, үҙенең исемен аҡлаясаҡ. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, ул үҙ идараһының иң яҡшыһы икәнен иҫбат итәсәк. Йәһүәнең исемен аҡлау — Ғаләмдәге иң мөһим мәсьәлә (Матфей 6:9, 10).

      ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Алла ғазаптарҙы кешеләрҙе һынар өсөн бирә».

      • Һин нимә тип әйтер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Донъялағы бөтә яуызлыҡ өсөн тәү сиратта Шайтан Иблис һәм беренсе ике кеше — Әҙәм менән Һауа яуаплы. Йәһүә ғазаптарыбыҙҙы күрә һәм оҙаҡламай уларҙы бөтөрә.

      Ҡабатлау

      • Шайтан Иблис Һауаны нисек алдаған?

      • Әҙәм менән Һауаның фетнәһе беҙгә нисек тәьҫир иткән?

      • Йәһүәнең ғазаптарыбыҙҙы күргәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Изге Яҙма буйынса гонаһтың нимә икәнен бел.

      «Гонаһ нимә ул?» (интернет-мәҡәлә)

      Шайтандың Эден баҡсаһында ниндәй бәхәсле һорауҙар күтәргәне хаҡында уҡы.

      «Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 ғинуар)

      Ошо ҡатмарлы һорауға йыуаныс килтергән яуапты бел.

      «Холокост нилектән килеп сыҡҡан? Ни өсөн Алла уға юл ҡуйған?» (интернет-мәҡәлә)

      Бер ирҙең ғазаптар хаҡында нимә белгәнен ҡара.

      «Мин бүтән яңғыҙ түгелмен» (5:09)

  • Ғайсаның үлеме беҙҙе нисек ҡотҡара ала?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • Кешеләр гонаһ ҡыла, ғазап сигә һәм үлә, сөнки беренсе пар Әҙәм менән Һауа Аллаға буйһонмағанa. Әммә хәлебеҙ өмөтһөҙ түгел. Йәһүә үҙенең Улы Ғайса Мәсих аша кешелекте гонаһ менән үлемдән ҡотҡарыр өсөн саралар күргән. Изге Яҙма буйынса, Ғайса үҙ ғүмерен биреп йолом түләгән. Йолом — берәйһенең азат ителеүе өсөн түләнгән хаҡ. Ғайса, был хаҡты түләр өсөн, үҙенең камил ғүмерен биргән. (Матфей 20:28-ҙе уҡы.) Ул, үҙ теләге менән ерҙә мәңге йәшәү хоҡуғынан баш тартып, беҙгә Әҙәм менән Һауа юғалтҡанды ҡайтарырға мөмкинлек биргән. Бынан тыш, был ҡорбан Йәһүәнең һәм Ғайсаның беҙҙе ни ҡәҙәр яратҡандарын күрһәтә. Ошо дәрес һиңә Ғайсаның ҡорбанын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итер.

      1. Ғайсаның үлеме беҙгә бөгөн ниндәй файҙа килтерә?

      Беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы, шуға күрә йыш ҡына эштәребеҙ менән Йәһүәне күңелһеҙләндерәбеҙ. Әммә ысын күңелдән үкенеп Йәһүәнән Ғайса Мәсих аша ғәфү үтенһәк, беҙ Алланың дуҫтары булып ҡала алырбыҙ. Беҙгә шулай уҡ хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫ өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк (1 Яхъя 2:1). Изге Яҙмала былай тиелә: «Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте» (1 Петр 3:18).

      2. Ғайсаның үлеме беҙгә киләсәктә ниндәй файҙа килтерер?

      Йәһүә Ғайсаны кешеләр өсөн үлергә ебәргән. Ғайса, үҙенә иман иткән «бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн», үҙенең камил кеше ғүмерен биргән (Яхъя 3:16). Бының ярҙамында Йәһүә Әҙәмдең тыңламаусанлығы килтергән бөтә зыянды тиҙҙән юҡ итәсәк. Тимәк, Ғайсаның ҡорбанына иман итһәк, беҙҙең ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү мөмкинлеге тыуа (Ишағыя 65:21—23).

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Ғайсаның үҙ ғүмерен ни өсөн биргәнен һәм был һиңә ниндәй файҙа килтергәнен ентекләберәк ҡарап сыҡ.

      3. Ғайсаның үлеме беҙҙе гонаһ менән үлемдән азат итә

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса ни өсөн үлгән?» (1-се өлөш) (2:01)

      • Аллаға буйһонмайынса Әҙәм ниндәй мөмкинлекте юғалтҡан?

      Римдарға 5:12-не уҡы һәм яуап бир:

      • Әҙәмдең гонаһы һинең тормошоңа нисек тәьҫир иткән?

      Яхъя 3:16-ны уҡы һәм һорауға яуап бир:

      • Ни өсөн Йәһүә үҙенең Улын ергә ебәргән?

      А. Рәсемдәрҙә: 1. Әҙәм Аллаға буйһонмағандан һуң. 2. Бер кешене ерләйҙәр. Рәсемдәрҙә: А. Әҙәм Аллаға буйһонмағандан һуң. Б. Ғайса Мәсих. Б. Рәсемдәрҙә: 1. Ғайса Мәсих. 2. Төрлө расанан һәм мәҙәниәттән булған төрлө йәштәге кешеләр.

      4. Ғайсаның үлеме бөтә кешеләргә лә файҙа килтерә ала

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса ни өсөн үлгән?» (2-се өлөш) (2:00)

      • Нисек бер кешенең үлеме бөтә кешеләрҙе ҡотҡара ала?

      1 Тимофейға 2:5, 6-ны уҡы һәм яуап бир:

      • Әҙәм камил кеше булған, уның гонаһы арҡаһында бөтә кешеләр гонаһ менән үлемде мираҫ итеп алған. Ғайса ла камил кеше булған. Ни өсөн ул тейешле йолом биргән тип әйтеп була?

      5. Йолом — Йәһүәнең һиңә биргән бүләге

      Йәһүәнең дуҫтары йоломдо үҙҙәренә бирелгән бүләк тип һанай. Миҫал өсөн Галаттарға 2:20-не уҡы һәм яуап бир:

      • Илсе Павел йоломдо үҙенә бирелгән бүләк итеп ҡабул иткәнен нисек күрһәткән?

      Әҙәм гонаһ ҡылғас, ул үҙе һәм уның бөтә тоҡомдары үлемгә хөкөм ителгән. Әммә Йәһүә үҙенең Улын ебәргән. Ғайса, үҙ ғүмерен биреп, беҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеген асҡан.

      Ошо аяттарҙы уҡыған саҡта Йәһүәнең үҙ Улының ғазапланыуын күргәндә ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдына килтер. Яхъя 19:1—7, 16—18-ҙе уҡы һәм яуап бир:

      • Йәһүә менән Ғайсаның һинең өсөн ниндәй ҡорбандарға барғанын белеү һиндә ниндәй хистәр тыуҙыра?

      КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Нисек бер кешенең үлеме бөтә кешеләрҙе ҡотҡара ала?»

      • Һин нисек яуап бирер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Ғайсаның үлеме нигеҙендә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә һәм беҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеген бирә.

      Ҡабатлау

      • Ни өсөн Ғайса үлгән?

      • Ни өсөн Ғайсаның камил ғүмере тейешле йолом була алған?

      • Ғайсаның үлеме һиңә ниндәй файҙа килтерә ала?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Ни өсөн Ғайсаның камил ғүмере йолом тип атала?

      «Ғайсаның ҡорбаны нисек итеп „күптәрҙе йолоп“ ала?» (интернет-мәҡәлә)

      Ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәк?

      «Ғайса пәйғәмбәр ниндәй мәғәнәлә Ҡотҡарыусы?» (интернет-мәҡәлә)

      Йәһүә етди гонаһтарҙы ғәфү итә аламы?

      «Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 1 май)

      Ғайсаның ҡорбаны бер иргә холҡон үҙгәртергә ярҙам иткән.

      «Мин инде бүтән рәхимһеҙлек ҡоло түгел» (интернет-мәҡәлә)

      a Гонаһ — ул ниндәйҙер насарлыҡ ҡылыу ғына түгел. Был һүҙ шулай уҡ Әҙәм менән Һауанан күскән насарлыҡҡа тартылыуҙы ла аңлата.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу