Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Терелеүгә өмөтөбөҙ ҡаҡшамаҫ!
    Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2020 | декабрь
    • Ғайса күккә күтәрелә. Аҫтараҡ беренсе быуатта йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәр төшөрөлгән.

      Ғайса беренсе булып күктәге тормошҡа терелгән (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)c

      15. 1 Коринфтарға 15:22-лә кемдәр тураһында әйтелә?

      15 Иғтибар итегеҙ, Павел «Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ» тип яҙған (1 Кор. 15:22). Павелдың хаты Коринфтағы майланған мәсихселәргә яҙылған булған, улар күктәге тормошҡа терелеүҙе көткән. Павел шул мәсихселәр тураһында «Ғайса Мәсих аша... Уның изгеләре булырға саҡырылғандар» тигән. Ул яҙғанса, улар «Мәсихкә инанып үлгәндәр» (1 Кор. 1:2; 15:18; 2 Кор. 5:17). Алла тарафынан рухланып яҙған башҡа хатында Павел: «Мәсих менән үлемдә берҙәй үк берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән буласаҡбыҙ», — тигән (Рим. 6:3—5). Ғайса рух булараҡ терелтелгән һәм күккә күтәрелгән. Шунлыҡтан Мәсих менән берҙәмлектә булғандарҙы, йәғни майланған мәсихселәрҙе лә шундай уҡ киләсәк көтә.

  • Терелеүгә өмөтөбөҙ ҡаҡшамаҫ!
    Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2020 | декабрь
    • 17. Ғайса менән берҙәмлектә булған мәсихселәр үҙҙәренең күктәге бүләген ҡасан алырға тейеш булған?

      17 Павел коринфтарға хат яҙғанда, Мәсих менән берҙәмлектә булғандарҙың терелтелеүе әле башланмаған булған. Павел, киләсәккә иғтибар итеп, былай тип яҙған: «Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк» (1 Кор. 15:23; 1 Фес. 4:15, 16). Бөгөн беҙ Мәсихтең килеүе ваҡытында йәшәйбеҙ. Эйе, үлеп киткән илселәр һәм башҡа майланған мәсихселәр үҙҙәренең бүләген алыр өсөн һәм «үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән» булыр өсөн Ғайсаның килеүен көтөргә тейеш булған.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу