Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 сентябрь 27 б.
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Терелеүгә өмөтөбөҙ ҡаҡшамаҫ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • «Яңынан тыуыу» нимәне аңлата?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • «Үлеләр нисек терелер?»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 сентябрь 27 б.
Ныҡ яҡтылыҡҡа күҙе сағылып Савл ергә йығылған. Уның янында йәһүдтәр йыйылған.

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Павел үҙе тураһында «мин етлекмәй тыуған бала кеүек» тип әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан? (1 Коринфтарға 15:8)

1 Коринфтарға 15:8-ҙә Павел: «Барыһынан һуң, мин етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, миңә лә күренде», — тип яҙған. Бында ул Ғайсаны күктәге данында күргәне тураһында әйтә. Павелдың һүҙҙәрен беҙ элек нисек аңлата инек? Имеш, ул күктә йәшәр өсөн терелтеү башланғансы күп быуаттар алдараҡ тыуырға, йәғни терелтелергә лайыҡ булған тип. Әммә беҙ был аятты тәрәнерәк тикшергәс, уны башҡаса аңлатырға кәрәк икәнен белдек.

Павел, үҙе тураһында «мин етлекмәй тыуған бала кеүек» тип әйтеп, нимәне күҙ уңында тотҡан һуң? Әйҙәгеҙ, була алған өс сәбәпте ҡарап сығайыҡ.

Павелдың мәсихсе булып китеүе ҡапыл булған һәм уға ауыртыу килтергән. Баланың ваҡыттан алда тыуыуы йыш ҡына ата-әсәһен ғәжәпкә ҡалдыра. Савл (һуңыраҡ ул Павел исеме менән билдәле булған) Дамаск ҡалаһындағы мәсихселәрҙе эҙәрләү өсөн китеп барғанда, күренештә терелгән Ғайсаны күрермен, тип бер ҙә уйламаған. Павелдың мәсихсе булып китеүе уның үҙе өсөн генә түгел, шулай уҡ Дамаскылағы эҙәрләүҙәргә дусар булған мәсихселәр өсөн дә көтөлмәгән хәл булған. Бынан тыш, терелгән Ғайса менән осрашыу уны йәрәхәтләгән, тип әйтеп була, ул хатта күреү һәләтен юғалтҡан (Ғәм. 9:1—9, 17—19).

Павел «тура килмәгән ваҡытта» мәсихсе булып киткән. «Етлекмәй тыуған» тип тәржемә ителгән грек һүҙен, шулай уҡ «тура килмәгән ваҡытта тыуған» тип тә тәржемә итеп була. Изге Яҙманың бер тәржемәһендә был фекер «бер кем дә көтмәгәндә тыуған» тигәнде аңлата («The Jerusalem Bible»). Павел Ғайсаны күренештә күргән ваҡытта Ғайса инде күктә булған. Коринфтарға яҙған хатында телгә алған мәсихселәрҙән айырмалы булараҡ, Павел ул ваҡытта Ғайсаның шәкерте булмаған һәм уны күрмәгән (1 Кор. 15:4—8). Дамаск янында булған осрашыу, «тура килмәгән ваҡытта» һымаҡ булһа ла, Павелға Ғайсаны күрергә мөмкинлек биргән.

Павел үҙе тураһында бик баҫалҡы итеп һөйләй. Ҡайһы бер тикшереүселәрҙең әйтеүе буйынса, Павел ҡулланған һүҙбәйләнештә кәмһетелеү сағыла. Әгәр Павел тап шулай әйтергә теләгән икән, тимәк, ул уға күрһәтелгән хөрмәткә лайыҡ түгел икәнен таныған. Уның артабан әйткән һүҙҙәре лә шуны күрһәтә: «Мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым» (1 Кор. 15:9, 10).

Әйҙәгеҙ, һығымта яһайыҡ. 1 Коринфтарға 15:8-ҙә Павел Ғайсаның уның алдында ҡапыл пәйҙә булыуы тураһында, шулай уҡ үҙенең «тура килмәгән ваҡытта» мәсихсе булып китеүе тураһында йәки был күренеште күрергә лайыҡ булмағаны тураһында әйткәндер. Павел был һүҙҙәрҙе ниндәй генә мәғәнәлә әйтмәһен, шуныһы ап-асыҡ: ул был ваҡиғаны бик ҡәҙерләгән, сөнки был ваҡиға Ғайсаның терелеүен иҫбатлаған. Бына ни өсөн ул башҡаларға Ғайсаның терелеүе тураһында һөйләгәндә был осрашыуҙы бер нисә тапҡыр иҫкә алған (Ғәм. 22:6—11; 26:13—18).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу