АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | 1 КОРИНФТАРҒА 14—16
«Алла бөтөн нәмәлә бар буласаҡ»
Йәһүәгә тоғро булғандар алдында иҫ киткес киләсәк асыла. Өмөтөбөҙ тураһында башҡаларға илһамланып һөйләгәндә, уның вәғәҙәләренә иманыбыҙ нығый бара. Илсе Павел мәсихселәрҙе Йәһүә «бөтөн нәмәлә бар буласаҡ» ваҡытты — Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһының аҙағында буласаҡ ваҡиғаларҙы — күҙ алдына килтерергә дәртләндергән.
Һин ниндәй ваҡиғаларҙы күберәк көтәһең һәм ни өсөн?
Ни өсөн һин Йәһүә вәғәҙәләренең үтәләсәгенә шикләнмәйһең?