Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Алла Батшалығы нимә ул?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 7. Алла Батшалығының закондары иң яҡшыһы

      Үҙ граждандарын яҡлар өсөн, хөкүмәттәр төрлө закондар сығара. Алла Батшалығының да закондары бар, һәм уның граждандары уларҙы үтәргә тейеш. 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Һәр кеше Алла закондарын үтәһә, һинеңсә, донъя ниндәй булыр?a

      • Нисек уйлайһың, Йәһүәнең Батшалыҡ граждандарынан үҙенең закондарын хөрмәт итеүҙе талап итергә хаҡы бармы? Ни өсөн?

      • Был закондар буйынса йәшәмәгән кешеләрҙең үҙгәрә алыуы нимәнән күренә? (11-се аятты ҡара.)

      Полиция хеҙмәткәре күп кеше йөрөгән юл сатында транспорт ағымын туҡтата. Төрлө йәштәге кешеләр юл аша сыға.

      Үҙ граждандарын яҡлар өсөн, хөкүмәттәр закондар сығара. Алла Батшалығының закондары кешеләрҙекенән күпкә яҡшыраҡ

  • Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр тураһында нимә әйтелә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 41-се дәрес. Ир менән ҡатын ҡулға-ҡул тотонған.

      41-СЕ ДӘРЕС

      Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр тураһында нимә әйтелә?

      Күптәр енси мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләшергә уңайһыҙлана. Изге Яҙмала иһә енси мөнәсәбәттәр тураһында асыҡтан-асыҡ һәм шул уҡ ваҡытта хөрмәт менән әйтелә. Унда яҙылғандар беҙгә яҡлау булып тора. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ булараҡ, беҙҙең өсөн нимә иң яҡшыһы икәнен белә. Уны һөйөндөрөп мәңге йәшәр өсөн, беҙгә нисек эш итергә кәрәклеген ул асыҡ итеп әйтә.

      1. Йәһүә енси мөнәсәбәттәргә нисек ҡарай?

      Енси мөнәсәбәттәр — Йәһүәнең бүләге. Ул ошо бүләкте законлы никахта торған ир менән ҡатын бер-береһенә рәхәтлек килтереп йәшәһен өсөн биргән. Енси мөнәсәбәттәр ир менән ҡатынға бала табырға ғына түгел, ә бер-береһенә наҙлы хистәр һәм яратыу күрһәтергә мөмкинлек бирә. Бына шуның өсөн дә Изге Яҙмала: «Йәшлектәге ҡатының менән күңел ас», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, 19). Йәһүә, никахта торған мәсихселәр тормош иптәшенә һәр ваҡыт тоғро булыр һәм бер ҡасан да бер-береһенә хыянат итмәҫ, тип көтә. (Еврейҙарға 13:4-те уҡы.)

      2. Енси әхлаҡһыҙлыҡ нимә ул?

      Изге Яҙмала «аҙғындар... Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ» тип әйтелә (1 Коринфтарға 6:9, 10). Изге Яҙманы грек телендә яҙған кешеләр, енси аҙғынлыҡты һүрәтләр өсөн, порне́йа тигән һүҙҙе ҡулланған. Был һүҙ 1) никахта тормаған кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙеa, 2) гомосексуализмды һәм 3) кешенең хайуандар менән яҡынлыҡ ҡылыуын үҙ эсенә ала. Йәһүәнең әхлаҡи нормалары буйынса йәшәһәк, уның йөрәген һөйөндөрөрбөҙ һәм үҙебеҙ ҙә бынан файҙа күрербеҙ (1 Фессалоникаларға 4:3).

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға нимә ярҙам иткәнен һәм әхлаҡи яҡтан саф булыу ниндәй файҙа килтергәнен бел.

      Йософ Потифарҙың ҡатынынан ҡаса. Йософтоң кейеме ҡатындың ҡулында ҡала.

      3. Енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡас

      Аллаға тоғро булған Йософ исемле бер егет үҙе менән яҡынлыҡ ҡылырға ныҡышҡан ҡатынға ҡаршы тора алған. Башланмыш 39:1—12-не уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

      • Ни өсөн Йософ сығып ҡасҡан? (9-сы аятты ҡара.)

      • Һинеңсә, Йософ дөрөҫ эш иткәнме? Аңлат.

      Бөгөнгө йәштәр, Йософтан өлгө алып, нисек енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡаса ала? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

      ВИДЕОЯҘМА: «Әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасығыҙ» (5:06)

      Йәһүә һәр беребеҙҙең енси әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы тороуыбыҙҙы теләй. 1 Коринфтарға 6:18-ҙе уҡы һәм яуап бир:

      • Ниндәй шарттар кешене енси әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрергә мөмкин?

      • Енси әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы торорға нимә ярҙам итер?

      4. Һин ҡотҡоға ҡаршы тора алаһың!

      Ни өсөн ҡай саҡ енси әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы тороу ауыр булырға мөмкин? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Изге Яҙманы уҡыу ҡотҡоға ҡаршы торорға ярҙам итә» (3:02)

      • Был ир кеше, ҡайһы бер уйҙары һәм эштәре хыянатҡа этәрергә мөмкин икәнен аңлағас, нисек эш итергә булды?

      Хатта тәжрибәле мәсихселәргә лә ҡай саҡ үҙ уйҙарын йүгәнләү еңел булмаҫҡа мөмкин. Әхлаҡһыҙ уйҙарҙы кире ҡағырға нимә ярҙам итә ала? Филиптарға 4:8-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Беҙ нимә хаҡында уйланырға тейеш?

      • Изге Яҙманы уҡыу һәм Йәһүә эшендә әүҙем ҡатнашыу беҙгә нисек гонаһ ҡылыу ҡотҡоһона ҡаршы торорға ярҙам итер?

      5. Йәһүәнең нормалары беҙҙе яҡлай

      Йәһүә беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә. Ул беҙгә нисек әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалырға икәнен һәм ундай тормош рәүешенең ниндәй файҙа килтергәнен аңлата. Ғибрәтле һүҙҙәр 7:7—27-не уҡы йә ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Аҡылһыҙ йөрәк» (9:31)

      • Был йәш егет насар теләктәргә ҡаршы тороуы ауыр булған хәлгә нисек эләккән? (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:8, 9-ҙы ҡара.)

      • Ғибрәтле һүҙҙәр 7:23, 26-ла әйтелгәнсә, енси әхлаҡһыҙлыҡ аяныс эҙемтәләргә килтерә. Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәһәк, ниндәй бәләләрҙән һаҡлана алырбыҙ?

      • Әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалыу беҙгә шатланып мәңге йәшәргә нисек ярҙам итә алыр?

      Изге Яҙманың гомосексуализмды хөкөм итеүе ҡайһы берәүҙәргә бигерәк ҡаты булып күренә. Әммә Йәһүә — мөхәббәт Аллаһы һәм ул һәр кешенең мәңге йәшәүен теләй. Ә бының өсөн уның нормаларын үтәп йәшәргә кәрәк. 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Алла тик гомосексуаль теләктәрҙе генә насар тип һанаймы?

      Аллаға яраҡлы булыр өсөн һәр беребеҙгә ниндәйҙер үҙгәрештәр яһарға кәрәк. Ни өсөн был бар көскә тырышыуыбыҙҙы талап итә? Зәбур 19:8, 11-ҙе уҡы һәм яуап бир:

      • Һинеңсә, Йәһүәнең әхлаҡи нормалары аҡыллымы? Аңлат.

      Рәсемдәрҙә: 1. Кәйефһеҙ генә бер ҡыҙ егете менән ултыра. Улар дуҫтары менән тәмәке тарта һәм иҫерткес эсемлектәр эсә. 2. Шул уҡ ҡыҙ Батшалыҡ залында апай-ҡәрҙәштәр менән шатланып аралаша.

      Йәһүә инде күп кешегә уның әхлаҡи нормалары буйынса йәшәй башларға ярҙам иткән. Ул һиңә лә ярҙам итәсәк

      ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Ике кеше бер-береһен ярата икән, уларҙың яҡынлыҡ ҡылыуҙарының бер насарлығы ла юҡ».

      • Ә һин нимә тиер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Енси мөнәсәбәттәр — Йәһүәнең бүләге. Ул законлы никахта торған ир менән ҡатын өсөн генә тәғәйенләнгән.

      Ҡабатлау

      • Енси әхлаҡһыҙлыҡ нимә ул?

      • Енси әхлаҡһыҙлыҡтан нисек һаҡланырға?

      • Йәһүәнең әхлаҡи нормалары буйынса йәшәү ниндәй файҙа килтерә?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Ни өсөн ир менән ҡатындың законлы никахта тороу-тормауы Аллаға барыбер түгел?

      «Изге Яҙмала никахҡа тиклем бергә йәшәү тураһында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)

      Изге Яҙма гомосексуализмды тыя. Әммә был беҙ гомосексуалистарҙы нәфрәт итергә тейеш тигәнде аңлатмай.

      «Гомосексуализм насармы?» (интернет-мәҡәлә)

      Алланың енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы ҡанундары беҙҙе нисек һаҡлай икәнен бел.

      «Ораль сексты ысын секс тип атап буламы?» (интернет-мәҡәлә)

      «Улар миңә хөрмәт күрһәтте» тигән мәҡәләне уҡып, элек гомосексуалист булған бер ирҙе Алла ҡанундары буйынса йәшәй башларға нимә дәртләндергәнен бел.

      «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 апрель)

      a Был енси мөнәсәбәттәр ораль һәм аналь секс, башҡа кешенең енси ағзаларын иркәләүҙе лә аңлата.

  • Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • Йәһүәне нисек кенә ныҡ яратһаң да һәм уны нисек кенә көйәләндермәҫкә тырышһаң да, ваҡыт-ваҡыт һин барыбер хаталанырһың. Әммә ҡайһы бер гонаһтар башҡа гонаһтарға ҡарағанда етдиерәк (1 Коринфтарға 6:9, 10). Әгәр ауыр гонаһ ҡылһаң, шуны иҫтә тот: Йәһүә һинән ситләшмәй, ул һине ярата. Ул һине кисерергә һәм һиңә ярҙам итергә әҙер.

      1. Йәһүә беҙҙе кисерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

      Йәһүәне яратҡан кешеләр, ауыр гонаһ ҡылғанын аңлағас, бик ныҡ үкенә. Әммә уларҙы Йәһүәнең үҙ халҡына әйткән бындай һүҙҙәре йыуата: «Гонаһтарығыҙ ал ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар ҡарҙай аҡ булып китер» (Ишағыя 1:18). Ысын күңелдән тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе тулыһынса кисерә. Тәүбә итеү нимәнән күренә? Тәүбә иткән кеше гонаһ ҡылғанына бик ныҡ үкенә, насар эш ҡылыуҙан туҡтай һәм, Йәһүәгә ялбарып, ғәфү итеүен һорай. Ул шулай уҡ гонаһҡа килтергән уйҙарҙан һәм ғәҙәттәрҙән арына һәм Йәһүәнең саф нормалары буйынса йәшәр өсөн бар көсөн һала. (Ишағыя 55:6, 7-не уҡы.)

      2. Йәһүә өлкәндәр аша нисек ярҙам итә?

      Етди гонаһ ҡылһаҡ, беҙгә, Йәһүә ҡушҡанса, йыйылыш өлкәндәренән ярҙам һорарға кәрәк. (Яҡуб 5:14, 15-те уҡы.) Өлкәндәр Йәһүәне һәм уның һарыҡтарын ярата. Улар беҙгә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе яңынан торғоҙорға ярҙам итер өсөн яҡшы өйрәтелгән (Галаттарға 6:1).

      Ауыр гонаһ ҡылһаҡ, өлкәндәр беҙгә нисек ярҙам итер? Изге Яҙма ярҙамында ике йә өс өлкән беҙгә ҡылған эшебеҙ Алла ҡарашында ни өсөн дөрөҫ түгел икәнен аңлатыр. Улар шулай уҡ беҙҙе рухландырыр һәм, бүтән гонаһ ҡылмаҫҡа ярҙам итер өсөн, кәрәкле кәңәштәр бирер. Әгәр етди гонаһ ҡылған кеше тәүбә итмәй икән, өлкәндәр, башҡа ҡәрҙәштәрҙе зыянлы йоғонтонан һаҡлар өсөн, уны йыйылыштан ситләштерәләр.

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Йәһүәнең ауыр гонаһ ҡылған хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәне тураһында күберәк бел. Шул саҡта һин уның ярҙамын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрһең.

      3. Гонаһты таныу рухи яҡтан һауығырға ярҙам итә

      Беҙ ҡылған һәр ҡайһы гонаһ Йәһүәнең күңелен әрнетә. Шуға күрә үҙ гонаһыбыҙҙы иң тәүҙә уға асыҡтан-асыҡ һөйләп бирергә кәрәк. Зәбур 32:1—5-те уҡы һәм яуап бир:

      • Ни өсөн гонаһыбыҙҙы йәшереп йөрөгәнсе, уны Йәһүә алдында таныу яҡшыраҡ?

      Гонаһтарыбыҙҙы Йәһүә алдында таныуҙан тыш, өлкәндәрҙән дә ярҙам эҙләһәк, беҙгә күпкә еңелерәк булыр. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Йәһүә үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй» (3:01)

      • Өлкәндәр был ҡәрҙәшкә Йәһүәгә ҡайтырға нисек ярҙам иткән?

      Беҙгә, бер нәмәне лә йәшермәйенсә, барыһын да өлкәндәргә һөйләп бирергә кәрәк, сөнки улар беҙгә ярҙам итер өсөн ҡуйылған. Яҡуб 5:16-ны уҡы һәм яуап бир:

      • Ни өсөн, бер нәмәне лә йәшермәйенсә һөйләп бирһәк, өлкәндәргә беҙгә ярҙам итеү еңелерәк булыр?

      Фотоһүрәттәрҙә: 1) ағай-ҡәрҙәш, битен ҡулдары менән ҡаплап, ҡайғыға батып ултыра; 2) ағай-ҡәрҙәш Йәһүәгә доға ҡыла; 3) ағай-ҡәрҙәш телефондан өлкән менән һөйләшә; 4) ағай-ҡәрҙәш өс өлкән менән осраша; 5) ағай-ҡәрҙәш, выжданы саф икәнен тойоп, йылмая.

      Йәһүә алдында гонаһыңды танып, барыһын да өлкәндәргә һөйләп бир һәм ярҙамды ҡабул ит

      4. Йәһүә гонаһ ҡылыусыларға мәрхәмәт күрһәтә

      Әгәр ауыр гонаһ ҡылған кеше Йәһүә нормалары буйынса йәшәргә теләмәһә, уны йыйылыштан ситләштерәләр, һәм беҙ уның менән аралашмайбыҙ. 1 Коринфтарға 5:6, 11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

      • Әҙ генә әсетке лә бөтә ҡамырҙы әсетә. Был миҫалдан күренеүенсә, тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусы менән аралашыу йыйылышҡа ниндәй йоғонто яһарға мөмкин?

      Йәһүә гонаһ ҡылыусыларға мәрхәмәт күрһәтә. Өлкәндәр, унан был йәһәттән өлгө алып, йыйылыштан ситләштерелгәндәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Күптәр йыйылышҡа кире ҡайтҡан, сөнки был төҙәтеү сараһы әрнеү килтерһә лә, уларға уйланырға һәм ҡылған гонаһтарының етдилеген аңларға ярҙам иткән (Зәбур 141:5).

      Йәһүәнең гонаһ ҡылыусыларға ҡарата мөғәмәләһе уның аҡыллы, мәрхәмәтле булғанын һәм яратыу менән эш иткәнен нисек күрһәтә?

      5. Тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе кисерә

      Кеше тәүбә иткәндә Йәһүәнең ниндәй хистәр кисергәнен күрһәтер өсөн, Ғайса бер миҫал килтергән. Лука 15:1—7-не уҡы һәм яуап бир:

      • Был миҫал Йәһүә тураһында нимә аса?

      Йәзәкил 33:11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:

      • Кешенең ысын күңелдән тәүбә итәме-юҡмы икәнен нисек белергә?

      Көтөүсе һарығының йәрәхәтләнгән тояғын наҙлы итеп бәйләп ултыра.

      Йәһүә — игелекле көтөүсе. Ул үҙ һарыҡтары хаҡында наҙлап ҡайғырта

      ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Барыһын да өлкәндәргә һөйләп бирһәм, улар мине йыйылыштан ситләштерер, тип ҡурҡам».

      • Шулай уйлаған кешегә һин нимә әйтер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Етди гонаһ ҡылһаҡ, әммә, ысын күңелдән тәүбә итеп, хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышһаҡ, Йәһүә беҙҙе кисерер.

      Ҡабатлау

      • Ни өсөн Йәһүә алдында гонаһыбыҙҙы таныу беҙҙең өсөн файҙалы?

      • Йәһүә беҙҙе кисерһен өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

      • Етди гонаһ ҡылһаҡ, ни өсөн өлкәндәрҙән ярҙам һорау мөһим?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Бер ир Йәһүәнең Ишағыя 1:18-ҙә һүрәтләнгән мәрхәмәтен нисек татыған?

      «Йәһүәнең мәрхәмәтле булыуында бер ҡасан да шикләнмә» (5:02)

      Өлкәндәр етди гонаһ ҡылған кешегә нисек ярҙам итергә тырыша?

      «Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?» («Күҙәтеү манараһы», 2024 йыл, август)

      Тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусыға ҡарата нисек яратыу һәм мәрхәмәт күрһәтелгәне тураһында бел.

      «Йыйылыштан ситләштерелгән мәсихселәргә нисек ярҙам күрһәтелә?» («Күҙәтеү манараһы», 2024 йыл, август)

      «Мин Йәһүәгә кире ҡайтырға булдым» тигән биографияны уҡып, бер ирҙе йыйылышҡа ҡайтырға нимә дәртләндергәнен бел.

      «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 апрель)

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу