Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Мәсихселәр иҫерткес эсемлектәргә нисек ҡарарға тейеш?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • Мәсихселәр иҫерткес эсемлектәргә нисек ҡарарға тейеш?

      Төрлө илдәрҙә йәшәгән кешеләр иҫерткес эсемлектәргә төрлөсә ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр дуҫтары менән бер аҙ эсеп алырға ҡаршы түгел, башҡалар иһә бөтөнләй эсмәҫкә ҡарар иткән. Кемдер сама белмәй иҫергәнсе эсә. Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәр тураһында нимә әйтелә?

      1. Изге Яҙма иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе тыямы?

      Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәрҙе эсеү хөкөм ителмәй. Киреһенсә, «кеше күңелен шатландырған шарап» Изге Яҙмала Алланың күп төрлө бүләктәренең береһе булараҡ иҫкә алына (Зәбур 104:14, 15). Унда телгә алынған тоғро ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре иҫерткес эсемлек эскән (1 Тимофейға 5:23).

      2. Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәргә ҡағылышлы ниндәй киҫәтеү бар?

      Йәһүә саманан тыш эсеүҙе һәм эскелекте хөкөм итә (Галаттарға 5:21). Уның Һүҙендә: «Күп шарап эскән... кешеләр араһында булма», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:20). Шуға күрә, башҡалар менән йә үҙебеҙ генә берәй иҫерткес эсемлек эсергә булһаҡ, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? Эскәндә, айыҡ фекер йөрөтөү, телебеҙҙе һәм тәртибебеҙҙе контролдә тотоу кәрәклеген онотмаҫҡа тейешбеҙ. Өҫтәүенә, артыҡ эсеү сәләмәтлеккә лә зыян килтерә. Әгәр сама белмәйбеҙ икән, бөтөнләй эсмәү яҡшыраҡ булыр.

      3. Нисек башҡаларҙың ҡарарҙарын хөрмәт итергә?

      Иҫерткес эсемлектәрҙе эсергәме, юҡмы икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Әгәр кемдер сама белеп эсергә булһа, беҙ уны хөкөм итергә тейеш түгел. Шулай уҡ бөтөнләй эсмәҫкә ҡарар иткән кешене эсергә ҡыҫтарға ярамай (Римдарға 14:10). Эсеүебеҙ башҡаларға ауырлыҡтар тыуҙырһа, беҙ эсмәҫкә ҡарар итербеҙ. (Римдарға 14:21-ҙе уҡы.) Үҙебеҙгә «файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны» эҙләргә кәрәк. (1 Коринфтарға 10:23, 24-те уҡы.)

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Эсергәме, юҡмы һәм күпме эсергә икәнен билдәләргә ярҙам иткән Изге Яҙма принциптарын ҡарап сыҡ. Әгәр эсеү ғәҙәте менән көрәшһәң, нимә эшләргә кәрәклеген бел.

      4. Эсергәме, юҡмы икәнен хәл ит

      Ғайса иҫерткес эсемлектәрҙе эсеүгә нисек ҡараған? Яуапты белер өсөн, уның иң тәүге мөғжизәһен иҫкә төшөрәйек. Яхъя 2:1—11-ҙе уҡы һәм яуап бир:

      • Ошо өҙөктән күренеүенсә, Ғайса иҫерткес эсемлектәргә һәм уларҙы эскән кешеләргә нисек ҡараған?

      • Ғайса иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе хөкөм итмәгән икән, беҙ сама белеп эскән ҡәрҙәштәргә нисек ҡарарға тейеш?

      Мәсихселәргә иҫерткес эсемлектәрҙе эсеү рөхсәт ителһә лә, ҡайһы бер осраҡтарҙа был урынһыҙ булырға мөмкин. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тө уҡы һәм эсергәме, юҡмы тигән ҡарарыңа түбәндәге осраҡтар нисек тәьҫир итәсәге хаҡында уйлан:

      • һин машина йөрөтөргә йә берәй техника менән эшләргә йыйынаһың;

      • һин ауырлы;

      • табип һиңә эсмәҫкә ҡушҡан;

      • эскәндә, һиңә сама белеү ауыр;

      • закон буйынса һиңә эсергә ярамай;

      • һинең компанияла эсеүен ташлаған кеше бар.

      Туйҙа йә дуҫтар менән осрашҡанда, иҫерткес эсемлектәр тәҡдим итергәме? Дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

      ВИДЕОЯҘМА: «Туйҙа иҫерткес эсемлектәр тәҡдим итергәме?» (2:41)

      Римдарға 13:13 һәм 1 Коринфтарға 10:31, 32-не уҡы. Һәр өҙөктө уҡығандан һуң, ошо һорауға яуап бир:

      • Ошо принцип Йәһүәне һөйөндөргән ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам итә ала?

      Ресторанда ағай-ҡәрҙәш шараптан баш тарта. Уның менән бергә киске ашҡа килгән ике апай-ҡәрҙәш шарап эсә.

      Иҫерткес эсемлектәрҙе эсергәме, юҡмы икәнен һәр мәсихсе үҙе хәл итә. Әгәр ул эсергә булһа, ҡайһы осраҡтарҙа баш тартыу яҡшыраҡ булырын билдәләргә тейеш

      5. Үҙеңә сама билдәләп ҡуй

      Йәһүә иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе тыймаһа ла, күп эсеүҙе тыя. Ни өсөн? Осия 4:11, 18-ҙе уҡы һәм һорауға яуап бир:

      • Кеше артығын эсһә, нимә булырға мөмкин?

      Нисек артығын эсмәҫкә? Үҙ көсөңә артыҡ таянмаҫҡа, ваҡытында туҡтай белергә кәрәк. Ғибрәтле һүҙҙәр 11:2-не уҡы һәм яуап бир:

      • Ни өсөн үҙеңә сама билдәләп ҡуйыу файҙалы?

      6. Иҫерткес эсемлектәргә әүәҫлекте нисек еңергә?

      Бер иргә иҫергәнсе эсеү ғәҙәтен еңергә нимә ярҙам иткән? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауҙарға яуап бир:

      ВИДЕОЯҘМА: «Тормош рәүешемдән туйҙым» (6:32)

      Рәсемдәрҙә «Тормош рәүешемдән туйҙым» тигән видеояҙманан кадрҙар һүрәтләнгән. 1. Дмитрий араҡы һалынған шешәгә ҡарап ултыра. 2. Дмитрий ҡатыны һәм ҡыҙы менән Изге Яҙма өйрәнә.
      • Эсеп алғас, Дмитрий үҙен нисек тотҡан?

      • Дмитрий эсеүҙе шунда уҡ ташлай алғанмы?

      • Һөҙөмтәлә уға эскелекте еңергә нимә ярҙам иткән?

      1 Коринфтарға 6:10, 11-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Эскелек ни тиклем етди гонаһ булып тора?

      • Эскелекте ташлап булғаны ошо аяттарҙан нисек күренә?

      Матфей 5:30-ҙы уҡы һәм яуап бир:

      • Ҡулыңды «сабып ситкә ырғыт» тигән һүҙҙәр, Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн, нимәнәндер баш тартырға кәрәклеген аңлата. Әгәр һиңә эскелекте ташлау ауыр икән, нимә эшләп була?a

      1 Коринфтарға 15:33-тө уҡы һәм яуап бир:

      • Күп эскән кешеләр менән аралашыу һиңә нисек тәьҫир итә ала?

      КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Эсергә ярамаймы әллә?»

      • Һин нисек яуап бирер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Йәһүә иҫерткес эсемлектәрҙе кеше күңелен шатландырыр өсөн биргән. Шул уҡ ваҡытта Йәһүә саманан тыш эсеүҙе һәм эскелекте хөкөм итә.

      Ҡабатлау

      • Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәр тураһында нимә әйтелә?

      • Самаһыҙ эсеү нимәһе менән ҡурҡыныс?

      • Башҡаларҙың иҫерткес эсемлектәргә ҡағылышлы ҡарарҙарына нисек хөрмәт сағылдырырға?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Үҫмерҙәргә эсеүгә ҡағылышлы яҡшы ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?

      «Эсеүгә айыҡ ҡараш һаҡла» (2:31)

      Эскелекте еңергә нимә ярҙам итер?

      «Алкоголгә дөрөҫ ҡараш үҫтерегеҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2010 йыл, 1 ғинуар)

      Мәсихселәр тост күтәрергә тейешме?

      «Уҡыусыларҙың һорауҙары» («Күҙәтеү манараһы», 2007 йыл, 15 февраль)

      «Дуҫым мине төпһөҙ мискә тип атаны» тигән мәҡәләне уҡы һәм бер ирҙең нисек итеп эскелекте еңгәнен бел.

      «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 май)

      a Ҡайһы бер кешеләргә эскелекте ташлар өсөн профессиональ ярҙам кәрәк булырға мөмкин. Күп табиптар, ундай кешеләргә иҫерткес эсемлектәрҙән тулыһынса баш тартырға кәрәк, тип һанай.

  • Ни өсөн беҙҙең кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ мөһим?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 52-се дәрес. Бер ҡатын магазинда кейем һайлай.

      52-СЕ ДӘРЕС

      Ни өсөн беҙҙең кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ мөһим?

      Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт тураһында әйткәндә, һәр кемдең үҙенә оҡшаған стиле бар. Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланһаҡ, тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән үҙебеҙ ҙә ҡәнәғәт булырбыҙ, Йәһүәне лә ҡыуандырырбыҙ. Әйҙә, шул принциптарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

      1. Ниндәй принциптар дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итер?

      Беҙгә әҙәплелек, тыйнаҡлыҡ һәм айыҡ аҡыл сағылдырған кейем һайларға кәрәк, шулай уҡ тышҡы ҡиәфәтебеҙҙән Аллаға тоғро булғаныбыҙ күренеп торорға тейеш (1 Тимофейға 2:9, 10). Ошо дүрт принципты ентекләберәк ҡарап сығайыҡ: 1) Беҙгә әҙәпле итеп кейенергә кәрәк. Моғайын, йыйылыш осрашыуҙарында күргәнһеңдер, ҡәрҙәштәр төрлөсә кейенә, әммә уларҙың кейемендә һәм прическаһында Аллабыҙға ҡарата хөрмәт сағыла. 2) Тыйнаҡ итеп кейенеү тышҡы ҡиәфәтебеҙҙең енси теләктәр уятмауын һәм сиктән тыш күп иғтибар йәлеп итмәүен аңлата. 3) Айыҡ аҡыллы булырға теләһәк, беҙ моданың һәр йүнәлеше артынан ҡыумаҫбыҙ. 4) Тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә һәр ваҡыт Аллаға тоғролоҡ сағылырға тейеш. Беҙ башҡаларҙың, кейемебеҙгә ҡарап, хаҡ Аллаға табынғаныбыҙҙы күреүен теләйбеҙ (1 Коринфтарға 10:31).

      2. Тышҡы ҡиәфәтебеҙ имандаштарыбыҙға нисек тәьҫир итә?

      Нисек кейенергә икәнен үҙебеҙ һайлаһаҡ та, беҙгә һәр ваҡыт өҫ-башыбыҙҙың башҡаларға нисек тәьҫир итеүе тураһында уйларға кәрәк. Беҙ бер кемдең дә тойғоларын рәнйетергә теләмәйбеҙ, ә «башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғырт[ырға]» тырышабыҙ. (Римдарға 15:1, 2-не уҡы.)

      3. Тышҡы ҡиәфәтебеҙ нисек кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп итә ала?

      Беҙ, осрағына ҡарап, тейешле итеп кейенергә тырышабыҙ. Әммә йыйылыш осрашыуына йә вәғәзгә йыйынғанда, кейемебеҙгә айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Беҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән кешеләрҙең иғтибарын һөйөнөслө хәбәрҙән ситкә йүнәлтергә теләмәйбеҙ, ә, киреһенсә, уларҙы хәҡиҡәткә йәлеп итергә һәм Алла тәғлимәтен биҙәргә теләйбеҙ (Титҡа 2:10).

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ Мәсихтең шәкерттәре икәнебеҙҙе күрһәтеп торһон өсөн нимә эшләргә кәрәклеген бел.

      Ике ир судья алдында тора. Береһе костюм кейгән, икенсеһе йыртыҡ әрһеҙ кейемдә һәм бейсболкала тора.

      Тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән беҙ хакимлыҡҡа эйә булған кешеләргә ҡарата хөрмәт күрһәтәбеҙ. Шуның шикелле, Йәһүә эске донъябыҙҙы күрһә лә, тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән беҙ уға хөрмәт күрһәтергә тейеш

      4. Яҡшы тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән беҙ Йәһүәгә хөрмәт күрһәтәбеҙ

      Тышҡы ҡиәфәтебеҙгә иғтибарлы булыр өсөн иң мөһим сәбәп ниндәй? Зәбур 47:2-не уҡы һәм яуап бир:

      • Йәһүәнең хеҙмәтселәре булыуыбыҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?

      • Һинеңсә, йыйылыш осрашыуҙарына йә вәғәзгә барғанда тышҡы ҡиәфәтебеҙгә иғтибарлы булыу мөһимме? Ни өсөн шулай уйлайһың?

      5. Нисек яҡшы һайлау яһарға?

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

      ВИДЕОЯҘМА: «Бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ» (10:18)

      Кейемебеҙҙең ҡиммәт йә арзан булыуы мөһим түгел, ул таҙа, бөхтә һәм осраҡҡа тура килергә тейеш. 1 Коринфтарға 10:24 һәм 1 Тимофейға 2:9, 10-ды уҡы. Шунан яуап бир: ни өсөн кейемебеҙ...

      • бысраҡ йә әрһеҙ булырға тейеш түгел?

      • башҡаларҙа енси теләктәр уятырға, мәҫәлән, бик тар йә сиктән тыш асыҡ булырға тейеш түгел?

      Мәсихселәр Муса ҡануны буйынса йәшәмәһә лә, улар унан Йәһүәнең фекер йөрөтөүе тураһында күп нәмә белә ала. Ҡанун 22:5-те уҡы һәм һорауға яуап бир:

      • Ни өсөн беҙ ирҙе — ҡатынға, ә ҡатынды иргә оҡшаш иткән кейем кейергә һәм прическа яһарға тейеш түгел?

      1 Коринфтарға 10:32, 33 һәм 1 Яхъя 2:15, 16-ны уҡы ла яуап бир:

      • Ни өсөн тышҡы ҡиәфәтем имандаштарымды йә башҡа кешеләрҙе рәнйетмәһен өсөн иғтибарлы булырға кәрәк?

      • Һин йәшәгән ерҙә кешеләр ниндәй кейем кейә һәм ниндәй прическалар йөрөтә?

      • Һинеңсә, был кейемдәрҙең һәм прическаларҙың ҡайһылары мәсихселәргә тура килмәй? Ни өсөн шулай уйлайһың?

      Йәһүәне ҡыуандырған кейем төрҙәре бик күп

      Төрлө расанан һәм милләттән булған төрлө йәштәге ирҙәр һәм ҡатындар мәсихселәргә яраҡлы булған төрлө кейем кейгән һәм прическа яһаған.

      ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Нимә теләйем, шуны кейәм. Был минең эшем».

      • Һин бының менән ризамы? Аңлат.

      ТӨП ФЕКЕР

      Тышҡы ҡиәфәтебеҙгә ҡағылышлы дөрөҫ һайлау яһап, беҙ Йәһүәгә һәм кешеләргә хөрмәт күрһәтәбеҙ.

      Ҡабатлау

      • Ни өсөн кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ Йәһүә өсөн мөһим?

      • Тышҡы ҡиәфәтебеҙгә килгәндә, ниндәй принциптар дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итер?

      • Беҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙ кешеләрҙең Йәһүәгә ҡарата мөнәсәбәтенә нисек тәьҫир итә ала?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Кейемең һинең турала нимә һөйләй?

      «Минең кейемем нисек, матурмы?» (интернет-мәҡәлә)

      Ни өсөн татуировка эшләр алдынан яҡшылап уйларға кәрәк?

      «Изге Яҙмала татуировка тураһында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)

      Кейем һәм прическа һайлағанда, тағы ниндәй принциптар ярҙам итә алғанын ҡарап сыҡ.

      «Тышҡы ҡиәфәтегеҙ Алланы данлаймы?» («Күҙәтеү манараһы», 2016 йыл, сентябрь)

      Бер ҡатын башҡаларҙың кейемгә ҡарата ҡарарҙарын хөрмәт итергә нисек өйрәнгән?

      «Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт минең өсөн абыныу ташы булды» («Уянығыҙ!», 2003 йыл, 22 декабрь)

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу