-
Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
4. Йәһүә гонаһ ҡылыусыларға мәрхәмәт күрһәтә
Әгәр ауыр гонаһ ҡылған кеше Йәһүә нормалары буйынса йәшәргә теләмәһә, ул йыйылышта ҡала алмай. Уны йыйылыштан сығаралар, һәм беҙ уның менән аралашмайбыҙ. 1 Коринфтарға 5:6, 11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:
Әҙ генә әсетке лә бөтә ҡамырҙы әсетә. Был миҫалдан күренеүенсә, тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусы менән аралашыу йыйылышҡа ниндәй йоғонто яһарға мөмкин?
Йәһүә гонаһ ҡылыусыларға мәрхәмәт күрһәтә. Өлкәндәр, унан был йәһәттән өлгө алып, йыйылыштан сығарылғандарға ярҙам ҡулы һуҙа. Күптәр йыйылышҡа кире ҡайтҡан, сөнки был төҙәтеү сараһы әрнеү килтерһә лә, ул уларға уйланырға һәм ҡылған гонаһтарының етдилеген аңларға ярҙам иткән (Зәбур 141:5).
Йәһүәнең гонаһ ҡылыусыларға ҡарата мөғәмәләһе уның аҡыллы, мәрхәмәтле булғанын һәм яратыу менән эш иткәнен нисек күрһәтә?
5. Тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе кисерә
Кеше тәүбә иткәндә Йәһүәнең ниндәй хистәр кисергәнен күрһәтер өсөн, Ғайса бер миҫал килтергән. Лука 15:1—7-не уҡы һәм яуап бир:
Был миҫал Йәһүә тураһында нимә аса?
Йәзәкил 33:11-ҙе уҡы һәм ошо һорауға яуап бир:
-
-
Йәһүәгә тоғро булып ҡалҺин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
1. Башҡалар Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙҙо нисек һынарға мөмкин?
Ҡайһы бер кешеләр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтауыбыҙҙы теләй. Кемдәр улар? Мәҫәлән, мөртәттәр. Улар үҙҙәре хәҡиҡәт юлын ҡалдырғандар һәм хәҙер, иманыбыҙҙы емерер өсөн, Алланың ойошмаһы тураһында ялған һөйләйҙәр. Шулай уҡ ҡайһы бер дин етәкселәре, ышанып барыусан һәм бер ҡатлы кешеләрҙе хәҡиҡәттән алып китер өсөн, беҙҙең хаҡта ялған мәғлүмәт тарата. Ундай ҡаршы килеүселәр менән һүҙ көрәштереү, уларҙың китаптарын һәм блогтарын уҡыу, сайттарына инеү йә видеояҙмаларын ҡарау беҙҙең өсөн бик ҡурҡыныс. Мәсихселәрҙең иманын ҡаҡшатырға маташҡандар тураһында Ғайса былай тигән: «Ҡалдырығыҙ уларҙы. Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп барһа, икеһе лә соҡорға ҡолап төшөр» (Матфай 15:14).
2. Ниндәй ҡарарҙарыбыҙ Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙҙо һынарға мөмкин?
Йәһүәгә ҡарата яратыу беҙҙе ялған дин менән бәйле булған бар нәмәнән йыраҡ торорға дәртләндерер. Беҙҙең эшебеҙ йә шөғөлөбөҙ ялған дин менән бер нисек тә бәйле булырға тейеш түгел. Бынан тыш, беҙ ялған дингә ҡатнашы булған ойошмаларҙың өлөшө булырға ла, был ойошмаларға ниндәй ҙә булһа булышлыҡ күрһәтергә лә тейеш түгел. Йәһүә беҙҙе: «Халҡым минең... [Бөйөк Вавилондан] сыҡ», — тип иҫкәртә (Асылыш 18:2, 4).
КҮБЕРӘК БЕЛ
Йәһүәгә ҡарата тоғролоғоңдо һис кем ҡаҡшатмаһын өсөн нимә эшләп булғанын, шулай уҡ Бөйөк Вавилондан сығыу нимәне аңлатҡанын бел.
3. Алла тураһында ялған һөйләгән уҡытыусыларҙан һаҡлан
Берәйһенең Алла ойошмаһын яманлап һөйләүен ишеткәндә, беҙ быға нисек ҡарарға тейеш? Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-те уҡы һәм яуап бир:
Ни өсөн ишеткән бөтә нәмәгә лә ышанып барырға кәрәкмәй?
2 Яхъя 9—11-ҙе уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:
Мөртәттәр менән беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш?
Мөртәттәр менән туранан-тура аралашмаһаҡ та, уларҙың ағыулы уй-фекерҙәренең йоғонтоһона нисек бирелеүебеҙ бар?
Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ҡаршы әйтелгән мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһынһаҡ, Йәһүә үҙен нисек хис итер?
4. Ҡәрҙәшең гонаһ ҡылғанда, Аллаға тоғро булып ҡал
-