14-се йыр
Һәр нәмә яңыртыла
(Асыш 21:1—5)
1. Батшалыҡ Улына бирҙе Йәһәвә,
Заман билдәһенән был күренә.
Мәсих күктәге һуғышта еңгән,
Алланың ниәтен асҡан ерҙә.
(ҠУШЫМТА)
Тиҙҙән мәңгегә Йәһәвә
Халҡы менән йәшәйәсәк.
Алла үҙе вәғәҙә бирҙе.
Ҡайғы, үлем юҡҡа сығасаҡ,
Һәммәһен яңынан яһаясаҡ.
Был һүҙҙәр дөрөҫ һәм хаҡ.
2. Яңы Иерусалимды күрһендәр,
Бәрәс кәләшенең матурлығын.
Аҫыл таштар менән биҙәлгәнен,
Алланың нурында балҡығанын.
(ҠУШЫМТА)
Тиҙҙән мәңгегә Йәһәвә
Халҡы менән йәшәйәсәк.
Алла үҙе вәғәҙә бирҙе.
Ҡайғы, үлем юҡҡа сығасаҡ,
Һәммәһен яңынан яһаясаҡ.
Был һүҙҙәр дөрөҫ һәм хаҡ.
3. Ҡаланың ғәҙеллеге шатлыҡ бирер,
Ҡапҡалары көн-төн асыҡ булыр.
Халыҡтар яҡтылығында йөрөр,
Уның яҡтылығын сағылдырыр.
(ҠУШЫМТА)
Тиҙҙән мәңгегә Йәһәвә
Халҡы менән йәшәйәсәк.
Алла үҙе вәғәҙә бирҙе.
Ҡайғы, үлем юҡҡа сығасаҡ,
Һәммәһен яңынан яһаясаҡ.
Был һүҙҙәр дөрөҫ һәм хаҡ.
(Мат. 16:3; Ас. 12:7—9; 21:23—25-те лә ҡара.)