13-СӨ БҮЛЕК
Алланы шатландырып йәшәр өсөн нимә эшләргә?
Яуыз эштәрҙә ҡатнашма. (1 Көринтлеләргә 6:9, 10)
Йәһүәне яратһаҡ, ул нәфрәт иткәнде эшләмәйәсәкбеҙ.
Беҙ урламаҫҡа, күп иҫерткес эсемлек эсмәҫкә, наркотик ҡулланмаҫҡа тейеш, сөнки Алла ундай эштәрҙе яратмай.
Ул үлтереүҙе, абортты һәм гомосексуализмды нәфрәт итә. Беҙ ҡомһоҙ булмаҫҡа һәм башҡалар менән һуғышмаҫҡа тейеш.
Беҙ боттарға табынмаҫҡа, сихырсылыҡ менән бәйле эштәрҙә ҡатнашмаҫҡа тейеш.
Киләсәктә ерҙәге Ожмахта яуызлыҡ эшләүселәр булмаясаҡ.
Изгелек эшлә. (Маттай 7:12)
Алланы шатландырып йәшәр өсөн, уның үрнәге буйынса эш ит.
Башҡаларҙы ярат: изгелекле һәм йомарт бул.
Намыҫлы бул.
Шәфҡәтле һәм киң күңелле бул.
Башҡаларға Йәһүә һәм уның талаптары тураһында һөйлә (Ишағия 43:10).