Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lv 209 б.—211 б. 2 абз.
  • Башты ҡасан һәм ни өсөн ҡапларға кәрәк?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Башты ҡасан һәм ни өсөн ҡапларға кәрәк?
  • Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
lv 209 б.—211 б. 2 абз.

ҠУШЫМТА

Башты ҡасан һәм ни өсөн ҡапларға кәрәк?

Изге Яҙмалар буйынса мәсихсе ҡатын-ҡыҙ башын ҡасан һәм ни өсөн ҡапларға тейеш? Илсе Паулдың бының тураһында яҙған һүҙҙәрен ҡарап сығайыҡ. Беҙҙең ҡарарҙарыбыҙ дөрөҫ булһын өсөн һәм Алланы данлаһын өсөн, Алла беҙгә кәрәкле етәкселек бирә (1 Көринттәргә 11:3—16). Паул өс мөһим яҡҡа иғтибар итә: 1) ниндәй эштәр башҡарғанда, ҡатын-ҡыҙ башын ҡапларға тейеш; 2) ниндәй осраҡтарҙа ул шулай эшләргә тейеш һәм 3) ниндәй ниәттәрҙән сығып ҡатын-ҡыҙ был кәңәште тоторға тейеш.

Ире өйҙә булғанда, мәсихсе ҡатын-ҡыҙ башына яулыҡ ябынып Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрә

Эштәр. Паул ике эш тураһында әйтә: доға ҡылыу һәм пәйғәмбәрлек итеү (4, 5-се шиғырҙар). Доға — Йәһүә менән һөйләшеү һәм ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың өлөшө. Беҙҙең көндәрҙә пәйғәмбәрлек итеү мәсихселәр Изге Яҙмаларға нигеҙләнеп үткәргән һәр ҡайһы өйрәтеүгә ҡағыла. Паулдың кәңәше ҡатын-ҡыҙ доға ҡылғанда һәм башҡаларҙы Изге Яҙмаларҙағы хәҡиҡәткә өйрәткәндә, башын һәр ваҡыт ҡапларға тейеш тигәнде аңлатамы? Юҡ. Ҡайһы бер осраҡтарҙы ҡарап сығайыҡ.

Осраҡтар. Паул ике осраҡты телгә ала: ғаилә һәм йыйылыш. Ул былай тип әйтә: «Ҡатындың башы— ир... Башын ҡапламайынса доға ҡылыусы йәки пәйғәмбәрлек итеүсе һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ башын оятлы итә» (3, 5-се шиғырҙар). Ғаиләнең башлығы итеп Йәһүә ирҙе билдәләгән һәм уға билдәле бер вазифалар йөкмәткән. Ҡатын-ҡыҙ был вазифаларҙы башҡарып иренең хакимлығын тейешенсә танымаһа, ул үҙ ирен оятҡа ҡалдырыр ине. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙға ире алдында Изге Яҙмалар өйрәнеүен үткәрергә кәрәк булһа, ул башын ҡаплап иренең хакимлығын танығанын күрһәтә. Ире һыуға сумдырылғанмы-юҡмы, ҡатын шулай эшләргә тейеш, сөнки ир — ғаилә башлығыa. Ҡатын-ҡыҙға балиғ булмаған сумдырылған улы алдында доға ҡылырға йәки өйрәнеү үткәрергә кәрәк булһа, ул шулай уҡ башын ҡапларға тейеш. Ни өсөн? Уның улы ғаилә башлығы булмаһа ла, уға мәсихсе йыйылышта сумдырылған ир кешегә кеүек хакимлыҡ бирелгән.

Йыйылыш тураһында Паул былай тип яҙған: «Берәйһе, башҡа йоланы яҡлап, бәхәсләшергә теләй икән, шуны белһен: беҙҙә лә, Алла йыйылыштарында ла бүтән йола юҡ» (16-сы шиғыр). Мәсихсе йыйылышта һыуға сумдырылған ир-аттарға хакимлыҡ бирелгән (1 Тимутегә 2:11—14; Еврейҙарға 13:17). Ир-аттар ғына өлкәндәр һәм хеҙмәттәш ярҙамсылар итеп билдәләнә, һәм Алла уларға үҙ көтөүен ҡайғыртырға ҡуша (Илселәр 20:28). Әммә ҡайһы берҙә, билдәле бер шарттар арҡаһында һыуға сумдырылған яраҡлы ағай-ҡәрҙәш үтәгән вазифалар мәсихсе ҡатын-ҡыҙға бирелергә мөмкин. Әйтәйек, һыуға сумдырылған яраҡлы ағай-ҡәрҙәш булмағанға, уға вәғәз осрашыуын үткәрергә кәрәк, йәиһә ул һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш алдында алдан планлаштырған Изге Яҙмалар өйрәнеүен үткәрә, тиb. Ундай осраҡтарҙа, ғәҙәттә ир кешегә бирелгән йөкләмәләрҙе үтәгәнен танып, мәсихсе ҡатын-ҡыҙ башын ҡапларға тейеш.

Әммә башҡа күп осраҡтарҙа, Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда, апай-ҡәрҙәшкә баш кейемен кейеү мәжбүри түгел. Мәҫәлән, мәсихсе осрашыуҙарҙа комментарий биргәндә, өйҙән-өйгә ире менән йәки башҡа һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш менән вәғәзләгәндә, һыуға сумдырылмаған балалары менән өйрәнеү үткәргәндә йәиһә улар менән доға ҡылғанда, был талап ителмәй. Әлбиттә, башҡа һорауҙар ҙа тыуырға мөмкин, һәм апай-ҡәрҙәш нисек эш итергә икәнен теүәл белмәһә, өҫтәмә тикшереү үткәрә алаc. Әммә тикшереү үткәргәндән һуң да һорауына яуап алмаһа һәм выжданы уға, рәсемдә күрһәтелгәнсә, баш кейемен кейергә ҡушһа, ул бер ниндәй насарлыҡ эшләмәҫ.

Ниәттәр. Унынсы шиғырҙа мәсихсе ҡатын-ҡыҙға был талапты үтәр өсөн ике сәбәп килтерелә: «Ҡатын-ҡыҙ башында буйһоноу билдәһе булырға тейеш. Был — фәрештәләр өсөн». Тәүҙә «буйһоноу билдәһе» тигән һүҙҙәргә иғтибар ит. Ҡатын-ҡыҙ башын ҡаплап, Йәһүә йыйылышта сумдырылған ир-аттарға биргән хакимлыҡты танығанын күрһәтә. Шулай эшләп, ул Йәһүә Аллаға ҡарата яратыуын һәм тоғролоғон күрһәтә. Икенсе сәбәп — «фәрештәләр өсөн». Ҡатын-ҡыҙҙың башын ҡаплауы ҡеүәтле рухи заттарға нисек тәьҫир итә?

Фәрештәләр Йәһүә ойошмаһының күктәге һәм ерҙәге өлөшөндә Алла хакимлығы нисек танылғанын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп тора. Улар ҙа камил булмаған кешеләрҙән үрнәк ала ала. Был заттарға ла Йәһүә ойошмаһында урынлаштырылған тәртипкә буйһонорға кәрәк, сөнки үткәндә күп кенә фәрештәләр был һынауҙа тоғро ҡалмаған (Йәһүд 6). Ҡайһы бер осраҡтарҙа фәрештәләр шуны күрә: мәсихсе ҡатын-ҡыҙ йыйылыштағы сумдырылған ағай-ҡәрҙәшкә ҡарағанда аҡыллыраҡ һәм тәжрибәлерәк, әммә шуға ҡарамаҫтан, ул ағай-ҡәрҙәштең хакимлығына буйһона. Башҡа осраҡтарҙа ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәр майланған мәсихсе булғанға, һуңыраҡ Мәсихтең вариҫташтары булып китәсәк. Ахыр сиктә улар фәрештәләргә ҡарағанда юғарыраҡ урында буласаҡ һәм күктә Мәсих менән бергә идара итәсәк. Фәрештәләр өсөн ниндәй иҫ киткес үрнәк! Ысындан да, барлыҡ апай-ҡәрҙәштәр ҙур хөрмәткә эйә: улар миллионлаған фәрештәләр алдында тоғро, буйһоноусан һәм баҫалҡы булып тыңлаусанлыҡ күрһәтә алалар!

a Ғәҙәттә мәсихсе ҡатын-ҡыҙ Йәһүәгә иман итеүсе ире алдында ишеттереп доға ҡылырға тейеш түгел. Ул быны ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа ғына, мәҫәлән, ире ауырып бөтөнләй һөйләшә алмағанда, эшләй ала.

b Әгәр апай-ҡәрҙәш берәй һыуға сумдырылмаған ағай-ҡәрҙәш менән алдан планлаштырылған Изге Яҙмалар өйрәнеүен үткәрһә һәм был ҡәрҙәш уның ире булмаһа, уға башын ҡапларға кәрәкмәй.

c Бының тураһында күберәк белер өсөн «Баҫалҡы һәм ҡыҙғаныусан Ғайсанан үрнәк алығыҙ» тигән брошюраның (bw555-TAT) 30-сы битен, «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ) 2002 йыл, 15 июль, 26—27-се биттәрҙе һәм 1977 йыл (ингл.), 15 февраль, 125—128-се биттәрҙе ҡара.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу