Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Алла Батшалығы нимә ул?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 31-се дәрес. Ғайса Мәсих, күктәге Батша, Йәһүә данының нурында тора.

      31-СЕ ДӘРЕС

      Алла Батшалығы нимә ул?

      Изге Яҙманың төп темаһы Алла Батшалығы менән бәйле. Был Батшалыҡ ярҙамында Йәһүә ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк. Нимә ул Батшалыҡ? Уның әле идара иткәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Ул инде нимәләр эшләгән? Киләсәктә нимәләр эшләйәсәк? Был һорауҙарға яуапты ошо һәм киләһе ике дәрестән белеп була.

      1. Алла Батшалығы нимә ул һәм уның Батшаһы кем?

      Батшалыҡ — ул Йәһүә Алла урынлаштырған хөкүмәт. Уның батшаһы — Ғайса Мәсих, ул күктән идара итә (Матфей 4:17; Яхъя 18:36). Изге Яҙмала Ғайса тураһында, ул «мәңгелек батшалыҡ итер», тиелгән (Лука 1:32, 33). Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, Ғайса ер йөҙөндә йәшәгән бөтә кеше өҫтөнән идара итәсәк.

      2. Ғайса менән бергә кем идара итә?

      Ғайса үҙе генә идара итмәҫ. Уның менән бергә «һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән» кешеләр ер өҫтөнән идара итер (Асылыш 5:9, 10). Уларҙың һаны күпме булыр? Ғайса ерҙә йәшәгәндән бирле миллиондарса кеше мәсихсе булып киткән. Әммә уларҙың 144 000-е генә Ғайса менән идара итер өсөн күккә бара. (Асылыш 14:1—4-те уҡы.) Бөтә башҡа мәсихселәр ерҙә йәшәр һәм Алла Батшалығының граждандары булыр (Зәбур 37:29).

      3. Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәренән нимәһе менән яҡшыраҡ?

      Был донъялағы идарасылар яҡшы нәмәләр эшләргә тырышһалар ҙа, теләгәндәренең барыһын башҡарырға көстәре етмәй. Ваҡыт үтеү менән улар урынына башҡа идарасылар килә, ә ул идарасылар тик үҙҙәрен генә уйлай һәм кешеләргә ярҙам итергә теләмәй. Әммә Алла Батшалығының Батшаһы, Ғайса, һәр ваҡыт идара итәсәк, уны берәү ҙә алмаштырмаясаҡ. Алла «бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ» урынлаштырған (Данил 2:44). Ғайса бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк һәм бар кешене бер тигеҙ күрәсәк. Ул ҡайғыртыусан, мәрхәмәтле һәм ғәҙел. Ул кешеләрҙе лә бер-береһен яратырға, бер-береһенә ҡарата мәрхәмәтле һәм ғәҙел булырға өйрәтәсәк. (Ишағыя 11:9-ҙы уҡы.)

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Алла Батшалығының кеше хөкүмәттәренән нимә менән яҡшыраҡ булғанын ҡарап сыҡ.

      Ғайса Мәсих күктәге тәхетенән ер өҫтөнән идара итә. Уның артында хакимдаштары ултыра. Уларҙың барыһын Йәһүәнең сағыу нуры солғап алған.

      4. Бөтә ер өҫтөнән ҡеүәтле хөкүмәт идара итер

      Ғайса Мәсих тарихтағы һәр ҡайһы идарасыға ҡарағанда ҙурыраҡ хакимлыҡҡа һәм ҡеүәткә эйә. Матфей 28:18-ҙе уҡы һәм яуап бир:

      • Ғайсаның хакимлығы кешеләрҙекенән нимә менән айырылып тора?

      Кеше хөкүмәттәре йыш алмашынып тора, һәм уларҙың һәр береһе ерҙең ниндәйҙер бер өлөшө менән генә идара итә. Ә Алла Батшалығы тураһында нимә әйтеп була? Данил 7:14-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Һинеңсә, Алла Батшалығының емерелмәҫ хөкүмәт булыуы ниндәй файҙа килтерәсәк?

      • Һинеңсә, уның бөтә ер өҫтөнән идара итәсәге ниндәй файҙа килтерәсәк?

      5. Кеше хөкүмәттәрен алмаштырырға кәрәк

      Ни өсөн Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен алмаштырасаҡ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

      ВИДЕОЯҘМА: «Алла Батшалығы нимә ул?» (өҙөк) (1:41)

      • Кешеләрҙең идара итеүе нимәгә килтергән?

      Вәғәзсе 8:9-ҙы уҡы һәм яуап бир:

      • Һин нисек уйлайһың, Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен алмаштырырға тейешме? Ни өсөн?

      6. Алла Батшалығының идарасылары беҙҙе яҡшы аңлай

      Батшабыҙ Ғайса, ерҙә кеше булып йәшәгәнгә, йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы аңлап беҙҙең хәлгә инә ала (Еврейҙарға 4:15). Ғайса менән бергә идара итәсәк 144 000 тоғро ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ — «һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән» сыҡҡан кешеләр. Йәһүә уларҙы үҙе һайлап ала (Асылыш 5:9).

      • Ғайса һәм уның менән бергә идара итеүселәр хистәребеҙҙе һәм ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡаныбыҙҙы аңлай. Был һине йыуатамы? Аңлат.

      Төрлө ваҡытта йәшәгән һәм сығышы менән төрлө булған майланған ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар.

      Йәһүә, Ғайса менән идара итһендәр өсөн, сығыштары төрлө булған ир-аттарҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы һайлаған

      7. Алла Батшалығының закондары иң яҡшыһы

      Үҙ граждандарын яҡлар өсөн, хөкүмәттәр төрлө закондар сығара. Алла Батшалығының да закондары бар, һәм уның граждандары уларҙы үтәргә тейеш. 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Һәр кеше Алла закондарын үтәһә, һинеңсә, донъя ниндәй булыр?a

      • Нисек уйлайһың, Йәһүәнең Батшалыҡ граждандарынан үҙенең закондарын хөрмәт итеүҙе талап итергә хаҡы бармы? Ни өсөн?

      • Был закондар буйынса йәшәмәгән кешеләрҙең үҙгәрә алыуы нимәнән күренә? (11-се аятты ҡара.)

      Полиция хеҙмәткәре күп кеше йөрөгән юл сатында транспорт ағымын туҡтата. Төрлө йәштәге кешеләр юл аша сыға.

      Үҙ граждандарын яҡлар өсөн, хөкүмәттәр закондар сығара. Алла Батшалығының закондары кешеләрҙекенән күпкә яҡшыраҡ

      КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Алла Батшалығы нимә ул?»

      • Һин нисек яуап бирер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Алла Батшалығы — күктә урынлашҡан хөкүмәт. Ул бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк.

      Ҡабатлау

      • Алла Батшалығында кем идара итәсәк?

      • Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәренән нимә менән яҡшыраҡ?

      • Йәһүә Батшалыҡ граждандарынан нимә талап итә?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Ғайсаның Алла Батшалығының ҡайҙа урынлашҡаны тураһында нимә әйткәнен бел.

      «Алла Батшалығы кеше йөрәгендәме?» (интернет-мәҡәлә)

      Ни өсөн Йәһүә шаһиттары кеше хөкүмәттәренә түгел, ә Алла Батшалығына тоғро?

      «Алла Батшалығына тоғробоҙ» (1:43)

      Изге Яҙмала Ғайса менән идара итәсәк 144 000 кеше хаҡында нимә әйтелгәнен ҡарап сыҡ.

      «Күккә кемдәр бара?» (интернет-мәҡәлә)

      Төрмәлә ултырған бер ҡатын тик Алла ғына ерҙә ғәҙеллек урынлаштыра аласағын ишеткән. Уны быға нимә ышандырған?

      «Ғәҙеллек тантана итәсәген белеп ҡалдым» («Уянығыҙ!», 2011 йыл, ноябрь)

      a Был закондарҙың ҡайһы берҙәре 3-сө өлөштә ҡараласаҡ.

  • Алла Батшалығы инде идара итә!
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 32-се дәрес. Күктәге Батша Ғайса Мәсих скипетр тотоп тора һәм ер өҫтөнән хакимлыҡ итә.

      32-СЕ ДӘРЕС

      Алла Батшалығы инде идара итә!

      Алла Батшалығы 1914 йылда күктә идара итә башлаған. Шул уҡ йылда кеше идараһының һуңғы көндәре башланған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Әйҙә, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе, шулай уҡ 1914 йылдан бирле кешеләрҙең һәм донъя хәленең нисек үҙгәргәнен ҡарап сығайыҡ.

      1. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙән нимә белеп була?

      Данил китабынан күренеүенсә, Алла Батшалығы «ете ваҡыт» тип аталған осорҙоң аҙағында идара итә башларға тейеш булған (Данил 4:16, 17). Бер нисә быуат үткәс, Ғайса был осорҙо «мәжүсиҙәр... ваҡыты» тип атаған. Ул шулай уҡ, был осор әле тамамланмаған, тип әйткән (Лука 21:24). Ошо дәрестән беҙ шул «ете ваҡыттың» 1914 йылда тамамланғанын күрербеҙ.

      2. 1914 йылдан бирле донъя һәм кешеләр нисек үҙгәргән?

      Ғайсаның шәкерттәре унан былай тип һораған: «Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер?» (Матфей 24:3). Яуап итеп Ғайса, күктә Алла Батшалығының Батшаһы булып идара итә башлағас, ерҙә ниндәй ваҡиғалар буласағын алдан әйткән. Мәҫәлән, ул һуғыштар, аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр буласағын пәйғәмбәрлек иткән. (Матфей 24:7-не уҡы.) Изге Яҙмала шулай уҡ, һуңғы көндәрҙә кешеләр насар яҡҡа үҙгәрер һәм шул арҡала тормош үтә ауыр булып китер, тип тә алдан әйтелгән булған (2 Тимофейға 3:1—5). Эйе, 1914 йылдан алып донъя һәм кешеләр бик ныҡ үҙгәргән.

      3. Ни өсөн Алла Батшалығы идара итә башлағандан һуң донъя хәле насарланған?

      Алла Батшалығының Батшаһы булып киткәндән һуң күп тә үтмәҫтән, Ғайса күктә Шайтан менән ендәргә ҡаршы һуғыш башлаған. Шайтан был һуғышта еңелгән. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Шайтан... ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды» (Асылыш 12:9, 10, 12). Иблис бик ярһып йөрөй, сөнки үҙенең юҡ ителәсәген белә. Шуға күрә ул бөтә ер йөҙөндә кешеләргә ҡайғы һәм ғазап килтерә. Бына ни өсөн донъя хәле шул тиклем насар. Алла Батшалығы бөтә был проблемаларҙы юҡ итәсәк!

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Алла Батшалығының 1914 йылда идара итә башлағанына дәлилдәр ҡарап сыҡ. Был беҙҙе нимәгә дәртләндерергә тейешлеген бел.

      4. Изге Яҙмалағы хронология 1914 йылға күрһәтә

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

      ВИДЕОЯҘМА: «Алла Батшалығы 1914 йылда идара итә башлаған» (5:02)

      Алла, боронғо Вавилон батшаһы Набуҡаднизарға пәйғәмбәри төш биреп, киләсәктә нимә булырын күрһәткән. Был төштән һәм Данилдың һүҙҙәренән күренеүенсә, Набуҡаднизар күргән нәмәләр уның идараһына ла, Алла Батшалығына ла ҡағылған. (Данил 4:17-не уҡы.)a

      Данил 4:20—26-ны уҡы һәм, таблицаны ҡулланып, ошо һорауҙарға яуап бир:

      • А. Набуҡаднизар батша төшөндә нимә күргән? (20-се һәм 21-се аяттарҙы ҡара.)

      • Б. Ағас менән нимә булырға тейеш булған? (23-сө аятты ҡара.)

      • В. «Ете ваҡыт» тигән осорҙоң аҙағында нимә булырға тейеш булған? (26-сы аятты ҡара.)

      Ағас тураһындағы төш Алла Батшалығы менән нисек бәйле?

      ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК (Данил 4:20—36)

      Идара

      А. Ғәйәт ҙур ағас

      Ғәйәт ҙур ағас.

      Идара туҡтатылған

      Б. «Ағасты киҫеп ташлағыҙ», һәм «ете ваҡыт үтһен»

      Тимер һәм баҡыр бығау һалынған ағас төбө.

      Идара торғоҙолған

      В. «Батшалығың яңынан үҙеңә ҡайтарыласаҡ»

      Ғәйәт ҙур ағас.

      Пәйғәмбәрлектең беренсе үтәлеше

      • Г. Ағас кемде аңлата? (22-се аятты ҡара.)

      • Ғ. Был батшаның идараһы нисек туҡтатылған? (Данил 4:29—33-тө уҡы.)

      • Д. «Ете ваҡыт» осороноң аҙағында Набуҡаднизар батша менән нимә булған? (Данил 4:34—36-ны уҡы.)

      БЕРЕНСЕ ҮТӘЛЕШ

      Идара

      Г. Вавилон батшаһы Набуҡаднизар

      Ғорур Набуҡаднизар батша.

      Идара туҡтатылған

      Ғ. Б. э. т. 606 йылдан һуң Набуҡаднизар аҡылдан яҙа һәм ете йыл дауамында идара итә алмай

      Набуҡаднизар, мал шикелле, үлән ашап йөрөй.

      Идара торғоҙолған

      Д. Набуҡаднизар аҡылына ҡайта һәм ҡабат идара итә башлай

      Набуҡаднизар батша, ҡулдарын күтәреп, күккә ҡарап тора.

      Пәйғәмбәрлектең икенсе үтәлеше

      • Ҙ. Ағас кемде аңлата? (1 Йылъяҙма 29:23-тө уҡы.)

      • Е. Был батшаларҙың идараһы нисек туҡтатылған? Ғайса ерҙә йәшәгән ваҡытта шул батшаларҙың идараһы торғоҙолмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? (Лука 21:24-те уҡы.)

      • Ж. Был идара ҡасан һәм ҡайҙа торғоҙолған?

      ИКЕНСЕ ҮТӘЛЕШ

      Идара

      Ҙ. Алланың идараһы Израиль батшалары аша башҡарыла

      Бер-бер артлы алмашынып торған Израиль батшалары. Тәхеттәрҙә ултырған был батшаларға күктән нур һибелә.

      Идара туҡтатылған

      Е. Иерусалим емерелә. Израиль батшаларының идараһы 2 520 йылға туҡтатыла

      Б. э. т. 607 йылда боронғо Иерусалим утта яна. Шунан 2 520 йыл үтә.

      Идара торғоҙолған

      Ж. Ғайса күктә Алла Батшалығының Батшаһы булып идара итә башлай

      Ғайса 1914 йылдан башлап күктәге тәхетенән ер менән идара итә. Унан нур бөркөлә.

      «Ете ваҡыт» күпме дауам итә?

      Изге Яҙманың ҡайһы бер өлөштәре уның башҡа өлөштәрен аңларға ярҙам итә. Мәҫәлән, Асылыш китабында әйтелгәнсә, өс ярым ваҡыт 1 260 йылға тиң (Асылыш 12:6, 14). Тимәк, ете ваҡыт (ике тапҡырға күберәк ваҡыт) 2 520 йылды аңлата. Ҡай саҡта Изге Яҙмала «көн» тигән һүҙ бер йылды аңлата (Йәзәкил 4:6). Был принцип Данил китабындағы ете ваҡыт хаҡындағы пәйғәмбәрлеккә лә ҡағыла. Шуға күрә «ете ваҡыт» 2 520 йылға тиң.

      5. 1914 йылдан бирле донъя бик ныҡ үҙгәргән

      ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

      ВИДЕОЯҘМА: «1914 йылдан башлап донъя ныҡ үҙгәргән» (1:10)

      Ғайса үҙенең Батша булып китеүенән һуң ерҙә ниндәй шарттар буласағын алдан әйткән. Лука 21:9—11-ҙе уҡы һәм яуап бир:

      • Һин был ваҡиғаларҙың ҡайһыларын күргәнең йә ишеткәнең бар?

      Илсе Павел һуңғы көндәрҙә кешеләрҙең ниндәй буласағы тураһында яҙған. 2 Тимофейға 3:1—5-те уҡы һәм һорауға яуап бир:

      • Һин бөгөн кешеләрҙең шундай сифаттар сағылдырғанын күрәһеңме? Аңлатсы.

      Рәсемдәрҙә: донъялағы шарттар һәм кешеләрҙең сифаттары. 1. Хәрби лидер, ҡулын өҫкә күтәреп, трибунанан ҡысҡыра. 2. Ер тетрәүҙән һуң биналар емерелгән көйө ята. 3. Хәрби самолеттар. 4. Маска кейгән кешеләр урамда китеп бара. 5. Нью-Йорктағы террактан һуң Игеҙәк башняларҙы ут солғап алған. 6. Кеше наркотик ҡаҙай. 7. Ир, ҡулдарын һелтәп, ҡатынына ҡысҡыра. 8. Төрлө наркотиктар һәм иҫерткес эсемлектәр. 9. Модалы кейем кейгән һәм биҙәүестәр таҡҡан ике ҡатын селфи эшләй. 10. Концертта диджей халыҡтың күңелен аса. 11. Урамдағы сыуалышта бер кеше «Молотов коктейлен» ырғыта.

      6. Батшалыҡ инде идара итә. Эш итергә ваҡыт!

      Матфей 24:3, 14-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Ер йөҙөндә башҡарылған ниндәй мөһим эш Алла Батшалығының инде идара итеүен күрһәтә?

      • Һин был эштә нисек ҡатнаша алаһың?

      Алла Батшалығы инде идара итә башлаған, һәм тиҙҙән бөтә ер шары уның хакимлығы аҫтында буласаҡ. Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡы һәм яуап бир:

      • «Раббы көнөнөң яҡынлашыуын» күреп, беҙҙең һәр беребеҙ нимә эшләргә тейеш?

      Рәсемдәрҙә: 1. Өйрәнеүсе Йәһүә шаһиттарының осрашыуына килгән. 2. Шул уҡ өйрәнеүсе бер танышына вәғәзләй.

      Башҡаларға ярҙам итә алған йә хатта уларҙың ғүмерен ҡотҡара алған берәй нәмә тураһында белеп ҡалһаң, нисек эш итерһең?

      КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары 1914 йылды мөһим йыл тип һанай?»

      • Һин нимә тип яуап бирер инең?

      ТӨП ФЕКЕР

      Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр һәм донъялағы шарттар Алла Батшалығының инде идара итеүен дәлилләй. Быға ышанғаныбыҙҙы күрһәтер өсөн, беҙ башҡаларға шул хаҡта һөйләйбеҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөйбөҙ.

      Ҡабатлау

      • Данил китабында пәйғәмбәрлек ителгән ете ваҡыт тамамланғас, нимә булған?

      • Ни өсөн беҙ Алла Батшалығының 1914 йылда идара итә башлағанына һис тә шикләнмәйбеҙ?

      • Алла Батшалығының инде идара иткәненә ышанғаныңды һин нисек күрһәтә алаһың?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Тарихсылар һәм башҡа кешеләр донъяның 1914 йылдан бирле нисек үҙгәргәне тураһында нимә әйткәнен бел.

      «Әхлаҡи катастрофаның башы» («Уянығыҙ!», 2007 йыл, апрель)

      Матфей 24:14-тә яҙылған пәйғәмбәрлек тураһында белгәндән һуң, бер ирҙең тормошо нисек үҙгәргән?

      «Мин бейсболды үлеп ярата инем!» («Күҙәтеү манараһы», 2017 йыл, № 3)

      Данил китабының 4-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлек Алла Батшалығына ҡағылғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

      «Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (1-се өлөш)» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 октябрь)

      Данил китабының 4-се бүлегендә телгә алынған «ете ваҡыт» 1914 йылда тамамланғаны нимәнән күренә?

      «Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (2-се өлөш)» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 ноябрь)

      a Ошо дәрестең «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкаһында килтерелгән һуңғы ике мәҡәләне ҡара.

  • Алла Батшалығы ниндәй эштәр башҡарасаҡ?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
    • 33-сө дәрес. Кешеләр ерҙәге ожмахта йәшәй.

      33-СӨ ДӘРЕС

      Алла Батшалығы ниндәй эштәр башҡарасаҡ?

      Алла Батшалығы инде идара итә. Тиҙҙән ул ерҙә ҙур үҙгәрештәр яһаясаҡ. Әйҙә, Батшалыҡтың ниндәй эштәр башҡарасағын ҡарап сығайыҡ.

      1. Нисек Алла Батшалығы ерҙә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек урынлаштырасаҡ?

      Ғайса, Алла Батшалығының Батшаһы, Армагеддон һуғышында яуыз кешеләрҙе һәм кеше хөкүмәттәрен юҡ итәсәк (Асылыш 16:14, 16). Шул саҡта Изге Яҙмалағы: «Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ», — тигән һүҙҙәр тулыһынса үтәләсәк (Зәбур 37:10). Батшалыҡ ярҙамында Ғайса бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек урынлаштырасаҡ. (Ишағыя 11:4-те уҡы.)

      2. Ерҙә Алла ихтыяры үтәлгәс, тормош ниндәй буласаҡ?

      Алла Батшалығының идараһы аҫтында «тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29). Күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара: ерҙә тик һәйбәт кешеләр генә йәшәй, улар Йәһүәне һәм бер-береһен ярата, бер кем дә ауырымай, һәм барыһы ла мәңге йәшәй!

      3. Яуыз кешеләр юҡ ителгәс, Алла Батшалығы нимә эшләйәсәк?

      Яуыздар юҡ ителгәс, Ғайса тағы 1 000 йыл Батша булып идара итәсәк. Был ваҡыт дауамында Ғайса һәм уның 144 000 хакимдашы кешеләргә камил булып китергә һәм гонаһтың эҙемтәләренән арынырға ярҙам итер. Был осорҙоң аҙағында ер иҫ киткес ожмахҡа әйләнер. Кешеләр бәхетле булыр, сөнки Йәһүәнең ҡанундарына буйһоноп йәшәр. Шул саҡта Ғайса хакимлыҡты үҙенең Атаһы Йәһүәгә ҡайтарыр, һәм Йәһүәнең исеме быға тиклем һис ҡасан булмағанса изгеләндерелер (Матфей 6:9, 10). Быларҙың барыһы Йәһүәнең яҡшы идарасы булғанын һәм кешеләр хаҡында ҡайғыртҡанын күрһәтер. Шунан Йәһүә Шайтанды, ендәрҙе һәм улар яҡлы булған бөтә кешеләрҙе юҡ итер (Асылыш 20:7—10). Алла Батшалығы ерҙә мәңгегә камил шарттар булдырыр.

      КҮБЕРӘК БЕЛ

      Алланың Батшалыҡ ярҙамында үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә дәлилдәр ҡарап сыҡ.

      4. Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен юҡҡа сығарасаҡ

      «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына» килтерә (Вәғәзсе 8:9). Йәһүә Батшалыҡ ярҙамында был зыянды ҡаплар һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрөр.

      Данил 2:44 һәм 2 Фессалоникаларға 1:6—8-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

      • Йәһүә һәм уның Улы Ғайса кеше хөкүмәттәре һәм улар яҡлы булған кешеләр менән нимә эшләйәсәк?

      • Йәһүә менән Ғайсаның ғәҙел эш итәсәгенә һине нимә ышандыра?

      Ғайса, күктәге Батша, ерҙәге ожмах өҫтөнән идара итә.

      5. Ғайса — иң яҡшы идарасы

      Ғайса, Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, үҙ граждандары өсөн күп файҙалы эштәр башҡарасаҡ. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарап, һин Ғайсаның кешеләргә ярҙам итергә бик теләгәнен һәм, быны эшләр өсөн, Алланың уға көс биргәнен белерһең.

      ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса Алла Батшалығының кешеләр өсөн нимә эшләйәсәген күрһәткән» (1:13)

      Ерҙә булғанда, Ғайса Батшалыҡтың ниндәй эштәр башҡарасағын күрһәткән. Түбәндә һанап кителгән ниндәй фатихаларҙы һин айырыуса күрергә теләйһең? Килтерелгән бөтә аяттарҙы уҡы.

      ЕРҘӘ ЙӘШӘГӘНДӘ, ҒАЙСА...

      КҮКТӘН ҒАЙСА...

      • тәбиғәт көстәре менән идара иткән (Марк 4:36—41);

      • ерҙәге экологик проблемаларҙы хәл итәсәк (Ишағыя 35:1, 2);

      • мөғжизә ҡылып, меңәрләгән кешене ашатҡан (Матфей 14:17—21);

      • донъялағы аслыҡты бөтөрәсәк (Зәбур 72:16);

      • ауырығандарҙы һауыҡтырған (Лука 18:35—43);

      • бөтә кешеләргә камил һаулыҡ бирәсәк (Ишағыя 33:24);

      • үлгәндәрҙе терелткән (Лука 8:49—55).

      • үлемде юҡ итәсәк һәм үлем килтергән бөтә зыянды ҡаплаясаҡ (Асылыш 21:3, 4).

      6. Алла Батшалығы кешеләргә матур тормош бүләк итәсәк

      Батшалыҡ Йәһүәнең кешеләргә ҡарата тәүге ниәтен үтәйәсәк. Улар ерҙәге ожмахта мәңге йәшәйәсәк. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарап, Йәһүәнең үҙ Улы Ғайса аша бөтә ниәттәрен нисек тормошҡа ашырасағы тураһында бел.

      ВИДЕОЯҘМА: «Беҙҙе иҫ киткес киләсәк көтә!» (4:38)

      Зәбур 145:16-ны уҡы һәм яуап бир:

      • Йәһүәнең «һәр тере йәндең теләген» ҡәнәғәтләндерәсәген белеү һиндә ниндәй хистәр уята?

      ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Кешеләр берләшһә, донъялағы бөтә проблемаларҙы хәл итә аласаҡ».

      • Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәре хәл итә алмаған ниндәй проблемаларҙы хәл итәсәк?

      ТӨП ФЕКЕР

      Алла Батшалығы Йәһүәнең ниәтен тормошҡа ашырасаҡ. Ул бөтә ер йөҙөн ожмахҡа әйләндерәсәк. Ерҙә тик яҡшы кешеләр генә йәшәйәсәк, улар Йәһүәгә мәңге табынасаҡ.

      Ҡабатлау

      • Алла Батшалығы Йәһүәнең исемен нисек изгеләндерер?

      • Алла Батшалығының Изге Яҙмалағы вәғәҙәләрҙе үтәйәсәгенә ниндәй дәлилдәр бар?

      • Изге Яҙмалағы ниндәй вәғәҙәнең үтәлеүен һин түҙемһеҙлек менән көтәһең?

      Маҡсаттар

      ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

      Армагеддондың нимә икәнен бел.

      «Армагеддон һуғышы нимә ул?» (интернет-мәҡәлә)

      Ғайса «бөйөк афәт» тип атаған ваҡытта ниндәй ваҡиғалар буласағын бел (Матфей 24:21).

      «Бөйөк афәт нимә ул?» (интернет-мәҡәлә)

      Бер ғаилә Батшалыҡ килтерәсәк фатихалар тураһында уйлана.

      «Үҙеңде ожмахта күҙ алдыңа килтер» (1:50)

      «Мине күп һорауҙар борсой ине» тигән мәҡәләнән бер сәйәси енәйәтсенең нисек үҙгәргәнен бел.

      «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 ғинуар)

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу