56-СЫ ДӘРЕС
Йыйылыштағы берҙәмлекте һаҡла
Ҡәрҙәштәребеҙ араһында булғанда, беҙ Дауыт батшаныҡына оҡшаш хистәр кисерәбеҙ. Ул: «Ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлектә йәшәүе шундай яҡшы һәм шундай күңелле!» — тигән (Зәбур 133:1). Берҙәмлегебеҙ үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уны булдырыр өсөн, һәр беребеҙгә үҙ өлөшөн индерергә кәрәк.
1. Алла халҡы нимә менән айырылып тора?
Йәһүә шаһиттарының башҡа илдәге йыйылышына барһаң, ундағы телде аңламаһаң да, үҙеңде өйҙә кеүек хис итерһең. Ни өсөн? Сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә Изге Яҙманы бер үк программа буйынса өйрәнәбеҙ һәм бер-беребеҙгә ҡарата яратыу сағылдырырға тырышабыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ бөтәбеҙ ҙә бер Аллаға, Йәһүәгә, хеҙмәт итәбеҙ һәм уға берҙәмлектә табынабыҙ (Сафуния 3:9, төшөрмә).
2. Һин йыйылыштың берҙәмлегенә үҙ өлөшөңдө нисек индерә алаһың?
Изге Яҙма: «Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ», — тип өндәй (1 Петр 1:22). Был кәңәште нисек ҡулланырға? Иғтибарыңды кешенең етешһеҙлектәренә түгел, ә яҡшы яҡтарына тупла. Оҡшаш яҡтарығыҙ булған ҡәрҙәштәр менән генә түгел, ә төрлө ҡәрҙәштәр менән аралашырға тырыш. Шулай уҡ үҙебеҙҙә башҡаларға ҡарата тиҫкәре ҡараш булғанын абайлап ҡалһаҡ, уны төбө-тамыры менән йолҡоп ташлар өсөн, күп тырышлыҡ һалырға кәрәк. (1 Петр 2:17-не уҡы.)a
3. Йыйылышта берәйһе менән һыйыша алмаһаң, нимә эшләргә?
Беҙ берҙәм ғаилә, шулай ҙа беҙҙең беребеҙ ҙә камил түгел. Ҡай саҡ беҙ бер-беребеҙҙе көйөндөрәбеҙ йә хатта рәнйетәбеҙ. Шунлыҡтан Алла Һүҙендә: «Бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисереп йәшәгеҙ... Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш», — тиелә. (Колосстарға 3:13-тө уҡы, ЯДТ.) Йәһүәне күп тапҡыр көйөндөрһәк тә, ул беҙҙе һәр ваҡыт кисерә. Ул беҙҙән дә ҡәрҙәштәребеҙҙе кисереүебеҙҙе көтә. Берәйһен рәнйеткәнеңде абайлап ҡалһаң, уның менән татыулашыр өсөн, үҙең беренсе булып аҙым яһа. (Матфай 5:23, 24-те уҡы.)b
КҮБЕРӘК БЕЛ
Йыйылышта берҙәмлек һәм тыныслыҡ булдырыуға нисек үҙ өлөшөңдө индерә алғаныңды бел.
Татыулыҡ булдырыр өсөн һин нимә эшләй алаһың?
4. Башҡаларға ҡарата тиҫкәре ҡараштан арын
Беҙ бөтә ҡәрҙәштәребеҙҙе лә яратырға теләйбеҙ. Әммә беҙгә үҙебеҙҙән ныҡ айырылып торған кеше менән яҡын аралашыу ауыр булырға мөмкин. Беҙгә нимә ярҙам итә ала? Ғәмәлдәр 10:34, 35-те уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:
Йәһүә үҙ ғаиләһенә төрлө кешеләрҙе ҡабул итә. Был үҙебеҙҙән сығышы һәм социаль дәрәжәһе менән айырылып торған кешеләргә ҡарата ҡарашыбыҙға нисек тәьҫир итергә тейеш?
Һин йәшәгән ерҙә башҡаларға ҡарата ниндәй тиҫкәре ҡараштар таралған? Ни өсөн һин ундай ҡараштарҙан арынырға теләйһең?
2 Коринфтарға 6:11—13-тө уҡы һәм яуап бир:
Һиңә бөтә ҡәрҙәштәрҙе, хатта үҙеңдән ныҡ айырылып торғандарын да яратырға нимә ярҙам итер?
5. Ысын күңелдән кисер һәм тыныслыҡ урынлаштыр
Йәһүә бер ваҡытта ла беҙҙең алдыбыҙҙа ғәйепле һәм кисереүебеҙгә мохтаж булмаясаҡ, шулай ҙа ул беҙҙе һәр саҡ ғәфү итергә әҙер. Зәбур 86:5-те уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:
Был аяттан Йәһүәнең кисереүе тураһында беҙ нимә беләбеҙ?
Һин Йәһүәнең кисереүен ҡәҙерләйһеңме? Аңлат.
Ниндәй осраҡтарҙа башҡалар менән татыулыҡ һаҡлауы ауыр булырға мөмкин?
Беҙ нисек, Йәһүәнән үрнәк алып, ҡәрҙәштәр менән берҙәмлек һаҡлай алабыҙ? Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Берәйһе һине үпкәләтһә йә асыуыңды килтерһә, хәлде яҡшыртыр өсөн, һин нимә эшләй алаһың?
Ҡайһы саҡта беҙ бер-беребеҙҙе рәнйетәбеҙ. Ундай осраҡта нимә эшләргә? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.
Апай-ҡәрҙәш татыулыҡ булдырыр өсөн нимә эшләне?
6. Ҡәрҙәштәрҙең яҡшы яҡтарын күрергә тырыш
Ҡәрҙәштәребеҙҙе яҡшыраҡ белгән һайын, беҙ уларҙың көслө яҡтарын да, көсһөҙ яҡтарын да күрә башлайбыҙ. Беҙгә тәү сиратта уларҙың яҡшы яҡтарын күрергә нимә ярҙам итер? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.
Беҙгә ҡәрҙәштәрҙең яҡшы сифаттарын күрергә нимә ярҙам итер?
Йәһүә иғтибарын яҡшы сифаттарыбыҙға туплай. 2 Йылъяҙма 16:9а-ны уҡы һәм яуап бир:
Йәһүәнең үҙ иғтибарын тәү сиратта яҡшы сифаттарыңа туплағанын белеү һиндә ниндәй хистәр уята?
Хатта бриллианттың да етешһеҙлектәре була, әммә ул барыбер ҡиммәтле таш булып ҡала. Ҡәрҙәштәребеҙҙең дә етешһеҙлектәре бар, әммә Йәһүә өсөн улар барыбер ҡиммәтле
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Тәүҙә ул минән ғәфү үтенһен. Шунан мин уны кисерермен».
Ни өсөн беҙ башҡаларҙы кисерергә әҙер булырға тейеш?
ТӨП ФЕКЕР
Ҡәрҙәштәрҙе кисереп һәм уларҙың бөтәһенә лә яратыу күрһәтеп, һин йыйылыштың берҙәмлегенә үҙ өлөшөңдө индерә алаһың.
Ҡабатлау
Тиҫкәре ҡараштарҙан нисек арынырға?
Берәй ҡәрҙәш менән килешә алмаһаң, нимә эшләрһең?
Кисереү тураһында әйткәндә, ни өсөн һин Йәһүәнән өлгө алырға теләйһең?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Ғайса килтергән миҫал башҡаларҙы хөкөм итмәҫкә өйрәтә.
Бер насарлыҡ та эшләмәнем, тип уйлаһаҡ та, ғәфү үтенергә кәрәкме?
«Ғәфү үтенеү — татыулыҡҡа юл» («Күҙәтеү манараһы», 2002 йыл, 1 ноябрь)
Ҡайһы бер мәсихселәргә башҡаларға бер тигеҙ ҡарарға нимә ярҙам иткәнен ҡара.
Тыуған ҡаршылыҡ йыйылыштағы берҙәмлекте емермәһен өсөн, уны нисек яйға һалып булғанын бел.
«Тыуған ҡаршылыҡтарҙы яратыу менән яйға һалығыҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2016 йыл, май)
a 6-сы ҡушымтала йоғошло ауырыу менән ауырығандарға нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әйтелә.
b 7-се ҡушымтала эш мәсьәләләрен һәм юридик һорауҙарҙы нисек яйға һалып булғаны тураһында әйтелә.