Римдарға
13 Һәр кеше юғары властарға буйһонһон, сөнки һәр төрлө хакимлыҡ — Алланан. Ғәмәлдәге властар Алла тарафынан бирелгән урындарҙы биләй. 2 Шуға күрә властарға ҡаршы сыҡҡан кеше Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы сыға, ундай кеше үҙен хөкөмгә дусар итә. 3 Хакимдарҙан изгелек ҡылыусылар түгел, яманлыҡ ҡылыусылар ҡурҡырға тейеш. Хакимдарҙан ҡурҡмаҫҡа теләйһеңме? Изгелек ҡыл, шунда уларҙан маҡталырһың. 4 Сөнки хакимдар — һинең файҙаң өсөн ҡуйылған Алла хеҙмәтселәре ул. Ә яманлыҡ ҡылаһың икән, ҡурҡ, улар бушҡа ғына ҡылыс йөрөтмәй бит. Улар — яманлыҡ ҡылыусыларға яза биргән Алла хеҙмәтселәре.
5 Тимәк, һеҙгә яза алыуҙан ҡурҡҡанға ғына түгел, ә саф выжданға эйә булырға теләгәнгә лә буйһонорға кәрәк. 6 Шуға күрә һеҙ һалымдар түләйһегеҙ ҙә, сөнки хакимдар — туҡтауһыҙ халыҡ файҙаһына хеҙмәт иткән Алла хеҙмәтселәре. 7 Һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: һалым талап иткәнгә — һалым, яһаҡ талап иткәнгә яһаҡ түләгеҙ, хөрмәт итергә кәрәк булғанды хөрмәт итегеҙ*, ололарға кәрәк булғанды ололағыҙ.
8 Үҙ-ара яратыуҙан башҡа, бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ, яҡынын яратҡан кеше ҡанунды үтәй бит. 9 Сөнки «зина ҡылма, кеше үлтермә, урлама, кешенекенә күҙең ҡыҙмаһын» тигән әмерҙәр һәм башҡалары «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигән әмерҙән ғибәрәт. 10 Яратҡан кеше яҡынына яуызлыҡ ҡылмай, сөнки яратыу — ҡанунды үтәү ул.
11 Ошоларҙы эшләгеҙ, һеҙгә инде йоҡонан уянырға ваҡыт еткәнен беләһегеҙ бит. Хәҙер ҡотолоуыбыҙ беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ. 12 Төн үтеп бара, көн етеп килә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәрен ҡалдырып, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ*. 13 Үҙебеҙҙе, көн яҡтылығындағы кеүек, әҙәпле тотайыҡ. Ҡоторонҡо мәжлестәр, эскелек, аҙғынлыҡ, оятһыҙ тәртип*, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөктән ары торайыҡ. 14 Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең үрнәгенә эйәрегеҙ*, үҙегеҙҙең гонаһлы теләктәрегеҙҙе ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлап йөрөмәгеҙ.