Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 3
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • «Алла хаҡ» (1—8)

      • Еврейҙар ҙа, гректар ҙа гонаһ хакимлығы аҫтында (9—20)

      • Кеше иманы арҡаһында тәҡүә тип иғлан ителә (21—31)

        • Бер кем дә Алла данын сағылдыра алмай (23)

Римдарға 3:4

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәҡүә».

Римдарға 3:23

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «гонаһ ҡылған».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 96 мәҡәлә

Римдарға 3:24

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 9 б.

Римдарға 3:25

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәҡүә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 32 б.

Римдарға 3:26

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәҡүә».

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 3:1—31

Римдарға

3 Улайһа, еврей булыуҙың өҫтөнлөгө нимәлә һәм сөннәтле булыуҙан ниндәй файҙа? 2 Өҫтөнлөктәре бик күп. Иң элек, еврейҙарға Алланың изге һүҙҙәре ышанып тапшырылған. 3 Ә иманы булмаған ҡайһы бер еврейҙар тураһында ни тиергә? Әллә уларҙың ышанмауы Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарамы? 4 Әлбиттә, юҡ! Хатта бөтә кешеләр алдаҡсы булып сыҡһа ла, Алла хаҡ, сөнки: «Һин үҙ һүҙҙәреңдә хаҡ* булырһың һәм ғәйепләнгән саҡта еңерһең», — тип яҙылған бит. 5 Ләкин беҙҙең тәҡүә булмауыбыҙ Алланың тәҡүәлеген тағы ла асығыраҡ итә икән, ни тиербеҙ? Әллә Алла үҙенең асыуын яуҙырғанда ғәҙелһеҙ эш итәме? (Кеше ҡарашынан сығып фекер йөрөтәм.) 6 Һис тә юҡ! Юғиһә, Алла донъяны нисек хөкөм итер?

7 Әммә минең ялған һөйләүем Алла һүҙҙәренең хаҡ булыуын иҫбатлай икән һәм был уға дан килтерә икән, улайһа, ни өсөн мин гонаһ ҡылыусы булараҡ хөкөм ителәм? 8 Ни өсөн: «Яҡшылыҡ булһын өсөн, әйҙәгеҙ, яманлыҡ эшләйек», — тип әйтмәҫкә? Ҡайһы берәүҙәр беҙгә ошо һүҙҙәрҙе таға ла. Уларға сығарылған хөкөм ғәҙел.

9 Шунан? Беҙ яҡшыраҡ хәлдәме? Әлбиттә, юҡ! Инде әйтелгәнсә, еврейҙар ҙа, гректар ҙа — барыһы ла гонаһ хакимлығы аҫтында. 10 Яҙылған бит: «Бер тәҡүә кеше лә юҡ, хатта берәү ҙә юҡ, 11 төшөнөүсән берәү ҙә юҡ, бер кем дә Алланы эҙләмәй. 12 Барыһы ла тура юлдан тайпылған, бер нәмәгә лә яраҡһыҙ булып киткән, изгелек ҡылыусы бер кеше лә юҡ, берәү ҙә юҡ». 13 «Уларҙың ауыҙҙары — асыҡ ҡәбер, телдәрендә — ялған». «Ирендәрендә — ҡара йылан ағыуы». 14 «Уларҙың ауыҙҙары ҡарғыш һәм зәһәр һүҙҙәр менән тулы». 15 «Аяҡтары ҡан ҡойорға ашыға». 16 «Улар үткән ерҙә һәләкәт һәм ҡайғы ҡала. 17 Тыныслыҡ юлы уларға таныш түгел». 18 «Күҙҙәрендә Алланан ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ».

19 Белеүебеҙсә, Ҡанунда яҙылғандарҙың барыһы ла Ҡанун аҫтында булғандарға ҡарай һәм уларҙың береһе лә аҡлана алмаһын өсөн, бөтә донъяның Алла алдында ғәйепле һәм яза алырға лайыҡ икәне ап-асыҡ булһын өсөн бирелгән. 20 Шуға күрә ҡанунды үтәү кешене Алла алдында тәҡүә итмәй, ҡанун гонаһтың нимә икәнен яҡшыраҡ аңларға ғына ярҙам итә.

21 Ләкин хәҙер, Ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарында әйтелгәнсә, Алла алдында ҡанунды үтәмәйенсә тәҡүә булып булғаны асыҡланды. 22 Эйе, Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кеше Алла алдында тәҡүә булып китә ала, сөнки Алла кеше айырмай. 23 Бөтә кеше лә гонаһлы*, бер кем дә Алла данын сағылдыра алмай. 24 Әммә Мәсих Ғайса, йолом түләп, уларҙы гонаһтан азат итте, һәм улар тәҡүә тип иғлан ителде. Был — Алланың уларға сикһеҙ игелегенән сығып биргән бүләге. 25 Алла Мәсихте уның ҡанына ышанған кешеләрҙе үҙе менән татыулаштырыр өсөн ҡорбан итте. Шулай эшләп, ул үҙенең түҙемлек менән элек ҡылынған гонаһтарҙы кисергәндә ғәҙел* булғанын күрһәтте. 26 Ул быны үҙенең хәҙер ҙә, Ғайсаға ышанғандарҙы тәҡүә тип иғлан иткәндә, ғәҙел* икәнен күрһәтер өсөн эшләне.

27 Беҙҙең маҡтаныр өсөн сәбәптәребеҙ бармы? Юҡ. Ниндәй ҡанун маҡтанырға сәбәп бирмәй? Эштәр талап иткән ҡанунмы? Юҡ, иман талап иткән ҡанун. 28 Беҙ бит кешенең ҡанун талап иткән эштәр арҡаһында түгел, ә иман арҡаһында тәҡүә тип иғлан ителгәнен беләбеҙ. 29 Ул еврейҙарҙың ғына Аллаһымы ни? Еврей булмағандарҙың да Аллаһы түгелме ни? Эйе, еврей булмағандарҙың да Аллаһы. 30 Алла берәү булғанға, ул имандары нигеҙендә сөннәтлеләрҙе лә, сөннәтһеҙҙәрҙе лә тәҡүә тип иғлан итер. 31 Был, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды ғәмәлдән сығарабыҙ, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу