Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 2
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Пауылдың Кәринттә вәғәзләүе (1—5)

      • Алла аҡыллылығының өҫтөнлөгө (6—10)

      • Алла рухы буйынса йәшәгән кеше һәм үҙ теләктәре буйынса йәшәгән кеше (11—16)

1 Кәринттәргә 2:6

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙлекте ҡ.

1 Кәринттәргә 2:7

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙлекте ҡ.

1 Кәринттәргә 2:8

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙлекте ҡ.

1 Кәринттәргә 2:10

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «Алла тәрәнлектәрен».

1 Кәринттәргә 2:11

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «үҙ рухынан».

1 Кәринттәргә 2:12

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Алла һөйөүе», 63—64 бб.

    «Алла мөхәббәтендә», 53—56 бб.

1 Кәринттәргә 2:14

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2018, 19 б.

1 Кәринттәргә 2:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2018, 19—20 бб.

1 Кәринттәргә 2:16

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    3/2022, 9 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2018, 22 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 2:1—16

Беренсе Кәринттәргә

2 Ҡәрҙәштәр, һеҙгә Алланың изге сере тураһында һөйләргә килгәндә, мин һеҙҙе яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләп йә аҡыллылығымды күрһәтеп һоҡландырырға маташманым. 2 Мин һеҙҙең менән тик Ғайса Мәсих һәм уның бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерелеүе тураһында ғына һөйләшергә ҡарар иттем. 3 Һеҙгә килгәнемдә көсһөҙ инем, ҡурҡа һәм ныҡ тулҡынлана инем. 4 Һөйләгәндә һәм вәғәзләгәндә мин, аҡыл эйәләре кеүек, хикмәтле һүҙҙәр ҡулланманым, ләкин һүҙҙәремдә рух һәм көс сағылды, 5 сөнки иманығыҙҙың кешеләрҙең аҡыллылығына түгел, ә Алланың ҡөҙрәтенә нигеҙләнеүен теләнем.

6 Беҙ аҡыллылыҡ тураһында рухи яҡтан өлгөргәндәр араһында һөйләйбеҙ. Ләкин был заман* аҡылы тураһында ла, уның юҡ буласаҡ хакимдарының аҡылы тураһында ла түгел, 7 ә Алланың изге серҙә йәшерелгән аҡыллылығы тураһында һөйләйбеҙ. Алла, беҙ данланһын өсөн, замандарҙан* элек ошо аҡыллылыҡ буйынса эш итергә ҡарар иткән. 8 Был аҡыллылыҡҡа ошо заман* хакимдарының береһе лә төшөнмәне, сөнки төшөнһәләр, данлыҡлы Хужабыҙҙы бағанаға ҡаҙаҡлап үлтермәҫтәр ине. 9 Яҙылған бит: «Алла үҙен яратҡандарға күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән, кеше уйына килмәгән нәмәләр әҙерләп ҡуйған». 10 Ә беҙгә Алла быны үҙ рухы аша асты, сөнки рух бар нәмәне, хатта Алла аҡыллылығының тәрәнлектәрен* дә тикшерә.

11 Кешенең уйҙарын уның үҙенән* башҡа берәй кеше белә аламы ни? Шуның кеүек үк Алла уйҙарын да Алла рухынан башҡа бер кем дә белмәй. 12 Беҙ иһә, Алланың үҙ игелеге буйынса беҙгә нимә биргәнен белер өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән рухты алдыҡ. 13 Беҙ был хаҡта аҡыллы кешеләрҙән өйрәнгән һүҙҙәр менән түгел, ә рух өйрәткән һүҙҙәр менән һөйләйбеҙ. Шулай итеп, беҙ рухи һорауҙарҙы рухи һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.

14 Ләкин үҙ теләктәре буйынса йәшәгән кеше Алла рухы асҡан нәмәләрҙе ҡабул итмәй, сөнки был уның өсөн ахмаҡлыҡ. Ул быны аңлай ҙа алмай, сөнки быны рухи ҡараштан сығып баһаларға кәрәк. 15 Алла рухы буйынса йәшәгән кеше иһә бар нәмәгә баһа бирә ала, ә уны бер кем дә баһалай алмай. 16 Сөнки «Йәһүәне өйрәтер өсөн уның уй-фекерҙәренә кем төшөнгән?» Ә беҙ Мәсих кеүек фекер йөрөтәбеҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу