Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 6
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • Мәсихкә сумдырылыу һәм яңы тормош (1—11)

      • «Гонаһҡа үҙ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итергә бирмәгеҙ» (12—14)

      • Гонаһ ҡолдары инегеҙ, Алла ҡолдары булып киттегеҙ (15—23)

        • «Гонаһ түләгән хаҡ — үлем, ә Алла биргән бүләк... тормош» (23)

Римдарға 6:2

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 10 б.

Римдарға 6:3

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 110 мәҡәлә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 14 б.

Римдарға 6:4

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «даны».

Римдарға 6:5

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2020, 6 б.

Римдарға 6:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    3/2022, 6 б.

Римдарға 6:7

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «үлгән кешенең гонаһы кисерелә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 29 дәрес

Римдарға 6:12

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «батшалыҡ итергә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 10 б.

Римдарға 6:13

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «тәҡүәһеҙлек».

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «тәҡүәлек».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Алла мөхәббәтендә», 64 б.

Римдарға 6:17

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 34 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 11 б.

Римдарға 6:23

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 66 мәҡәлә

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 6:1—23

Римдарға

6 Шулай итеп, ни тиәйек? Үҙ өҫтөбөҙҙә сикһеҙ игелекте тағы ла күберәк тойор өсөн, артабан да гонаһ ҡылайыҡмы? 2 Әлбиттә, юҡ! Беҙ гонаһ өсөн үлдек, нисек инде гонаһ ҡылып йәшәйек? 3 Мәсих Ғайсаға сумдырылған бөтәбеҙҙең дә уның үлеменә лә сумдырылғаныбыҙҙы белмәйһегеҙме әллә? 4 Беҙ уның үлеменә сумдырылғанда уның менән ерләндек. Был, Мәсих күктәге Атабыҙ ҡөҙрәте* ярҙамында үленән терелгән кеүек, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәһен өсөн булды. 5 Уның кеүек үлгәндә уның менән берләшкәнбеҙ икән, уның кеүек терелгәндә лә уның менән берләшербеҙ. 6 Беҙ беләбеҙ: гонаһлы тәнебеҙ беҙҙең өҫтән бүтән хакимлыҡ итмәһен һәм беҙ бүтән гонаһ ҡолдары булмаһын өсөн, иҫке шәхесебеҙ уның менән бергә бағанала үлде. 7 Үлгән кеше гонаһтан азат* бит.

8 Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, уның менән бергә йәшәйәсәгебеҙгә лә ышанабыҙ. 9 Терелгән Мәсихтең бер ҡасан да үлмәйәсәген беләбеҙ. Үлем уның өҫтөнән бүтән хакимлыҡ итмәй. 10 Ул гонаһты юҡ итер өсөн бер тапҡыр үлде һәм хәҙер Алланың ихтыярын үтәр өсөн йәшәй. 11 Һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһ өсөн үле, ә Мәсих Ғайсаның шәкерттәре булараҡ Алла ихтыярын үтәр өсөн тере тип иҫәпләгеҙ.

12 Шуға күрә гонаһҡа үҙ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итергә* бирмәгеҙ һәм үлемле тәнегеҙҙең теләктәрен үтәмәгеҙ. 13 Тәнегеҙҙе яуызлыҡ* ҡоралы итеп гонаһҡа бирмәгеҙ, әммә үҙегеҙҙе үлеп терелгәндәр булараҡ Аллаға тапшырығыҙ, шулай уҡ тәнегеҙҙе игелек* ҡоралы итеп уға бирегеҙ. 14 Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итергә тейеш түгел, сөнки һеҙ Ҡанун аҫтында түгелһегеҙ, ләкин Алла һеҙгә сикһеҙ игелеген күрһәтә.

15 Шунан ни? Ҡанун аҫтында түгелбеҙ һәм Алла беҙгә сикһеҙ игелеген күрһәтә тип, гонаһ ҡылайыҡмы? Әлбиттә, юҡ! 16 Әллә белмәйһегеҙме? Берәйһенә ҡол кеүек буйһонаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ уның ҡолдары: йә үлемгә алып барған гонаһ ҡолдары, йә тәҡүәлеккә алып барған тыңлаусанлыҡ ҡолдары. 17 Аллаға шөкөр, ҡасандыр гонаһ ҡолдары булһағыҙ ҙа, хәҙер үҙегеҙгә тапшырылған тәғлимәткә бөтә йөрәктән тыңлаусанһығыҙ. 18 Эйе, гонаһ ҡоллоғонан азат ителеп, һеҙ тәҡүәлек ҡолдары булып киттегеҙ. 19 Һеҙ камил булмаған көсһөҙ кешеләр булғанға, һеҙгә аңлайышлы тел менән әйтәм. Элек тәнегеҙҙе яуыз эштәр ҡылыр өсөн нәжеслек һәм яуызлыҡ ҡоллоғона тапшырған кеүек, хәҙер тәнегеҙҙе изге эштәр ҡылыр өсөн тәҡүәлек ҡоллоғона тапшырығыҙ. 20 Сөнки һеҙ, гонаһ ҡолдары булғанда, тәҡүәлеккә буйһонмай инегеҙ.

21 Ул саҡта һеҙ ниндәй емеш килтерә инегеҙ? Ул эштәрҙән хәҙер оялаһығыҙ, уларҙың ахыры — үлем. 22 Ләкин хәҙер, һеҙ гонаһ ҡоллоғонан азат ителеп, Алла ҡолдары булып киткәс, килтергән емешегеҙ — изге булып йәшәү, һәм бының һөҙөмтәһе — мәңгелек тормош. 23 Сөнки гонаһ түләгән хаҡ — үлем, ә Алла биргән бүләк — Хужабыҙ Мәсих Ғайса аша мәңгелек тормош.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу