Беренсе Кәринттәргә
10 Ҡәрҙәштәр, шуны белеүегеҙҙе теләйем: беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың барыһы ла болот аҫтында булған, барыһы ла диңгеҙ аша үткән, 2 болот аҫтында диңгеҙ аша үткән саҡта барыһы ла Мусаның эйәрсендәре булараҡ һыуға сумдырылған, 3 барыһы ла бер үк рухи аҙыҡ ашаған 4 һәм барыһы ла бер үк рухи эсемлек эскән. Улар үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая Мәсихте аңлатҡан*. 5 Ләкин Алла уларҙың күбеһе менән ҡәнәғәт булмаған, шунлыҡтан улар сүлдә һәләк булған.
6 Беҙ улар һымаҡ яуызлыҡҡа ынтылмаһын өсөн, улар менән булған хәлдәр беҙҙең өсөн иҫкәртеү булып тора. 7 Уларҙың ҡайһы берҙәре һымаҡ, ботҡа табыныусы булып китмәгеҙ. Улар тураһында: «Халыҡ ашап-эсергә ултырҙы, шунан күңел асырға тотондо», — тип яҙылған. 8 Уларҙың ҡайһы берҙәре шикелле, аҙғынлыҡҡа* бирелмәйек. Шуның арҡаһында бер көн эсендә уларҙың 23 000-е һәләк булған. 9 Уларҙың ҡайһы берҙәре шикелле, Йәһүәне һынамайыҡ. Шуның арҡаһында улар йылан саҡҡандан үлгән. 10 Уларҙың ҡайһы берҙәре һымаҡ, зарланмағыҙ. Шуның өсөн һәләк итеүсе уларҙы юҡ иткән. 11 Улар менән булған хәлдәрҙең барыһы ла беҙгә һабаҡ булып тора һәм беҙҙе, заман* ахырында йәшәүселәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.
12 Шунлыҡтан, кем ныҡ баҫып торам тип уйлай, шул йығылмаҫ өсөн һаҡ булһын. 13 Һеҙ бөтә кешеләр осрашҡан һынауҙар* менән осрашаһығыҙ. Әммә Алла тоғро, ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаҫ. Һынау ваҡытында, уны кисереп сыға алыуығыҙ өсөн, ҡотолоу юлын да күрһәтер.
14 Шуға күрә, ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем, боттарға табыныуҙан ҡасығыҙ. 15 Һеҙҙең менән айыҡ аҡыллы кешеләр менән һөйләшкәндәй һөйләшәм. Шунлыҡтан әйткәндәрем дөрөҫмө, юҡмы икәнен үҙегеҙ хәл итегеҙ. 16 Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр касаһы Мәсих ҡанында ҡатнашлығыбыҙ барлығын аңлатмаймы ни? Беҙ һындырған икмәк Мәсих тәнендә ҡатнашлығыбыҙ барлығын аңлатмаймы ни? 17 Икмәк берәү булғанға, беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки барыбыҙ ҙа шул бер икмәкте ашайбыҙ.
18 Исраил халҡы тураһында уйлап ҡарағыҙ. Ҡорбан усағында килтерелгән ҡорбандарҙы ашаусылар Алла менән бергә ашамайҙармы ни? 19 Бының менән мин нимә әйтергә теләйем? Ботҡа ҡорбан ителгән нәмә берәй әһәмиәткә эйә типме, йә бот үҙе берәй әһәмиәткә эйә типме? 20 Юҡ. Башҡа халыҡ кешеләре ҡорбандарын Аллаға түгел, ә ендәргә килтерә, тип әйтергә теләйем. Ә мин һеҙҙең ендәр менән берәй уртаҡ нәмәгеҙ булыуын теләмәйем. 21 Һеҙ Йәһүә касаһынан да, ендәр касаһынан да бер юлы эсә алмайһығыҙ. «Йәһүә табынынан» да, ендәр табынынан да бер юлы ашай алмайһығыҙ. 22 Әллә «Йәһүәлә көнсөллөк уятырбыҙмы»? Беҙ унан көслөрәкме ни?
23 Бөтә нәмә рөхсәт ителә*, ләкин ҡайһы бер нәмәләр файҙалы түгел. Бөтә нәмә рөхсәт ителә, ләкин ҡайһы бер нәмәләр нығытмай. 24 Һәр кем үҙенә файҙалы булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.
25 Ит баҙарында һатылған бөтә нәмәне һорашып тормайынса, саф выждан менән ашағыҙ, 26 сөнки «ер һәм ундағы бөтә нәмә — Йәһүәнеке». 27 Әгәр иманһыҙҙарҙың береһе һеҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡырһа һәм һеҙ барырға булһағыҙ, алдығыҙға ҡуйылған бөтә ризыҡты һорашып тормайынса, саф выждан менән ашағыҙ. 28 Әгәр һеҙгә: «Был ботҡа килтерелгән ит», — тиһәләр, шуны әйткән кеше хаҡына һәм выждан хаҡына ашамағыҙ. 29 Мин һеҙҙең выжданығыҙҙы түгел, ә шул кешенең выжданын күҙ уңында тотам. Азатлығым булһа ла, мин башҡа кешенең выжданы азатлығымды хөкөм итеүен теләмәйем. 30 Аллаға рәхмәт әйтеп ашаһам да, башҡалар мине бының өсөн хөкөм итә икән, дөрөҫ эш итәм тип әйтеп буламы?
31 Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме йә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме, барыһын да Аллаға дан килтерерлек итеп эшләгеҙ. 32 Еврейҙарҙың да, гректарҙың да, Алла йыйылышының да абыныуына сәбәпсе булмағыҙ. 33 Мин дә һәр кемгә һәр нәмәлә ярарға тырышам һәм үҙемә түгел, ә, ҡотолһондар тип, күптәргә файҙа эҙләйем.