Римдарға
4 Улайһа, бабабыҙ Ибраһим тураһында нимә әйтеп була? 2 Әгәр Ибраһим эштәре өсөн тәҡүә тип иғлан ителгән булһа, уның маҡтанырға сәбәбе булыр ине, әммә Алла алдында түгел. 3 Ә Яҙмаларҙа нимә тиелә? «Ибраһим Йәһүәгә ышанды, шуға күрә тәҡүә тип һаналды». 4 Эшсегә түләнгән хеҙмәт хаҡы бүләк* итеп түгел, ә бирелергә тейешле нәмә итеп иҫәпләнә. 5 Әгәр кеше үҙ эштәренә таянмаһа, ә Аллаға ышанһа, гонаһ ҡылыусыларҙы тәҡүә тип иғлан итеүсе Алла ундай кешене иманы өсөн тәҡүә тип һанай. 6 Ҡылған эштәренә ҡарамайынса Алла тарафынан тәҡүә тип һаналған кешене Дауыт та бәхетле тип атай: 7 «Яуыз эштәре кисерелгән һәм гонаһтары ҡапланған* кешеләр бәхетле. 8 Йәһүә кемдең гонаһын иҫкә төшөрмәй, шул кеше бәхетле».
9 Ләкин сөннәтлеләр генә бәхетлеме? Йәки сөннәтһеҙҙәр ҙә бәхетлеме? Беҙ бит былай тип әйтәбеҙ: «Иманы өсөн Ибраһим тәҡүә тип һаналды». 10 Әммә ул ҡасан тәҡүә тип иғлан ителгән? Сөннәтле йә сөннәтһеҙ сағындамы? Сөннәтһеҙ сағында. 11 Алла уға сөннәтләнергә ҡушҡан, был уның сөннәтһеҙ сағында уҡ иманы өсөн тәҡүә тип һаналыуын раҫлаған билдә* булған. Шуға күрә, иманы булған бөтә сөннәтһеҙҙәр тәҡүә тип иғлан ителһен өсөн, Ибраһим уларҙың атаһы булып киткән. 12 Ибраһим шулай уҡ сөннәтлеләр өсөн дә атай булып киткән, әммә был йоланы үтәүселәр өсөн генә түгел, ә шулай уҡ үҙе кеүек иман юлынан барыусылар өсөн дә. Ундай иман атабыҙ Ибраһимда ул әле сөннәтһеҙ саҡта уҡ булған.
13 Ерҙе мираҫ итеп алырһың тигән вәғәҙә Ибраһимға һәм уның тоҡомдарына ҡанунды үтәгәндәре өсөн түгел, ә имандары нигеҙендә тәҡүә тип һаналғандары өсөн бирелгән. 14 Әгәр мираҫсылар ҡанунды үтәүселәр икән, ул саҡта иман файҙаһыҙ һәм вәғәҙә буш булып сыға. 15 Ҡанунды боҙоу Алланың асыуын килтерә, ә ҡанун булмаһа, уны боҙоп та булмай.
16 Бына ни өсөн Ибраһимға иманы арҡаһында вәғәҙә бирелгән, һәм шуның менән Алланың сикһеҙ игелеге күрһәтелгән. Шуға күрә был вәғәҙә, һис шикһеҙ, уның бөтә тоҡомдарында — Ҡанунды үтәгәндәрҙә генә түгел, ә беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атабыҙ булған Ибраһимдың иманына оҡшаш иманға эйә булғандарҙың барыһында — үтәләсәк. 17 («Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», — тип яҙылған бит.) Ибраһим үлеләрҙе тере иткән һәм әле булмаған нәмәләр тураһында инде булған кеүек итеп һөйләгән* Аллаға ышанған. 18 Ибраһимдың өмөтләнер өсөн нигеҙе булмаһа ла, ул барыбер үҙенең күп халыҡтарҙың атаһы булып китеренә өмөтләнгән һәм ышанған, сөнки Алла уға: «Тоҡомдарың шул тиклем үк күп булыр», — тигән. 19 Йөҙ йәшкә етеп барған Ибраһим үҙенең тәнен инде үле, ә Сараны бала табыу өсөн ҡарт тип иҫәпләһә лә, уның иманы көсһөҙләнмәгән. 20 Ул Алланың вәғәҙәһен иҫендә тотҡан һәм бер ҙә шикләнмәйенсә ышанған. Иман уны көслө иткән, һәм ул Алланы данлаған. 21 Ул Алланың биргән вәғәҙәһен үтәй алырына ныҡ ышанған. 22 Иманы өсөн «ул тәҡүә тип иғлан ителгән».
23 Шулай ҙа «иғлан ителгән» тигән һүҙҙәр уның өсөн генә түгел, 24 ә беҙҙең өсөн дә яҙылған. Беҙ ҙә тәҡүә тип иғлан ителербеҙ, сөнки Хужабыҙ Ғайсаны терелткән Аллаға ышанабыҙ. 25 Ул гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылған һәм беҙ тәҡүә тип иғлан ителһен өсөн терелтелгән.