Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 6
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Мәсихселәр бер-береһе менән судлаша (1—8)

      • Алла Батшалығын кем мираҫ итеп алмаясаҡ? (9—11)

      • «Үҙ тәндәрегеҙ менән Алланы данлағыҙ» (12—20)

        • «Енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасығыҙ» (18)

1 Кәринттәргә 6:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы»,

    1.11.2002,

1 Кәринттәргә 6:9

Төшөрмәләр

  • *

    Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

  • *

    Төп нөсхәлә ике төрлө һүҙ ҡулланыла: береһе — үҙҙәре менән гомосексуаль мөнәсәбәткә инергә рөхсәт иткәндәрҙе, икенсеһе шундай эште ҡылыусыларҙы үҙ эсенә ала.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 31 дәрес

1 Кәринттәргә 6:10

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 31 дәрес

1 Кәринттәргә 6:11

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 31 дәрес

1 Кәринттәргә 6:12

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «законлы».

  • *

    Йәки «өҫтөмдән хакимлыҡ итергә».

1 Кәринттәргә 6:13

Төшөрмәләр

  • *

    Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

1 Кәринттәргә 6:16

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «бер тән».

1 Кәринттәргә 6:18

Төшөрмәләр

  • *

    Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.

  • *

    Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлекте ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 41 дәрес

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 6:1—20

Беренсе Кәринттәргә

6 Арағыҙҙа берәй ҡәрҙәшенә дәғүәһе булған кеше изгеләргә түгел, ә тәҡүәһеҙҙәргә судҡа барырға нисек баҙнат итә? 2 Изгеләрҙең донъяны хөкөм итәсәген белмәйһегеҙме ни? Ә донъяны хөкөм итәсәкһегеҙ икән, ваҡ-төйәк эштәрҙе хәл итеү ҡулығыҙҙан килмәйме ни? 3 Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә алмайбыҙмы ни? 4 Ни өсөн һуң, шундай эштәрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, һеҙ судты йыйылыш хупламаған кешеләргә ышанып тапшыраһығыҙ?

5 Һеҙҙе оялтыр өсөн әйтәм. Арағыҙҙа ҡәрҙәштәр араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни? 6 Әммә ҡәрҙәш ҡәрҙәшен судҡа алып бара, етмәһә, иманһыҙҙар алдына!

7 Бер-берегеҙ менән судлашыуығыҙ үҙе үк һеҙҙең өсөн еңелеү булып тора. Ни өсөн һеҙгә рәнйетелгән булып ҡалмаҫҡа? Ни өсөн алданған булып ҡалмаҫҡа? 8 Әммә һеҙ үҙегеҙ рәнйетәһегеҙ һәм алдайһығыҙ, ҡәрҙәшем тип тә тормайһығыҙ.

9 Тәҡүә булмаған кешеләр Алла Батшалығын мираҫ итеп алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар* ҙа, боттарға табыныусылар ҙа, зина ҡылыусылар ҙа, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр* ҙә, 10 ҡараҡтар ҙа, ҡомһоҙҙар ҙа, эскеселәр ҙә, башҡаларҙы яманлаусылар ҙа, талаусылар ҙа Алла Батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ. 11 Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ шундай ине. Әммә Алла һеҙҙе Хужабыҙ Ғайса Мәсих исеме хаҡына үҙ рухы менән йыуып таҙартты, изгеләндерҙе һәм тәҡүә тип иғлан итте.

12 Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә*, ләкин ҡайһы бер нәмәләр файҙалы түгел. Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә, ләкин бер нәмәгә лә үҙем менән идара итергә* рөхсәт итмәм. 13 Ризыҡ — ашҡаҙан өсөн, ә ашҡаҙан — ризыҡ өсөн, әммә Алла уларҙың икеһен дә юҡҡа сығарасаҡ. Тән иһә аҙғынлыҡ* өсөн түгел, ә Хужабыҙ өсөн, һәм Хужабыҙ — тән өсөн. 14 Алла үҙенең ҡөҙрәте менән Хужабыҙҙы терелтте һәм беҙҙе лә терелтәсәк.

15 Тәндәрегеҙ Мәсих тәненең өлөштәре икәнен белмәйһегеҙме әллә? Мәсих тәненең өлөштәрен алып, уларҙы фәхишәгә ҡушырмынмы? Һис тә юҡ! 16 Фәхишә менән ҡушылған кешенең уның менән бер тән булып китеүен белмәйһегеҙме әллә? Алла: «Икеһе бер бөтөн* булып китер», — тип әйтә бит. 17 Ә Хужабыҙ менән ҡушылыусы уның менән бер рух булып китә. 18 Енси әхлаҡһыҙлыҡтан* ҡасығыҙ. Кеше ҡыла алған һәр төрлө башҡа гонаһ уның тәненә туранан-тура бәйле түгел, ә енси әхлаҡһыҙлыҡ* осрағында кеше үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла. 19 Һеҙҙең тәнегеҙ һеҙҙә булған изге рухтың, йәғни Алла тарафынан бирелгән рухтың, ғибәҙәтханаһы икәнен белмәйһегеҙме әллә? Һеҙ үҙегеҙҙеке түгел, 20 сөнки ҙур хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуға күрә үҙ тәндәрегеҙ менән Алланы данлағыҙ!

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу