Римдарға
5 Хәҙер, иманыбыҙ арҡаһында тәҡүә тип иғлан ителгәс, әйҙәгеҙ, Алла менән татыулыҡ һаҡлайыҡ*. Беҙ был татыулыҡҡа Хужабыҙ Ғайса Мәсих ярҙамында эйәбеҙ. 2 Беҙ, Ғайсаға ышанғанға, Аллаға яҡынлаша һәм үҙебеҙҙә уның сикһеҙ игелеген тоя алабыҙ. Шатланайыҡ*, сөнки Алланың беҙҙе юғары күтәрәсәгенә өмөтләнәбеҙ. 3 Хатта ғазап сиккәндә лә шатланайыҡ*, сөнки ғазаптар беҙҙе сыҙамлыҡҡа өйрәтә. 4 Сыҙамлыҡ Алла хуплауына килтерә, Алла хуплауы өмөт бирә, 5 өмөт иһә күңел һүрелеүенә килтермәй, сөнки Алла үҙенең яратыуын беҙгә биргән изге рухы аша йөрәктәребеҙгә яуҙырҙы.
6 Беҙ әле көсһөҙ* булған саҡта, Мәсих Алла билдәләгән ваҡытта гонаһлы кешеләр өсөн үлде. 7 Кемдең дә булһа тәҡүә кеше өсөн үлеүе икеле, ә бына яҡшы күңелле* кеше өсөн, бәлки, кемдер үлергә батырсылыҡ итер ҙә. 8 Алла беҙҙе яратыуын шуның менән күрһәтте: Мәсих беҙ әле гонаһ ҡылыусылар булған саҡта беҙҙең өсөн үлде. 9 Шуға күрә хәҙер, уның ҡаны нигеҙендә тәҡүә тип иғлан ителгәс, беҙ уның ярҙамында Алланың асыуынан ҡотоласағыбыҙға тулыһынса ышана алабыҙ. 10 Алланың дошмандары була тороп, Улының үлеме арҡаһында уның менән татыулашҡанбыҙ икән, хәҙер бигерәк тә, инде татыулашҡас, Улының тере булыуы арҡаһында ҡотоласаҡбыҙ. 11 Өҫтәүенә, беҙгә шулай уҡ Алла менән мөнәсәбәттәребеҙ шатлыҡ килтерә, беҙ уның менән Хужабыҙ Ғайса Мәсих ярҙамында татыулаштыҡ.
12 Шуға күрә бер кеше аша донъяға — гонаһ, ә гонаһ аша үлем үтеп кергән, шулай итеп үлем бөтә кешегә күскән, сөнки бөтәһе лә гонаһлы булып киткән*. 13 Гонаһ донъяла Ҡанунға тиклем үк булған, әммә ҡанун булмаған ерҙә бер кем дә гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләнә алмай. 14 Шулай ҙа Әҙәмдән алып Мусаға тиклем үлем хөкөм һөргән, ул хатта Әҙәмдеке кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә хакимлыҡ иткән. Әҙәм иһә килергә тейешле затҡа оҡшаш булған.
15 Ләкин Алла бүләгенең һөҙөмтәһе гонаһ* һөҙөмтәһе кеүек түгел, сөнки бер кешенең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар иткән, ә Алланың сикһеҙ игелеге һәм бер кешенең — Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеге арҡаһында мөмкин булған бүләк күптәргә сағыштырғыһыҙ ҙур файҙа килтерҙе. 16 Шулай уҡ бүләктең һөҙөмтәһе бер кеше ҡылған гонаһтың һөҙөмтәһе кеүек түгел. Сөнки бер гонаһ арҡаһында бөтә кешеләр ғәйепләнде, ә күп гонаһтарҙан һуң бирелгән бүләк күптәрҙе тәҡүә тип иғлан ителеүгә килтерҙе. 17 Бер кешенең гонаһы арҡаһында үлем хөкөм һөрә башлаған икән, бигерәк тә бер кеше — Ғайса Мәсих арҡаһында сикһеҙ игелекте һәм тәҡүәлек бүләген мул итеп алғандар йәшәр һәм батшалыҡ итер!
18 Шуға күрә, бер гонаһ арҡаһында бөтә кеше үлемгә хөкөм ителгән кеүек, бер тәҡүә эш ярҙамында төрлө-төрлө кешеләр* тәҡүә тип иғлан ителә һәм тормошҡа эйә була. 19 Бер кешенең тыңламаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булып киткән кеүек, бер кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр тәҡүә булып китер. 20 Ҡанун иһә кешеләрҙең ни тиклем гонаһлы булғанын күрһәтер өсөн бирелде. Ләкин күп гонаһ булған ерҙә Алланың сикһеҙ игелеге тағы ла мулыраҡ итеп күрһәтелде. 21 Нимә өсөн? Гонаһ менән үлем хөкөм һөргән кеүек, Алланың сикһеҙ игелеге лә хөкөм һөрә башлаһын һәм ул кешеләрҙе тәҡүә тип иғлан итә алһын өсөн. Быларҙың барыһы кешеләр Хужабыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн булды.