Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 13
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • Властарға буйһоноу (1—7)

        • Һалымдар түләү (6, 7)

      • «Яратыу — ҡанунды үтәү ул» (8—10)

      • «Үҙебеҙҙе, көн яҡтылығындағы кеүек, әҙәпле тотайыҡ» (11—14)

Римдарға 13:1

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2023, 8—10 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2022, 13—14 бб.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 45 дәрес

Римдарға 13:2

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2023, 8—10 бб.

Римдарға 13:5

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 36 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы»,

    1.9.2011,

Римдарға 13:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 36 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы»,

    1.9.2011,

Римдарға 13:7

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «ҡурҡырға кәрәк булғандан ҡурҡығыҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2023, 8—9 бб.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 36 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    3/2017, 9—10 бб.

Римдарға 13:12

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «яҡтылыҡтың хәрби кейемен кейәйек».

Римдарға 13:13

Төшөрмәләр

  • *

    Грекса асе́лгейа, күплек һанда тора. Һүҙлектә «Оятһыҙ тәртип» тигән мәҡәләне ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 43 дәрес

Римдарға 13:14

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «Хужабыҙ Ғайса Мәсихкә кейенегеҙ».

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 13:1—14

Римдарға

13 Һәр кеше юғары властарға буйһонһон, сөнки һәр төрлө хакимлыҡ — Алланан. Ғәмәлдәге властар Алла тарафынан бирелгән урындарҙы биләй. 2 Шуға күрә властарға ҡаршы сыҡҡан кеше Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы сыға, ундай кеше үҙен хөкөмгә дусар итә. 3 Хакимдарҙан изгелек ҡылыусылар түгел, яманлыҡ ҡылыусылар ҡурҡырға тейеш. Хакимдарҙан ҡурҡмаҫҡа теләйһеңме? Изгелек ҡыл, шунда уларҙан маҡталырһың. 4 Сөнки хакимдар — һинең файҙаң өсөн ҡуйылған Алла хеҙмәтселәре ул. Ә яманлыҡ ҡылаһың икән, ҡурҡ, улар бушҡа ғына ҡылыс йөрөтмәй бит. Улар — яманлыҡ ҡылыусыларға яза биргән Алла хеҙмәтселәре.

5 Тимәк, һеҙгә яза алыуҙан ҡурҡҡанға ғына түгел, ә саф выжданға эйә булырға теләгәнгә лә буйһонорға кәрәк. 6 Шуға күрә һеҙ һалымдар түләйһегеҙ ҙә, сөнки хакимдар — туҡтауһыҙ халыҡ файҙаһына хеҙмәт иткән Алла хеҙмәтселәре. 7 Һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: һалым талап иткәнгә — һалым, яһаҡ талап иткәнгә яһаҡ түләгеҙ, хөрмәт итергә кәрәк булғанды хөрмәт итегеҙ*, ололарға кәрәк булғанды ололағыҙ.

8 Үҙ-ара яратыуҙан башҡа, бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ, яҡынын яратҡан кеше ҡанунды үтәй бит. 9 Сөнки «зина ҡылма, кеше үлтермә, урлама, кешенекенә күҙең ҡыҙмаһын» тигән әмерҙәр һәм башҡалары «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигән әмерҙән ғибәрәт. 10 Яратҡан кеше яҡынына яуызлыҡ ҡылмай, сөнки яратыу — ҡанунды үтәү ул.

11 Ошоларҙы эшләгеҙ, һеҙгә инде йоҡонан уянырға ваҡыт еткәнен беләһегеҙ бит. Хәҙер ҡотолоуыбыҙ беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ. 12 Төн үтеп бара, көн етеп килә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәрен ҡалдырып, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ*. 13 Үҙебеҙҙе, көн яҡтылығындағы кеүек, әҙәпле тотайыҡ. Ҡоторонҡо мәжлестәр, эскелек, аҙғынлыҡ, оятһыҙ тәртип*, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөктән ары торайыҡ. 14 Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең үрнәгенә эйәрегеҙ*, үҙегеҙҙең гонаһлы теләктәрегеҙҙе ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлап йөрөмәгеҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу