Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 1
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Сәләмләү һүҙҙәре (1—3)

      • Пауыл кәринттәр өсөн Аллаға рәхмәттәр уҡый (4—9)

      • Берҙәм булырға өндәү (10—17)

      • «Мәсих — Алланың ҡөҙрәте һәм аҡыллылығы» (18—25)

      • Йәһүә менән генә маҡтанығыҙ (26—31)

1 Кәринттәргә 1:7

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең асылышын».

1 Кәринттәргә 1:12

Төшөрмәләр

  • *

    Петер булараҡ та билдәле.

1 Кәринттәргә 1:20

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙлекте ҡ.

1 Кәринттәргә 1:23

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «абыныу сәбәбе».

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 1:1—31

Беренсе Кәринттәргә

1 Мин, Алланың ихтыяры буйынса Мәсих Ғайсаның илсеһе булырға саҡырылған Пауыл, һәм ҡәрҙәшебеҙ Состин 2 Кәринттәге Алла йыйылышына, Мәсих Ғайсаның шәкерттәре булараҡ изгеләндерелгәндәргә, яҙабыҙ. Мин һеҙгә, изге булырға саҡырылғандарға, шулай уҡ бөтә ерҙә барыбыҙҙың Хужаһы булған Ғайса Мәсихте танығандарға яҙам.

3 Атабыҙ Алла һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсих һеҙгә сикһеҙ игелек күрһәтеп, тыныслыҡ бирһендәр!

4 Мин һәр ваҡыт Аллама, уның һеҙгә Мәсих Ғайса аша күрһәткән сикһеҙ игелеген иҫтә тотоп, һеҙҙең өсөн рәхмәттәр уҡыйым. 5 Мәсих менән берҙәмлектә булыуығыҙ арҡаһында һеҙ бар яҡтан да байынығыҙ, тулы белемгә һәм һүҙҙе иғлан итеү һәләтенә эйә булдығыҙ, 6 һәм һеҙҙең арала Мәсих тураһындағы хәбәр ныҡ тамырланды. 7 Шунлыҡтан Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең үҙ көсөн күрһәтеүен* көткән арала һеҙ бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйһегеҙ. 8 Шулай уҡ, Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең көнөндә һеҙҙең һис ниндәй ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла һеҙҙе ахырға тиклем нығытып торор. 9 Һеҙҙе үҙенең Улы Хужабыҙ Ғайса Мәсих менән берҙәмлектә булырға саҡырған Алла тоғро.

10 Ҡәрҙәштәр, Хужабыҙ Ғайса Мәсих исеменән үтенеп һорайым: һүҙҙә берҙәм булығыҙ, бүленештәрҙән һаҡланығыҙ, бер уй-фекерҙә булығыҙ. 11 Ҡәрҙәштәрем, Хөлиә өйөндәгеләрҙән арағыҙҙағы бәхәстәр тураһында ишеттем. 12 «Мин — Пауылдың шәкерте», «ә мин — Апалустыҡы», «мин — Кифаныҡы*», «ә мин — Мәсихтеке» тип әйтеүегеҙҙе күҙ уңында тотам. 13 Мәсих бүленгәнме әллә? Әллә һеҙҙең хаҡҡа Пауыл бағанаға ҡаҙаҡланғанмы? Йә Пауылды танып һыуға сумдырылдығыҙмы? 14 Аллаға шөкөр, Криспи менән Ғайҙан башҡа, арағыҙҙан берегеҙҙе лә һыуға сумдырманым, 15 шуға күрә берегеҙ ҙә, Пауылды танып һыуға сумдырылдым, тип әйтә алмай. 16 Мин шулай уҡ Стифәнәстең өйөндәгеләрҙе һыуға сумдырҙым. Ә тағы берәйһен һыуға сумдырҙыммы, юҡмы, хәтерләмәйем. 17 Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе, ләкин уҡымышлы кешеләрҙең теле менән вәғәзләр өсөн түгел, юғиһә Мәсихтең бағанала үлеүе бушҡа булыр ине.

18 Сөнки һәләк ителеүселәр өсөн Мәсихтең бағанала үлтерелеүе тураһындағы хәбәр — ахмаҡлыҡ, ә беҙҙең өсөн, ҡотолоусылар өсөн, был хәбәр — Алла ҡөҙрәте. 19 «Аҡыллыларҙың аҡылын юҡҡа сығарырмын, зирәктәрҙең зирәклеген кире ҡағырмын», — тип яҙылған бит. 20 Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың* бәхәссеһе? Алла был донъяның аҡыллылығын ахмаҡлыҡ итмәнеме ни? 21 Донъя, үҙ аҡыллылығына таянып, Алланы танып белә алманы. Ләкин Алланың аҡыллылығы уның беҙ вәғәзләгән һәм башҡаларға ахмаҡлыҡ булып күренгән хәбәр аша иманлыларҙы ҡотҡарырға ҡарар итеүендә күренә.

22 Еврейҙар билдәләр күрһәтеүҙе һорай, гректар аҡыллылыҡ эҙләй, 23 беҙ иһә бағанаға ҡаҙаҡланған Мәсих тураһында вәғәзләйбеҙ. Был — еврейҙар өсөн кәртә*, ә башҡа халыҡтар өсөн ахмаҡлыҡ. 24 Ләкин саҡырылғандар өсөн, еврейҙармы улар, гректармы, Мәсих — Алланың ҡөҙрәте һәм аҡыллылығы, 25 сөнки Алланың аҡылһыҙ булып күренгән нәмәләре кешеләрҙән аҡыллыраҡ һәм Алланың көсһөҙ булып күренгән нәмәләре кешеләрҙән көслөрәк.

26 Ҡәрҙәштәр, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, Алла һеҙҙе саҡырғанда, арағыҙҙа аҡыллы тип иҫәпләнгәндәр ҙә, көслөләр ҙә, затлылар ҙа күп түгел ине. 27 Ләкин Алла, аҡыллыларҙы оятҡа ҡалдырыр өсөн, донъя аҡылһыҙ тип һанағанды һайлап алды һәм, көслөләрҙе оятҡа ҡалдырыр өсөн, донъя көсһөҙ тип иҫәпләгәнде һайлап алды; 28 һәм, донъя мөһим тип һанағанды юҡҡа сығарыр өсөн, Алла донъя кәмһеткәнде һәм затһыҙ, әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләгәнде һайлап алды, 29 шуға күрә Алла алдында бер кем дә маҡтана алмай. 30 Ләкин Алла арҡаһында хәҙер һеҙ Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә тораһығыҙ. Ғайса һеҙгә Алланың аҡыллылығын һәм тәҡүәлеген аса. Уның аша беҙ изге булып китә алабыҙ, ул шулай уҡ беҙҙе, гонаһтан йолоп, ҡотҡара ала. 31 Шуға күрә, Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, «кем маҡтана, шул Йәһүә менән маҡтанһын».

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу