Римдарға
2 Шуға күрә, кем генә булһаң да, башҡаларҙы хөкөм итәһең икән, аҡланырға нигеҙең юҡ. Башҡаларҙы хөкөм иткәндә, һин бит үҙеңде хөкөм итәһең, сөнки үҙең дә шундай уҡ эштәр ҡылаһың. 2 Ләкин беҙ Алланың, шундай эштәр ҡылғандарҙы хөкөм иткәндә, ғәҙел* хөкөм иткәнен беләбеҙ.
3 Әллә һин, башҡаларҙы хөкөм итеп тә, үҙең улар кеүек эш итәһең икән, Алла хөкөмөнән ҡотола алырмын, тип уйлайһыңмы? 4 Йәки һин уның бөйөк игелеген, мәрхәмәтен һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы? Әллә уның, игелек күрһәтеп, һиңә тәүбәгә килергә ярҙам итергә теләгәнен аңламайһыңмы? 5 Ләкин үҙһүҙлелегең һәм тәүбә итергә теләмәүең менән һин үҙеңде Алла асыуына дусар итәһең. Ул асыуын үҙенең ғәҙел хөкөмө көнөндә яуҙырасаҡ. 6 Ул һәр кемгә эшенә ҡарап әжерен бирәсәк. 7 Изге эштәр ҡылыуҙан туҡтамай, данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылғандарға ул мәңгелек тормош бирер. 8 Ә бәхәсләшергә яратҡан, хәҡиҡәткә буйһонмаған һәм тәҡүәһеҙ эштәр ҡылған кешеләргә ул үҙенең асыу-ярһыуын яуҙырыр. 9 Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың барыһы ла: еврейҙар ҙа, гректар ҙа ҡайғы һәм ғазап күрәсәк. 10 Ә яҡшылыҡ ҡылыусыларҙың барыһын да: тәүҙә еврейҙарҙы, ә шунан гректарҙы дан, хөрмәт һәм тыныслыҡ көтә. 11 Алла бит кеше айырмай.
12 Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылғандарҙың барыһы ла, ҡанунды белмәһә лә, үлер, ә ҡанунды белә тороп гонаһ ҡылғандарҙың барыһы ла ҡанун буйынса хөкөм ителер. 13 Сөнки Алла алдында ҡанунды тыңлаусылар түгел, ә уны үтәүселәр тәҡүә тип иғлан ителер. 14 Башҡа халыҡ кешеләре, Алла ҡанунын белмәйенсә ҡанун ҡушҡанды эшләгәндә, күңелдәрендә ҡанун булғанын раҫлай. 15 Улар ҡанундың асылы күңелдәрендә яҙылғанын күрһәтә, выждандары ла шул турала уҡ шаһитлыҡ бирә, һәм уйҙарында улар үҙҙәрен йә ғәйепләй, йә аҡлай. 16 Мин вәғәзләгән һөйөнөслө хәбәр буйынса, быларҙың барыһы Алла Мәсих Ғайса аша кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын хөкөм иткән көндә буласаҡ.
17 Һин үҙеңде еврей тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алла халҡының өлөшө булғаның менән ғорурланаһың. 18 Ҡанунға өйрәтелгәнгә, һин Алланың ихтыяры нимәлә икәнен беләһең һәм ысынында нимә ҡиммәтле икәнен аңлайһың. 19 Һин үҙеңдең һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөтөүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ, 20 аҡылһыҙҙарға нәсихәт биреүсе, сабыйҙарҙы өйрәтеүсе икәнеңә һәм Ҡанундағы белем менән хәҡиҡәттең нигеҙҙәрен аңлауыңа инанғанһың. 21 Шулай булғас, нишләп һин, башҡаларҙы өйрәтеп тә, үҙ-үҙеңде өйрәтмәйһең? «Урлама» тип вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың. 22 «Зина ҡылма» тип әйтәһең, ә үҙең зина ҡылаһың. Боттарҙы күрә алмайым, тиһең, ә үҙең ғибәҙәтханаларҙы талайһың. 23 Ҡанун менән ғорурланаһың, ә үҙең, Ҡанунды боҙоп, Алланы хурлайһың. 24 «Һеҙҙең арҡала Алла исеме халыҡтар араһында мыҫҡыл ителә», — тип яҙылған шул.
25 Сөннәтле булыу, Ҡанунды үтәһәң генә, файҙа килтерә. Ә Ҡанунды боҙаһың икән, сөннәтең сөннәтһеҙлеккә әйләнә. 26 Ә инде сөннәтһеҙ кеше Ҡанунды үтәй икән, уның сөннәтһеҙ булыуы сөннәт тип һаналмаҫмы ни? 27 Шулай итеп, сөннәтһеҙ кеше, Ҡанунды үтәп, һине — Ҡануны булған һәм сөннәтләнгән була тороп та, Ҡанунды боҙған кешене — хөкөм итәсәк. 28 Тышҡы яҡтан ғына еврей* булған ысын еврей түгел, тәндәге сөннәт ысын сөннәт түгел. 29 Эстән еврей булған ғына — ысын еврей, шулай уҡ Ҡанун буйынса яһалған сөннәт түгел, ә йөрәккә рух менән яһалған сөннәт кенә — ысын сөннәт. Ундай кешене кешеләр түгел, ә Алла маҡтар.