Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • fy 3 бүлек 27—38 бб.
  • Оҙайлы никахҡа ике асҡыс

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Оҙайлы никахҡа ике асҡыс
  • Ғаилә бәхетенең сере
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЕРЕНСЕ АСҠЫС
  • ИКЕНСЕ АСҠЫС
  • БАШ БУЛЫУҘА МӘСИХТӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ
  • ҠАТЫНДЫҢ БУЙҺОНОУЫ
  • АРАЛАШЫУҘЫҢ МӨҺИМЛЕГЕ
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора? (1-се өлөш)
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Никахта нисек уңышҡа өлгәшергә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Ғаилә бәхетенең сере
fy 3 бүлек 27—38 бб.

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Оҙайлы никахҡа ике асҡыс

1, 2. а) Никах күпме ваҡытҡа һуҙылырға тейеш булған? б) Был нисек мөмкин?

АЛЛА, беренсе ир менән ҡатынды никахта берләштергәндә, никах ваҡытлыса ғына булыр тип әйтмәгән. Әҙәм менән Һауа ғүмер буйы бергә йәшәргә тейеш булған (Башланмыш 2:24). Алла ҡарашынан өлгөлө никах — ул бер генә ирҙең бер генә ҡатын менән берегеүе; был Алла урынлаштырған тәртип. Айырылышырға һәм яңы никахҡа инергә рөхсәт иткән, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән берҙән-бер сәбәп — ул береһенең йәки икеһенең дә зина ҡылыуы (Матфей 5:32).

2 Әммә ике кеше, мәңге бергә йәшәп, бәхетле була аламы? Эйе, Изге Яҙмала быны мөмкин иткән ике мөһим асҡыс тураһында әйтелә. Ир менән ҡатын шул асҡыстарҙы ҡулланһа, бәхеткә һәм күп фатихаларға ирешер. Һүҙ ниндәй асҡыстар тураһында бара?

БЕРЕНСЕ АСҠЫС

28-се биттәге иллюстрация

Үҙ-ара мөхәббәт һәм хөрмәт бәхетле никахҡа илтә

3. Ир менән ҡатынға мөхәббәттең ниндәй төрҙәрен үҫтерергә кәрәк?

3 Беренсе асҡыс — ул мөхәббәт. Изге Яҙмала мөхәббәттең төрлө төрҙәре бар тип әйтелә. Беренсеһе — ул дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, бындай яратыу яҡын дуҫтар араһында була (Яхъя 11:3). Икенсеһе — туғандар араһындағы яратыу (Римдарға 12:10). Өсөнсөһө — ир менән ҡатын араһында булған романтик мөхәббәт (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:15—20). Әлбиттә, ир менән ҡатынға яратыуҙың бөтә төрҙәрен дә үҫтерергә кәрәк. Әммә яратыуҙың дүртенсе төрө лә бар, һәм ул — иң мөһиме.

4. Мөхәббәттең дүртенсе төрө ниндәй?

4 Инжилдең төп нөсхәһе яҙылған телдә мөхәббәттең дүртенсе төрө ага́пе тип атала. Был һүҙ 1 Яхъя 4:8-ҙә ҡулланыла. Унда: «Алла — мөхәббәт ул», — тиелә. Ысынлап та, «беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты» (1 Яхъя 4:19). Ундай яратыуҙы мәсихсе башта Йәһүә Аллаға, ә һуңынан кешеләргә ҡарата үҫтерә (Марк 12:29—31). Ага́пе тигән һүҙ Ефестарға 5:2-лә лә ҡулланыла. Унда: «Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. ...Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе», — тип әйтелә. Мөхәббәттең был төрө мәсихселәрҙе айырып торған һыҙат буласағы хаҡында Ғайса былай тигән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан [ага́пе] барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:35). Шуға ла иғтибар итергә була, ага́пе тигән һүҙ 1 Коринфтарға 13:13-тә лә ҡулланыла: «Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт [ага́пе] — иң бөйөгө».

5, 6. а) Ни өсөн мөхәббәт иман һәм өмөттән бөйөгөрәк? б) Мөхәббәт нисек никахты оҙайлы итә?

5 Ниндәй мәғәнәлә мөхәббәттең ага́пе тигән төрө имандан һәм өмөттән бөйөгөрәк? Ага́пе ғәҙел принциптарға — Изге Яҙмалағы принциптарға нигеҙләнгән (Зәбур 119:105). Был башҡа кешегә ҡарата дөрөҫ эш итеү һәм Алла ҡарашынан игелекле булғанды эшләү тураһында эскерһеҙ ҡайғыртыуҙы аңлата; ундай яратыу хатта кеше быға лайыҡмы, юҡмы икәненә ҡарамайынса күрһәтелә. Тап шундай яратыу ир менән ҡатынға Изге Яҙмалағы ошо кәңәшкә ҡолаҡ һалырға ярҙам итә: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булып һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисереп йәшәгеҙ. Хатта һеҙҙе берәйһе рәнйетһә лә, шулай эшләгеҙ. Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш» (Колосстарға 3:13, ЯДТ). Ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарата ысын яратыу [ага́пе] үҫтерергә тейеш, «сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә» (1 Петр 4:8). Иғтибар итегеҙ, мөхәббәт хаталарҙы кисерә. Ул хаталарҙы бөтөрмәй, сөнки камил булмаған кешеләргә хаталаныу хас (Зәбур 130:3, 4; Яҡуб 3:2).

6 Никахҡа ингән ир менән ҡатын Аллаға һәм бер-береһенә ҡарата шундай яратыу үҫтерһә, уларҙың никахы оҙайлы һәм бәхетле булыр, сөнки «мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ» (1 Коринфтарға 13:8). Яратыу «барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк» (Колосстарға 3:14). Ир һәм ҡатын булараҡ, һеҙ нисек шундай яратыу үҫтерә алаһығыҙ? Алла Һүҙен уҡығыҙ һәм уҡығанығыҙ хаҡында фекер алышығыҙ. Мөхәббәт тураһында әйткәндә, Ғайса иҫ киткес өлгө ҡалдырған, шуға күрә уның хаҡында күберәк белем алығыҙ. Уның кеүек уйларға һәм эш итергә тырышығыҙ. Мәсихселәрҙең осрашыуҙарына йөрөгөҙ, сөнки унда Алла Һүҙен өйрәнәләр. Мөхәббәттең был бөйөк төрө изге рух емешенең бер өлөшөн тәшкил итә. Шуға күрә, уны үҫтерер өсөн, ярҙам һорап, Аллаға доға ҡылығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6; Яхъя 17:3; Галаттарға 5:22; Еврейҙарға 10:24, 25).

ИКЕНСЕ АСҠЫС

7. Хөрмәт нимә ул, һәм никахта уны кем күрһәтергә тейеш?

7 Әгәр ир менән ҡатын бер-береһен ысындан да яратһа, улар бер-береһен хөрмәт тә итәсәк. Тап хөрмәт — ғаилә бәхетенең икенсе асҡысы. Хөрмәт итеү «башҡаларға күрһәтелгән ҡәҙер, ихтирамды» аңлата. Алла Һүҙендә бөтә мәсихселәргә лә, шул иҫәптән ирле-ҡатынлыларға ла, бындай кәңәш бирелә: «Бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ» (Римдарға 12:10). Илсе Петр: «Ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ», — ти (1 Петр 3:7). Ә ҡатынға, «ирен хөрмәт итһен», тиелә (Ефестарға 5:33). Берәйһен хөрмәт итергә теләһәк, беҙ шул кеше менән, уның ҡараштарын иҫәпкә алып, дәрәжәһен төшөрмәйенсә игелекле мөғәмәлә итербеҙ. Беҙ шулай уҡ уның урынлы үтенестәрен үтәргә тырышырбыҙ.

8—10. Хөрмәт нисек итеп никахты ныҡлы һәм бәхетле итә?

8 Ғаилә бәхетле булһын өсөн, ир ҙә, ҡатын да үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып түгел, ә «башҡалар [тормош иптәше] хаҡында ла хәстәрлек күр[еп]», уны хөрмәт итергә тейеш (Филиптарға 2:4). Улар үҙ-үҙе тураһында ғына ҡайғыртһа, был эгоизм булыр ине. Бының урынына улар тормош иптәше өсөн нимә иң яҡшыһы булыр икәнлеге хаҡында уйлай. Улар тормош иптәшенең мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуя.

9 Үҙ-ара хөрмәт ир менән ҡатынға шулай уҡ фекер ҡаршылыҡтарын танырға ярҙам итер. Ике төрлө кешенең ҡарашы һәр нәмәгә лә бер үк булыр, тип көтөү аҡыллы булмаҫ ине. Ир өсөн мөһим булған нәмә ҡатын өсөн бик мөһим булмаҫҡа ла мөмкин, һәм ҡатынға оҡшаған нәмәне ир бөтөнләй яратмаҫҡа мөмкин. Әммә был Йәһүәнең ҡанундарына һәм принциптарына ҡаршы килмәһә, ир менән ҡатынға бер-береһенең ҡараштарын һәм һайлауҙарын хөрмәт итергә кәрәк. (1 Петр 2:16; Филимонға 14 менән сағыштырығыҙ.) Өҫтәүенә, улар, башҡалар алдында ла, үҙҙәре генә ҡалғанда ла, урынһыҙ шаяртып йә төртмә һүҙҙәр әйтеп, бер-береһен кәмһетергә тейеш түгел.

10 Эйе, Алланы һәм бер-береңде яратыу, үҙ-ара хөрмәт — уңышлы никахтың ике асҡысы. Уларҙы ғаилә тормошоноң ҡайһы бер мөһим өлкәләрендә нисек ҡулланып була?

БАШ БУЛЫУҘА МӘСИХТӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

11. Изге Яҙмаға ярашлы, никахта кем баш булырға тейеш?

11 Изге Яҙмала, ир, ғаилә башлығы булараҡ, үҙ бурыстарын уңышлы үтәр өсөн кәрәкле сифаттар менән барлыҡҡа килтерелгән, тип әйтелә. Шулай итеп, ир Йәһүә алдында үҙенең ҡатыны һәм балаларының рухи именлеге һәм физик ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыу өсөн яуаплы. Уға төплө итеп уйланылған һәм Йәһүәнең рухын сағылдырған ҡарарҙар ҡабул итеп, Алла күңеленә хуш килгән сифаттар күрһәтеп, өлгө булырға кәрәк. Инжилдә: «Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ, сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир — ҡатынының башы», — тип әйтелә (Ефестарға 5:22, 23). Әммә унда шулай уҡ, ир өҫтөнән дә хакимлыҡ иткән башлыҡ бар, тиелә. Илсе Павел былай тип яҙған: «Әммә мин һәр ирҙең Башы — Мәсих, ҡатындың башы — ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем» (1 Коринфтарға 11:3). Зирәк ир, үҙ өҫтөнән ҡуйылған башлыҡтан — Ғайса Мәсихтән — үрнәк алып, үҙ ролен үтәргә өйрәнә.

12. Ғайса буйһоноу һәм баш булыу яғынан ниндәй иҫ киткес өлгө ҡалдырған?

12 Ғайса өҫтөнән дә баш бар, ул — Йәһүә Алла. Ғайса уға тейешле рәүештә буйһона. «Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам», — тип әйткән Ғайса (Яхъя 5:30). Ниндәй иҫ киткес өлгө! Ғайса «яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ» барлыҡҡа килтерелгән (Колосстарға 1:15). Һуңыраҡ ул Мәсих булып киткән. Ул майланған мәсихселәрҙән торған йыйылыштың Башы һәм, бөтә фәрештәләрҙән дә юғарыраҡ урын алып, Алла Батшалығының һайлап алынған Батшаһы итеп билдәләнгән (Филиптарға 2:9—11; Еврейҙарға 1:4). Шундай ҙур дәрәжәгә эйә булыуына һәм үҙен шундай иҫ киткес киләсәк көтөүенә ҡарамаҫтан, Ғайса бер ҡасан да ҡаты бәғерле, еңмеш, сиктән тыш талапсан булмаған. Ул рәхимһеҙ булмаған һәм шәкерттәренә гел, һеҙ миңә буйһонорға тейешһегеҙ тип, ҡабатлап тормаған. Ғайса былай тигән: «Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен. Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин — йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ. Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел!» (Матфей 11:28—30) Ғайса менән аралашыу кешеләргә шатлыҡ килтергән.

13, 14. Ҡайғыртыусан ир, Ғайсанан үрнәк алып, башлыҡ ролен нисек үтәй?

13 Бәхетле ғаилә булдырырға тырышҡан ир Ғайсаның күркәм сифаттары тураһында күберәк белергә тырыша. Яҡшы ир тупаҫ эш итмәй, ул, өнһөҙ буйһоноуҙы талап итеп, ғаилә башлығы ролен ҡатынын ҡурҡытыр өсөн күҫәк урынына ҡулланмай. Киреһенсә, яҡшы ир ҡатынын ярата һәм хөрмәт итә. Ғайса «баҫалҡы» булған икән, ирҙең шундай булырға сәбәптәре күберәк, сөнки, Ғайсанан айырмалы рәүештә, ул хаталар яһай. Хаталанғанда, ул ҡатынының аңлауын көтә. Шуға күрә баҫалҡы ир, хатта «ғәфү ит, һин хаҡлы» тигән һүҙҙәрҙе әйтеүе ауыр булһа ла, үҙ хаталарын таный. Ҡатынға, ғорур һәм тиҫкәре ирҙе хөрмәт итеүгә ҡарағанда, тыйнаҡ һәм баҫалҡы ирҙе баш булараҡ хөрмәт итеү еңелерәк булыр. Ирен хөрмәт иткән ҡатын да ҡылған хаталары өсөн ғәфү үтенә.

14 Алла ҡатынды матур сифаттар менән барлыҡҡа килтергән. Шул сифаттарҙы сағылдырып, ул ғаиләнең бәхетле булыуына үҙ өлөшөн индерә ала. Быны аңлаған зирәк ир ҡатынын баҫырға тырышмаҫ. Күп ҡатындарға йәлләү һәм хислелек хас. Был сифаттар ғаилә хаҡында ҡайғыртыр өсөн һәм кешеләр араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыр өсөн бик мөһим. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ өйҙә йәм булдырырға һәләтле. Ғибрәтле һүҙҙәрҙең 31-се бүлегендә «яҡшы ҡатындың» иҫ киткес күп һәләттәре һәм ғәжәп сифаттары тасуирлана. Улар ғаиләгә файҙа килтерә. Ни өсөн? Сөнки «уның ире уға ысын күңелдән ышана» (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10, 11).

15. Ғайсанан үрнәк алып, ир ҡатынына ҡарата нисек яратыу һәм хөрмәт күрһәтә ала?

15 Ҡайһы бер халыҡтарҙа ирҙең хакимлығына артыҡ ҙур әһәмиәт бирелә, хатта уға һорау биреү ҙә ихтирамһыҙлыҡ тип иҫәпләнә. Ул ҡатынын ҡол урынына күрергә мөмкин. Ундай дөрөҫ булмаған тәртип ирҙең ҡатыны менән генә түгел, ә Алла менән дә мөнәсәбәтен боҙа. (1 Яхъя 4:20, 21 менән сағыштырығыҙ.) Икенсе осраҡта иһә, ҡайһы бер ирҙәр үҙ өҫтөнә баш булыу ролен алмайынса, хакимлыҡты ҡатынына тапшырып ҡуя. Мәсихтән үрнәк алған ир ҡатынын хеҙмәтсе сифатында ҡулланмай һәм уны кәмһетмәй. Киреһенсә, ул Ғайсанан үрнәк алып фиҙаҡәр яратыу сағылдыра һәм илсе Павелдың бындай кәңәше буйынса эш итә: «Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ» (Ефестарға 5:25). Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәрен шул тиклем яратҡан, хатта улар өсөн үлгән. Яҡшы ир, ҡатынынан сиктән тыш күп талап итмәйенсә, уның файҙаһын эҙләп, шундай фиҙаҡәрлек рухын сағылдырырға тырыша. Ир Ғайсанан өлгө алырға һәм уның һымаҡ уҡ яратыу менән хөрмәт сағылдырырға тырышһа, ҡатыны уға теләп буйһонор (Ефестарға 5:28, 29, 33).

ҠАТЫНДЫҢ БУЙҺОНОУЫ

16. Ҡатын ире менән үҙ-ара мөнәсәбәттә ниндәй сифаттар күрһәтергә тейеш?

16 Әҙәмде барлыҡҡа килтергәндән һуң күп тә үтмәҫтән, Алла былай тигән: «Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ [үҙен тулыландырыусы, ЯДТ] бер ярҙамсы яратайыҡ» (Башланмыш 2:18). Алла Һауаны ярышташ түгел, ә «тулыландырыусы» итеп барлыҡҡа килтергән. Никах кемуҙарҙан ярышыусы ике капитанлы бер карапҡа оҡшарға тейеш булмаған. Ир яратыу менән хакимлыҡ итергә, ә ҡатын, яратыу һәм хөрмәт күрһәтеп, әҙерлек менән буйһонорға тейеш булған.

17, 18. Ҡатын иренә ярҙамсы булыуын тағы нисек күрһәтә ала?

17 Әммә яҡшы ҡатынға буйһоноусан булыу ғына етмәй. Ул иренең ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тырыша. Әлбиттә, иренең ҡарарҙары менән риза булғанда, ҡатынға быны эшләү еңелерәк. Ләкин ул риза булмаған хәлдә лә ярҙам итһә, иренә үҙ ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу еңелерәк булыр.

18 Иренә яҡшы баш булырға ярҙам итер өсөн, ҡатындың башҡа мөмкинлектәре лә бар. Ирен тәнҡитләү йә ҡәнәғәтһеҙлек белдереү урынына, ҡатын уға башлыҡ ролен үтәүҙә һалған тырышлыҡтары өсөн рәхмәтле икәнен күрһәтә ала. Ире менән аралашҡанда ыңғай ҡараш һаҡлап, ҡатынға «баҫалҡы һәм тыныс» холоҡ ире ҡарашынан ғына түгел, ә Алла алдында ла бик «ҡиммәтле» икәнен иҫтә тоторға кәрәк (1 Петр 3:3, 4; Колосстарға 3:12). Ә ире Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булмаһа? Һәр хәлдә Изге Яҙмала ҡатындарға бындай күрһәтмә бирелә: «Алла һүҙенә хурлыҡ килмәһен өсөн, йәштәргә ирҙәрен, балаларын яратырға тигән аҡыл бирһен, тотанаҡлы, саф, йорт-ҡураһы тураһында хәстәрлекле, яҡшы күңелле, үҙ ирҙәренә күндәм булһын» (Титҡа 2:4, 5). Выждан менән бәйле һорау тыуғанда, ҡатын Йәһүә шаһиты булмаған иренә барыһын да «баҫалҡылыҡ һәм ихтирам» менән аңлатып бирһә, ул ҡатынының ҡараштарына, бәлки, күберәк ихтирам күрһәтер. Ҡайһы бер ирҙәр «бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтыр[ылған]», сөнки ҡатындарының «саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүе[н]» күргән (1 Петр 3:1, 2, 15, 16; 1 Коринфтарға 7:13—16).

19. Ире ҡатынға Алла тыйғанды эшләргә ҡушһа, нимә эшләргә?

19 Ә ире ҡатынға Алла тыйғанды эшләргә ҡушһа, нимә эшләргә? Ундай осраҡтарҙа ҡатын үҙенең иң юғары Хакимы Алла икәнен иҫтә тоторға тейеш. Ул илселәрҙән үрнәк ала. Хөкүмәт вәкилдәре илселәргә Алла ҡанунын боҙорға ҡушҡанда, улар былай тип яуап биргән: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк» (Ғәмәлдәр 5:29).

АРАЛАШЫУҘЫҢ МӨҺИМЛЕГЕ

20. Ниндәй мөһим өлкәлә яратыу һәм хөрмәт зарур?

20 Яратыу һәм хөрмәт никахтың тағы бер өлкәһендә — аралашыуҙа зарур. Ҡайғыртыусан ир ҡатыны менән уның эштәре, проблемалары тураһында һөйләшә, төрлө һорауҙарға ҡарашы менән ҡыҙыҡһына. Ҡатын-ҡыҙ быға мохтаж. Ҡатынын яратҡанын һәм хөрмәт иткәнен күрһәтергә теләгән ир уның менән аралашыуға ваҡыт бүлә һәм, ул һөйләгәндә, иғтибар менән тыңлай (Яҡуб 1:19). Ҡайһы бер ҡатындар ирҙәренең үҙҙәре менән әҙ һөйләшеүенә зарлана. Был бик ҡыҙғаныс. Эйе, бөгөнгө ауыр заманда ирҙәр йыш ҡына күпселек ваҡытын эштә үткәрә, һәм иҡтисади хәлдең ауырлашыуы арҡаһында ҡайһы бер ҡатындар ҙа эшләргә мәжбүр. Әммә ир менән ҡатын бер-береһе өсөн ваҡыт табырға тейеш. Юғиһә, уларҙың аралары һыуынасаҡ. Ул саҡта ирҙең йәки ҡатындың никахтан тыш үҙен аңларҙай кеше менән дуҫтарса аралашыу теләге тыуырға мөмкин. Был иһә етди проблемаларға килтерәсәк.

21. Яғымлы һөйләшеү нисек никахты бәхетле итә?

21 Ир менән ҡатындың аралашыу рәүеше лә мөһим. «Яғымлы һүҙҙәр... йәнгә татлы, һөйәктәр өсөн шифалы» (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:24). Тормош иптәше хәҡиҡәттәме, юҡмы, Изге Яҙмалағы: «Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ», — тигән кәңәште ҡулланыу яҡшы булыр ине (Колосстарға 4:6). Әгәр берәйегеҙ эштән арып ҡайтһа, тормош иптәшенең игелек менән әйтелгән бер нисә һүҙе бик тә урынлы булыр. «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ — көмөш һауыттағы алтын алмаларҙай ул» (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:11). Дөрөҫ һүҙҙәр һайлау һәм тауыш тоны бик мөһим. Мәҫәлән, асыулы тауыш менән: «Ишекте яп!» — тип аҡырыу урынына, ипле генә итеп: «Ишекте яп әле», — тип әйтеү күпкә яҡшыраҡ булыр.

22. Ир менән ҡатын араһында асыҡ аралашыу булһын өсөн, уларға бер-береһенә нисек ҡарарға кәрәк?

22 Асыҡ аралашыуға яғымлы һүҙҙәр, йылы ҡараштар, урынлы ишаралар, игелек күрһәтеү, бер-береңде аңлау һәм наҙлы булыу үҙ өлөшөн индерә. Ир менән ҡатын асыҡ аралашыу өсөн бөтә көсөн һалһа, уларҙың һәр береһе үҙ ихтыяждары тураһында әйтергә тартынмаҫ, һәм өмөт өҙөлгән ваҡыттарҙа йә стресс кисергән саҡтарҙа бер-береһе өсөн йыуатыу һәм ярҙам сығанағы була алыр. Алла Һүҙендә: «Бойоҡҡан йәндәрҙе йыуатығыҙ», — тиелгән (1 Фессалоникаларға 5:14, ЯДТ). Ирҙең күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтары булыр, шулай уҡ ҡатындың да ҡайһы саҡ бойоғоп китеүе ихтимал. Улар, бер-береһенең «бойоҡҡан йәнен йыуатып», бер-береһен нығыта ала (Римдарға 15:2).

23, 24. Фекер ҡаршылыҡтары тыуғанда, яратыу менән хөрмәт уларҙы еңергә нисек ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.

23 Бер-береһен яратҡан һәм хөрмәт иткән ир менән ҡатын һәр бер фекер ҡаршылығын проблемаға әйләндермәй. Улар бер-береһе менән «ҡырыҫ булма[ҫҡа]» тырыша (Колосстарға 3:19). Уларҙың икеһе лә «йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа» икәнен хәтерҙән сығармаҫҡа тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1). Тормош иптәше күңелен бушатҡанда, уның хистәренә еңел ҡарауҙан һәм тәнҡитләүҙән һаҡланырға кәрәк. Киреһенсә, һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлау уның күңел түрендә ятҡан хистәрен аңлар өсөн яҡшы мөмкинлек булып тора. Фекер ҡаршылыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, уртаҡ тел табырға тырышырға кәрәк.

24 Әйҙәгеҙ, Ибраһим һәм Сара менән булған осраҡты иҫкә төшөрәйек. Бер ваҡыт, килеп тыуған проблеманы хәл иткәндә, Сара Ибраһимға кәңәш биргән. Был кәңәш уға оҡшамаған. Шулай ҙа Алла Ибраһимға: «Сара нимә әйтһә, шуны тыңла», — тигән (Башланмыш 21:9—12). Ибраһим шулай эшләгән, һәм Алла уны фатихалаған. Шулай итеп, ҡатын иренә уның ҡарашына тап килмәгән кәңәш бирһә, кәм тигәндә, ул уны тыңларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡатын һөйләшеүҙә өҫтөнлөк алырға тырышмаҫҡа, ә иренең әйткәндәренә ҡолаҡ һалырға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:24). Ир йә ҡатын һәр ваҡыт үҙ һүҙен өҫкә сығарырға ныҡышһа, был яратыу һәм хөрмәт юҡ икәнен аңлата.

25. Енси мөнәсәбәттәр тураһында әйткәндә, асыҡ аралашыу никах бәхетенә ниндәй өлөш индерә?

25 Асыҡ аралашыу шулай уҡ енси мөнәсәбәттәрҙә лә мөһим. Үҙеңде генә уйлау һәм тотанаҡлыҡ етмәүе никахтағы был иң яҡын мөнәсәбәттәргә бик ҙур зыян килтерергә мөмкин. Асыҡтан-асыҡ аралашыу һәм сабырлыҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр береһе үҙ файҙаһын түгел, ә тормош иптәшенең файҙаһын ҡайғыртҡанда, енси мөнәсәбәттәрҙә етди проблемалар булмай тиерлек. Был өлкәлә, башҡа өлкәләрҙәге кеүек, «һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен» (1 Коринфтарға 7:3—5; 10:24).

26. Һәр никахтың уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары булыуына ҡарамаҫтан, Изге Яҙмалағы кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ир менән ҡатынға никахта бәхетле булырға нисек ярҙам итә?

26 Ниндәй аҡыллы кәңәштәр бирелә Алла Һүҙендә! Һәр никахтың уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары була. Әммә ир менән ҡатын, Йәһүәгә буйһоноп, уның Изге Яҙмала асылған фекер йөрөтөү рәүешенә ярашлы йәшәһә һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрен яратыу менән хөрмәткә нигеҙләһә, уларҙың никахы һис шикһеҙ оҙайлы һәм бәхетле булыр. Шулай итеп улар бер-береһен генә түгел, ә Никахҡа нигеҙ һалыусыны — Йәһүә Алланы ололар.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ БЫЛ ПРИНЦИПТАР НИСЕК ИР МЕНӘН ҠАТЫНҒА ОҘАЙЛЫ, БӘХЕТЛЕ НИКАХТА ШАТЛАНЫП ЙӘШӘРГӘ ЯРҘАМ ИТӘ?

Мәсихселәр бер-береһен ярата (Яхъя 13:35).

Мәсихселәр бер-береһен кисерергә әҙер (Колосстарға 3:13).

Баш булыуҙың тейешле принцибы бар (1 Коринфтарға 11:3).

Кәрәкле һүҙҙәрҙе үҙ ваҡытында әйтеү мөһим (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:11).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу