ИЗГЕ ЯҘМА БУЙЫНСА БИРЕЛГӘН ҺОРАУҘАРҒА ЯУАПТАР
Ер берәй маҡсат менән барлыҡҡа килтерелгәнме?
Алланың ниәте буйынса Ер бәхетле кешеләр өсөн матур йорт булырға тейеш
Беҙҙең планетабыҙҙа йәшәү өсөн һәр йәһәттән яҡшы шарттар булдырылған. Ерҙә бөтә тереклек мохтаж булған һыу ҙа етерлек. Ерҙең әйләнеү тиҙлеге, күсәренең ауышлығы һәм орбитаһы башҡараҡ булһа, океандар туңып йә ҡайнап бөткән булыр ине. Ерҙең атмосфераһы һәм магнит ҡыры ҡурҡыныс космик радиацияһынан яҡлай. Тәбиғәт экосистемалар араһындағы бәйләнештәрҙең ҡатмарлығы таң ҡалдыра. Быларҙың барыһын иҫәпкә алып күп кенә кешеләр планетабыҙ билдәле бер маҡсат менән барлыҡҡа килтерелгән булған тигән фекергә килә. (Ишағыя 45:18-ҙе уҡығыҙ.)
Әммә бер һорау тыуа ала: ғазаптар һәм ғәҙелһеҙлек Барлыҡҡа килтереүсенең ниәтенә ингәнме? (Ҡанун 32:4, 5-те уҡығыҙ.)
Барлыҡҡа килтереүсенең ергә ҡарата ниәте үтәлерме?
Алланың ниәте буйынса ер бәхетле, Барлыҡҡа килтереүсене яратҡан һәм бер-береһен хөрмәт иткән кешеләр өсөн матур йорт булырға тейеш. Үҫемлектәр һәм хайуандарҙан айырмалы рәүештә кешеләр юғары бер маҡсат менән барлыҡҡа килтерелгән. Беҙ үҙебеҙҙе Алла барлыҡҡа килтергәнен аңларға, уның яратыу менән ғәҙеллеген ҡәҙерләргә һәм, был сифаттарҙы сағылдырып, унан үрнәк алырға һәләтле. (Вәғәзсе 12:13; Миҡай 6:8-ҙе уҡығыҙ.)
Беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ үҙенең бар ниәттәрен тормошҡа ашыра ала. Шуға күрә беҙ ғаҙаптар менән ғәҙелһеҙлектең юҡ ителәсәгенә һәм Алланың Ер шарыбыҙҙы кешеләр өсөн матур йортҡа әйләндерәсәгенә бер ҙә шикләнмәҫкә тейеш. (Зәбур 37:11, 29; Ишағыя 55:11-ҙе уҡығыҙ.)