Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w16 ноябрь 17—21 бб.
  • Һеҙ Алла Һүҙен ҡәҙерләйһегеҙме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һеҙ Алла Һүҙен ҡәҙерләйһегеҙме?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛА ҺҮҘЕ ҺӘМ ХИСТӘРЕБЕҘ
  • ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН НИСЕК ЕТӘКСЕЛЕК ИТӘ?
  • ЙӘҺҮӘНЕҢ АРБАҺЫ БЕР УРЫНДА ТОРМАЙ
  • ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ ҺӘМ УНЫҢ ОЙОШМАҺЫНА БУЛЫШЛЫҠ ИТЕГЕҘ
  • Йәһүә үҙ ойошмаһы менән етәкселек итә
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Алла Һүҙе буйынса ойошторолғанбыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
w16 ноябрь 17—21 бб.
Еводия менән Синтихия, йыйылышта башҡалар менән аралашҡанда, бер береһенә асыулы ҡарап тора

Һеҙ Алла Һүҙен ҡәҙерләйһегеҙме?

«Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен... ысынында нисек булһа, шул көйө — Алла һүҙе итеп ҡабул ит[тегеҙ]» (1 ФЕС. 2:13).

ЙЫРҘАР: 37, 51

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Изге Яҙманан ниндәй кәңәштәр хистәрҙе йүгәнләргә ярҙам итә?

  • Ни өсөн, Йәһүәнең арбаһы бер урында тормай, тип әйтеп була?

  • Йәһүәнең ойошмаһы яғында булыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

1—3. Еводия менән Синтихия араһындағы ҡаршылыҡ нисек тыуа алған, һәм ундай хәлдәргә нисек эләкмәҫкә? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ЙӘҺҮӘНЕҢ хеҙмәтселәре Алла Һүҙен — Изге Яҙманы бик ҡәҙерләй. Камил булмағанға, беҙ барыбыҙ ҙа ваҡыт-ваҡыт Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәр алабыҙ. Беҙ уларға нисек ҡарайбыҙ? Миҫал өсөн беренсе быуатта йәшәгән Еводия һәм Синтихия менән булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. Был ике майланған мәсихсе ҡатын үҙ-ара бик ҡаты асыуланышҡан. Нимә арҡаһында? Изге Яҙмала был хаҡта бер нимә лә әйтелмәй. Әйҙәгеҙ, улар араһындағы ҡаршылыҡ нимә арҡаһында килеп сығыу ихтималлығын фаразлап ҡарайыҡ.

2 Әйтәйек, Еводия, тәмле аш бешереп, ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған, ти, ә Синтихияны саҡырмаған. Һәм бына Синтихия башҡаларҙың ҡунаҡта ваҡытты бик күңелле үткәргәнен белеп ҡалған. Уның, бәлки, бындайыраҡ уйҙары тыуғандыр: «Еводияның мине саҡырмағанына ышана алмайым! Ә мин бит уны иң яҡын әхирәтем тип иҫәпләй инем». Синтихияның әхирәтенән күңеле ҡайта, һәм ул уға ышанмай башлай, сөнки үҙен хыянат кисергән кеүек хис итә. Шунда ул, шул уҡ ҡәрҙәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып, Еводияның үҙен саҡырмаҫҡа була. Улар араһында тыуған ҡаршылыҡ йыйылыштағы татыулыҡты емерә алған. Изге Яҙмала низағтың нимә менән бөткәне хаҡында әйтелмәй, әммә был апай-ҡәрҙәштәр, моғайын, Павелдың игелекле кәңәшенә ҡолаҡ һалғандыр (Флп. 4:2, 3).

3 Быға оҡшаш осраҡтар бөгөн дә йыйылышта ҡаршылыҡтар тыуҙырырға мөмкин. Әммә, Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланһаҡ, беҙ уларҙы яйға һала алырбыҙ йә ундай хәлдәргә бөтөнләй эләкмәҫбеҙ. Йәһүәнең Һүҙен ҡәҙерләһәк, беҙ уның күрһәтмәләре буйынса йәшәрбеҙ (Зәб. 27:11).

АЛЛА ҺҮҘЕ ҺӘМ ХИСТӘРЕБЕҘ

4, 5. Изге Яҙманан ниндәй кәңәштәр хистәрҙе йүгәнләргә ярҙам итә?

4 Башҡалар беҙгә ҡарата ғәҙел түгел йә беҙҙе һанға һуҡмай кеүек тойолғанда хистәрҙе йүгәнләү еңел түгел. Сығышыбыҙ, расабыҙ йә башҡа тышҡы айырмалыҡтар арҡаһында насар мөғәмәлә менән осрашһаҡ, был беҙҙе бик рәнйетергә мөмкин. Ә рәнйетеүсебеҙ имандаш булһа, күңел тағы ла нығыраҡ әрней. Камил булмаған кешенең тәртибе шундай йәмһеҙ формалар алғанда, Алла Һүҙе беҙгә нисек ярҙам итә ала?

5 Кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәндән бирле Йәһүә уларҙың мөнәсәбәттәрен күҙәтә. Ул хистәребеҙҙе һәм эштәребеҙҙе күрә. Кире хистәр тыуҙырған уйҙар беҙҙе үкенесле һүҙҙәр әйтергә йә эштәр ҡылырға этәрергә мөмкин. Шунлыҡтан, Изге Яҙмалағы кәңәштәр буйынса эш итеп, үҙ-үҙебеҙҙе ҡулда тотоу һәм үпкәләргә ашыҡмау бик аҡыллы! (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:32a; Вәғәзсе 7:9-ҙыb уҡығыҙ.) Һис шикһеҙ, һәр беребеҙгә башҡаларҙың хаталарын күңелгә бик яҡын алмаҫ өсөн һәм ихлас күңелдән кисерер өсөн көс һалырға кәрәк. Йәһүә һәм Ғайса Мәсих кисереүгә бик етди ҡарай (Матф. 6:14, 15). Һеҙгә башҡаларҙы ихластан ғәфү итеүҙә һәм хистәрҙе йүгәнләүҙә яҡшырырға кәрәкме?

6. Хистәребеҙҙе йүгәнләй белмәү нимәгә килтерергә мөмкин?

6 Хистәрен йүгәнләй белмәгән кешенең йыш ҡына күңеле ҡата. Һөҙөмтәлә ул башҡаларҙы үҙенән һыуындырырға һәм йыйылышҡа насар йоғонто яһарға мөмкин. Ҡайһы саҡта ундай кеше үҙенең асыуын һәм хатта нәфрәтен йәшерергә тырыша, әммә иртәме-һуңмы уның «яманлығы йыйылышта фаш ителәсәк» (Ғиб. һүҙ. 26:24—26). Бәлки, өлкәндәр уға бындай хәҡиҡәтте аңларға ярҙам итә алыр: Алла ойошмаһында асыу, күрә алмау һәм ҡаты үпкәләүгә урын юҡ. Йәһүәнең Һүҙендә был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтелә (Лев. 19:17, 18; Рим. 3:11—18). Һеҙ бының менән ризамы?

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН НИСЕК ЕТӘКСЕЛЕК ИТӘ?

7, 8. а) Йәһүә үҙ ойошмаһының ерҙәге өлөшө менән нисек етәкселек итә? б) Алла Һүҙендә ниндәй күрһәтмәләр яҙылған, һәм ни өсөн беҙ улар буйынса эш итергә тейеш?

7 Йәһүә үҙ ойошмаһының ерҙәге өлөшөндә булған хеҙмәтселәренә күрһәтмәләр һәм рухи аҙыҡ бирә. Нисек итеп? Йыйылыштың Башы, йәғни Ғайса Мәсих етәкселеге аҫтында эш иткән «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша (Матф. 24:45—47; Ефес. 5:23). Беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмә һымаҡ, был хеҙмәтсе лә Алла һүҙҙәрен, йәғни уның хәбәрен бик ҡәҙерләй. (1 Фессалоникаларға 2:13-тө уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала беҙҙең файҙаға яҙылған ҡайһы бер күрһәтмәләрҙе ҡарап сығайыҡ.

8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөргә тейеш (Евр. 10:24, 25). Шулай уҡ Алла Һүҙе беҙҙе тәғлимәттәребеҙ менән бәйле һорауҙарҙа берҙәм булырға өндәй (1 Кор. 1:10). Ул тормошобоҙҙа Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйырға дәртләндерә (Матф. 6:33). Бынан тыш, Изге Яҙманан күренеүенсә, беҙгә хөрмәтле вазифа тапшырылған: беҙ ижтимағи урындарҙа, осраҡлы рәүештә һәм өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләргә тейеш (Матф. 28:19, 20; Ғәм. 5:42; 17:17; 20:20). Алла Һүҙе өлкәндәрҙе йыйылышты саф килеш һаҡларға өйрәтә (1 Кор. 5:1—5, 13; 1 Тим. 5:19—21). Йәһүә үҙ ойошмаһының ағзаларына физик һәм рухи таҙалыҡ һаҡларға ҡуша (2 Кор. 7:1).

9. Ғайса Мәсих беҙгә Алла Һүҙен аңларға ярҙам итер өсөн кемде билдәләгән?

9 Ҡайһы берәүҙәр, Изге Яҙманы үҙебеҙ аңлата алабыҙ, тип уйлай. Ләкин Ғайса рухи аҙыҡ өләшер өсөн тик «аҡыллы хеҙмәтсе[не]» генә билдәләгән. 1919 йылдан башлап данлы Ғайса Мәсих был хеҙмәтсе аша үҙенең шәкерттәренә Алла Һүҙен аңларға һәм ундағы күрһәтмәләргә буйһонорға ярҙам итеп тора. Изге Яҙмалағы күрһәтмәләргә буйһоноп, беҙ йыйылышта сафлыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек һаҡлауға өлөш индерәбеҙ. Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау биреү яҡшы булыр ине: мин Ғайса билдәләгән хеҙмәтсенең күрһәтмәләренә буйһонаммы?

ЙӘҺҮӘНЕҢ АРБАҺЫ БЕР УРЫНДА ТОРМАЙ

10. Йәзәкил китабында Йәһүә ойошмаһының күктәге өлөшө нисек һүрәтләнә?

10 Изге Яҙма беҙҙе Йәһүә ойошмаһының күктәге өлөшө менән таныштыра. Мәҫәлән, Йәзәкил пәйғәмбәр алған илаһи күренештә Алла ойошмаһының күктәге өлөшө күк арбаһы рәүешендә һүрәтләнгән (Йәз. 1:4—28). Йәһүә был арбаға йүнәлеш бирә, Алла рухы уны ҡайҙа йүнәлтһә, ул шул яҡҡа бара. Алла ойошмаһының күктәге өлөшө, үҙ сиратында, уның ерҙәге өлөшөнә тәьҫир итә. Эйе, Йәһүәнең арбаһы бер урында тормай! Һуңғы ун йыл эсендә ойошмабыҙҙа бик күп үҙгәрештәр яһалды. Бөтә был үҙгәрештәр артында Йәһүә тора икәнен онотмағыҙ. Алланың арбаһы тәүәккәл рәүештә алға елдерә — тиҙҙән Мәсих менән изге фәрештәләр, был яуыз донъяны юҡ итеп, Йәһүәнең хакимлығын аҡлаясаҡ һәм уның исемен изгеләндерәсәк.

Ирекле хеҙмәтсе төҙөү эшендә ҡатнаша

Беҙ төҙөлөш проекттарында ҡатнашҡан ирекле хеҙмәтселәргә тырыш хеҙмәттәре өсөн бик рәхмәтлебеҙ! (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11, 12. Йәһүәнең ойошмаһы ниндәй эштәр башҡара?

11 Йәһүә ойошмаһының был һуңғы көндәрҙә башҡарған эштәре хаҡында уйланығыҙ. Төҙөлөш. Йөҙәрләгән эшсе, көсөн йәлләмәй, Уорвикта (АҠШ, Нью-Йорк штаты) Йәһүә шаһиттарының баш идаралығының яңы биналарын төҙөнө. Бөтә донъя төҙөү-проектлаштырыу бүлегенең етәкселеге аҫтында меңләгән ирекле хеҙмәтсе бөтә ер шары буйынса Батшалыҡ залдарын төҙөүҙә һәм филиалдарҙы киңәйтеүҙә ҡатнаша. Беҙ уларға тырыш хеҙмәттәре өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ! Бөтә донъя буйынса Батшалыҡ вәғәзселәре, баҫалҡылыҡ һәм тоғролоҡ күрһәтеп, ирекле иғәнәләре менән төҙөлөш проектарына хәленән килгәнсә булышлыҡ итә. Йәһүәнең шундай вәғәзселәрҙе фатихалауын иҫтә тотоғоҙ (Лука 21:1—4).

12 Белем биреү. Беҙҙең ойошмала теократик белем биргән төрлө мәктәптәр бар (Ишағ. 2:2, 3). Мәҫәлән: Пионерҙар мәктәбе, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе, Гилеад мәктәбе, Яңы вефилселәр өсөн мәктәп, Район күҙәтеүселәре һәм уларҙың ҡатындары өсөн мәктәп, Йыйылыш өлкәндәре өсөн мәктәп, Изге хеҙмәт мәктәбе, Филиал комитеты ағзалары һәм уларҙың ҡатындары өсөн мәктәп. Йәһүәгә үҙенең халҡын өйрәтеү бик оҡшай! Изге Яҙманан белем алырға беҙгә шулай уҡ сайтыбыҙ ярҙам итә, унда килтерелгән әҙәбиәт йөҙәрләгән телгә тәржемә ителгән. Унда балалар һәм ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән айырым бүлектәр бар, унда шулай уҡ яңылыҡтарҙы белеп була. Сайтыбыҙҙы вәғәздә һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәргәндә ҡулланырға тырышаһығыҙмы?

ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ ҺӘМ УНЫҢ ОЙОШМАҺЫНА БУЛЫШЛЫҠ ИТЕГЕҘ

13. Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәрендә ниндәй яуаплылыҡ ята?

13 Йәһүәнең ойошмаһында булыу — ифрат ҙур хөрмәт! Алланың талаптарын һәм нормаларын белеү беҙгә яуаплылыҡ өҫтәй: беҙ, Йәһүәнең хакимлығы яғында тороп, дөрөҫ булғанды эшләргә тейеш. Был донъя аҙғынлыҡ һаҙлығына бата барғанда, беҙ, Йәһүәнән өлгө алып, «яманлыҡты нәфрәт итергә» тейеш (Зәб. 97:10). Беҙ «яҡшылыҡты яманлыҡ тип, яманлыҡты яҡшылыҡ тип атаусыларға» эйәрмәйбеҙ (Ишағ. 5:20). Алланың күңелен табырға теләгәнгә, беҙ физик, әхлаҡи һәм рухи яҡтан саф булып ҡалырға тырышабыҙ (1 Кор. 6:9—11). Беҙ Йәһүәне яратабыҙ, уға тулыһынса таянабыҙ һәм Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәп үҙ тоғролоғобоҙҙо күрһәтергә теләйбеҙ. Ҡайҙа ғына булһаҡ та — өйҙә, йыйылышта, эштә йә мәктәптә — бар көсөбөҙҙө һалып, шул нормалар буйынса эш итергә тырышабыҙ (Ғиб. һүҙ. 15:3). Аллаға тоғро булыуыбыҙҙы тағы нисек күрһәтеп була?

14. Мәсихсе ата-әсәләр Йәһүәгә тоғро булыуҙарын нисек күрһәтә ала?

14 Балалар тәрбиәләү. Мәсихсе ата-әсәләр балаларын Изге Яҙма буйынса тәрбиәләп Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтә. Был өлкәлә Алланы тәрән хөрмәт иткән ата-әсәләр һуҡыр рәүештә ерле йолаларға буйһонмай. Был донъяның рухы мәсихселәрҙең ғаиләләренә үтеп инергә тейеш түгел (Ефес. 2:2). Һыуға сумдырылған атай кеше: «Беҙҙең илдә балаларҙы ҡатындар тәрбиәләй», — тип уйламаясаҡ. Изге Яҙмала асыҡ итеп былай тиелгән: «Атайҙар... Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы [балаларығыҙҙы] тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ» (Ефес. 6:4). Алланы ололаған атайҙар һәм әсәйҙәр балаларының бәләкәй Самуилға оҡшаш булыуын теләй, сөнки, ул үҫкән сағында, «Йәһүә уның менән булған» (1 Сам. 3:19).

15. Мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Йәһүәгә тоғро булыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

15 Ҡарарҙар ҡабул итеү. Мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ, Алланың Һүҙенән һәм уның ойошмаһынан ярҙам эҙләп, уға тоғро булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Был ни тиклем мөһим? Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер ата-әсәләр осраған сетерекле бер хәлгә иғтибар итәйек. Улар, башҡа ерҙә аҡса эшләүен дауам итер өсөн, яңы тыуған балаларын туғандарына ебәрә. Әлбиттә, был шәхси ҡарар, әммә беҙгә шуны онотмаҫҡа кәрәк: беҙ Алла алдында ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ өсөн яуаплы. (Римдарға 14:12-не уҡығыҙ.) Тәүҙә Изге Яҙманан кәрәкле кәңәш тапмайынса, ғаилә һәм эш мәсьәләһенә ҡағылған мөһим ҡарарҙарҙы ҡабул итеү аҡыллы булыр инеме? Әлбиттә, юҡ! Беҙ үҙ аҙымдарыбыҙға йүнәлеш бирә алмайбыҙ, шунлыҡтан күктәге Атабыҙҙың ярҙамына мохтажбыҙ (Ирем. 10:23).

16. Бер йәш ҡатын, улы тыуғас, ниндәй һайлау алдында торған, һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә уға нимә ярҙам иткән?

16 Сит илдә йәшәгән бер ҡатындың улы тыуған, һәм ул балаһын тыуған иленә, үҙенең ата-әсәһенә ебәрергә йыйынған. Шул араларҙа бер Йәһүә шаһиты уның менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Был йәш ҡатын рухи уңыштар яһаған һәм улын Алла хеҙмәтсеһе итеп тәрбиәләү өсөн Йәһүә алдында үҙе яуаплы икәнен аңлаған (Зәб. 127:3; Ғиб. һүҙ. 22:6). Изге Яҙма кәңәш иткәнсә, ул Йәһүәгә күңелен бушатҡан (Зәб. 62:7, 8). Ул шулай уҡ үҙе менән өйрәнеү үткәргән апай-ҡәрҙәш һәм башҡа Йәһүә шаһиттары менән кәңәшләшкән. Туғандары һәм дуҫтары, баланы олатаһы менән өләсәһенә ебәрергә өндәп, баҫым яһаһа ла, йәш әсә улай эш итеү дөрөҫ түгел икәнен аңлаған. Уның тормош иптәше, ҡатыны һәм балаһы хаҡында ҡәрҙәштәрҙең нисек итеп ҡайғыртҡанын күреп, шул тиклем һоҡланған, хатта Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан һәм ғаиләһе менән бергә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған. Шик тә юҡ, был ҡатын үҙенең эскерһеҙ доғаһына Йәһүәнең яуабын асыҡ күргән.

17. Беҙ Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә ҡағылышлы ниндәй кәңәштәр алабыҙ?

17 Ойошманың күрһәтмәләренә буйһоноу. Беҙ Аллаға тоғро булыуыбыҙҙы уның ойошмаһынан алған күрһәтмәләргә буйһоноп та күрһәтәбеҙ. Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә ҡағылышлы кәңәштәргә иғтибар итәйек. Мәҫәлән, берәйһе менән өйрәнеү башлаһаҡ, һәр өйрәнеүҙән һуң кешене ойошмабыҙ менән таныштырыр өсөн бер нисә минут бүлеп ҡуйырға кәңәш бирелгәйне. Беҙ быны «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙма һәм «Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?» тигән брошюра ярҙамында эшләй алабыҙ. Рухи уңыштар яһаған кеше менән пландар буйынса өйрәнеүҙе тамамлағас, беҙгә уның менән, хатта ул һыуға сумдырылған булһа ла, «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китап буйынса өйрәнеүҙе дауам итергә кәңәш бирелгәйне. Йәһүәнең ойошмаһы ундай күрһәтмәләрҙе яңы шәкерттәр «иман буйынса нығын[һын]» өсөн бирә (Кол. 2:7). Һеҙ был күрһәтмәләргә буйһонаһығыҙмы?

18, 19. Йәһүәгә рәхмәтле булыр өсөн ниндәй сәбәптәр бар?

18 Йәһүәгә рәхмәтле булыр өсөн сәбәптәр бик күп! Уның ярҙамында беҙ «йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ» (Ғәм. 17:27, 28). Ул беҙгә бик ҡиммәтле бүләк — үҙенең Һүҙе Изге Яҙманы биргән. Беҙ, Фессалоникала йәшәгән мәсихселәр кеүек, Алла тарафынан рухландырылған хәбәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ (1 Фес. 2:13).

19 Алла Һүҙе ярҙамында беҙ — Аллаға, ә ул беҙгә яҡынлашты (Яҡ. 4:8). Күктәге Атабыҙ беҙгә оло хөрмәт күрһәтте: беҙ уның ойошмаһының ағзалары булып киттек. Бөтә был фатихалар өсөн күңелдәребеҙ рәхмәт тойғоһо менән тулған! Беҙ мәҙхиә йырлаусының тойғоларын уртаҡ итеп бергә кисерәбеҙ, ул былай тип йырлаған: «Йәһүәгә рәхмәттәр уҡығыҙ, сөнки ул игелекле, уның тоғро мөхәббәте мәңгелек» (Зәб. 136:1). 136-сы мәҙхиәлә «тоғро мөхәббәте мәңгелек» тигән һүҙҙәр 26 тапҡыр ҡабатлана. Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғролоҡ һаҡлап, беҙ был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанырбыҙ, сөнки мәңге йәшәрбеҙ!

a Ғибрәтле һүҙҙәр 16:32: «Ярһырға ашыҡмаған кеше көслө кешенән, ә үҙ-үҙен тота белеүсе ҡаланы яулап алыусынан яҡшыраҡ».

b Вәғәзсе 7:9: «Үпкәләргә ашыҡма, сөнки үпкә тотоу аҡылһыҙҙар күңеленә оялай».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу