Африка менән Америка араһында ҡолдар менән һатыу итеү иң табышлы бизнес булған
Ҡоллоҡтан азат ителеү. Элек һәм хәҙер
Блессингa Европаға килгәс, сәс алыусы булып эшләрмен, тип уйлаған. Әммә бының урынына уны ун көн буйы бер туҡтауһыҙ туҡмағандар һәм, ғаиләңә зыян килтерәбеҙ, тип янап, фәхишә булып эшләргә мәжбүр иткәндәр.
Боронғо Мысырҙағы әсирлеккә алынған кешеләр
Фәхешхананың хужабикәһе Блессингҡа, һин миңә 40 000 евро бурыслыһың, тигән. Блессинг, бер төн эсендә 200 — 300 евро аҡса эшләп, фәхешхананың хужабикәһенә шул бурысты түләргә тейеш булған. «Мин йыш ҡына ҡасып китеү тураһында хыяллана инем, әммә ғаиләмде берәй нәмә эшләтеп ҡуйырҙар тип ҡурҡтым. Мин тоҙаҡта инем», — тип әйтә Блессинг. Блессинг юлыҡҡан хәл бөгөнгө көндә халыҡ-ара секс индустрияһы ҡоллоғона эләккән дүрт миллион тирәһе кешегә таныш.
4 000 йыл самаһы элек Йософ исемле үҫмерҙе ағалары ҡоллоҡҡа һатып ебәргән. Һөҙөмтәлә ул Мысырҙағы бер байҙың йортона эләккән. Блессингтан айырмалы рәүештә, Йософ менән тәүҙә яҡшы мөғәмәлә иткәндәр. Әммә һуңынан хужаһының ҡатыны уға әхлаҡһыҙ тәҡдимдәр яһай башлаған. Йософ был тәҡдимдәрҙән баш тартҡас, уға, көсләргә маташты тип, нахаҡ ғәйеп таҡҡандар. Ахыр сиктә, уны бығаулап төрмәгә ташлағандар (Башланмыш 39:1—20; Зәбур 105:17, 18).
Йософ боронғо замандағы ҡол булған, Блессинг иһә — XXI быуаттағы ҡол. Әммә улар икеһе лә боронғо замандан килгән ҡолдар менән һатыу итеү эшенең ҡорбаны булып киткән. Ҡолдар менән һатыу итеү эшендә кешеләргә ниндәйҙер тауарға һәм табыш алып булған әйбергә ҡараған һымаҡ ҡарайҙар.
ҺУҒЫШТАР ҺӘМ ҠОЛЛОҠ
Һуғыш кешеләрҙе ҡол итеп тотоу өсөн иң яҡшы шарттар булдыра. Мысыр батшаһы Тутмос III Ҡынаанға ҡаршы һуғыштан 90 000 әсирҙәр алып ҡайтҡан, тип әйтәләр. Мысырҙар уларҙы ҡол иткән: улар ғибәҙәтханалар төҙөгән, каналдар ҡаҙыған һәм рудниктарҙа эшләгән.
Рим империяһында алып барылған һуғыштар империяны яңы ҡолдар менән тәьмин итеп торған, һәм ҡолдар етмәүе яңы һуғыштарға килтергән. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, беренсе быуатта ҡолдарҙың һаны Рим ҡалаһының халыҡ иҫәбенең яҡынса яртыһын тәшкил иткән. Күпселек Мысыр һәм Рим ҡолдары менән ҡанһыҙ мөғәмәлә иткәндәр. Мәҫәлән, Рим рудниктарында эшләгән ҡолдар ни бары 30 йәшкә тиклем генә йәшәгән.
Ваҡыт үтеү менән ҡоллоҡ йөгө еңелерәк булып китмәгән. XVI—XIX быуаттарҙа Африка һәм Америка араһындағы ҡолдар менән һатыу итеү эше ул ваҡытта ер шарында иң табышлы бизнес булған. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, 25 миллиондан алып 30 миллионға тиклем ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙы урлап һатҡан булғандар. Ҡолдарҙы Атлантик океан аша ташығанда, уларҙың йөҙләгән меңе һәләк булған. Иҫән ҡалған Олауда Эквиано исемле бер ҡол былай ти: «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡысҡырышыуы, үлем хәлендә булған кешеләрҙең ыңғырашыуы былай ҙа ауыр хәлде ҡот осҡос итә ине».
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡоллоҡ тарихтың фажиғәле бер осоро ғына булып ҡалмаған. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 21 миллион тирәһе ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар әле лә ҡол булып ҡала. Улар бик түбән эш хаҡы ала йә бөтөнләй бушҡа эшләй. Бөгөнгө көндә ҡолдар рудниктарҙа, тегеү фабрикаларында, кирбес заводтарында, фәхешханаларҙа һәм шәхси йорттарҙа эшләй. Законһыҙ булһа ла, ҡоллоҡтоң был төрө киң ҡолас йәйә.
Әле лә миллионлаған кеше ҡоллоҡта йәшәй
АЗАТ ИТЕЛЕҮ
Аяуһыҙ мөғәмәлә ҡолдарҙы азатлыҡ өсөн көрәшергә этәргән. Б. э. т. I быуатта Спартак исемле гладиатор һәм яҡынса 100 000 ҡол Римға ҡаршы фетнә күтәргән, әммә улар еңелгән. XVIII быуатта Кариб диңгеҙенең Эспаньола утрауындағы ҡолдар хужаларына ҡаршы фетнә күтәргән. Шәкәр плантацияларында ҡолдар менән аяуһыҙ мөғәмәлә итеү 13 йыллыҡ граждандар һуғышына килтергән. Был һуғыш һөҙөмтәһендә 1804 йылда бойондороҡһоҙ Гаити дәүләте барлыҡҡа килгән.
Әммә тарихтағы иң уңышлы азат ителеү — боронғо Израиль халҡының азат ителеүе. Бөтә халыҡ — 3 миллион тирәһе кеше Мысыр ҡоллоғонан азат ителгән булған. Улар, әлбиттә, азат ителеүгә лайыҡ булған. Изге Яҙмала, мысыр кешеләре, «һәр төрлө ауыр эштәр эшләтеп», израилдәрҙең «тормоштарын түҙә алмаҫлыҡ итте», тип әйтелә (Сығыш 1:11—14). Хатта бер фирғәүен, Израиль халҡының һаны артмаһын өсөн, тыуып торған ир балаларҙы үлтерергә ҡушҡан (Сығыш 1:8—22).
Израиль халҡының Мысыр ҡоллоғонан азат ителеүе ысын мөғжизә булған тип әйтеп була, сөнки уларҙы Алла үҙе ҡотҡарған. Алла Муса аша: «Мин уларҙың әрнеүҙәрен яҡшы беләм. Мин үҙ халҡымды мысырҙар ҡулынан ҡотҡарырға тип киләм», — тигән (Сығыш 3:7, 8). Бөгөнгә тиклем йәһүдтәр, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, йыл һайын, был ваҡиғаны иҫкә алыу өсөн, Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә (Сығыш 12:14).
ҠОЛЛОҠТАН МӘҢГЕГӘ АЗАТ ИТЕЛЕҮ
«Аллабыҙ Йәһүә — ғәҙел ул»,— тиелә Изге Яҙмала, унда шулай уҡ, Йәһүә үҙгәрмәй, тигән ышандырыу ҙа бар (2 Йылъяҙма 19:7; Малахи 3:6). Алла Ғайсаны «әсирҙәргә — азатлыҡ... иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға» тип ебәргән (Лука 4:18). Бында тура мәғәнәләге ҡоллоҡ тураһында һүҙ барамы? Күрәһең, юҡ. Ғайса ергә кешеләрҙе гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан азат итер өсөн килгән. Ул, хәҡиҡәт «һеҙҙе ирекле итер», тип иғлан иткән (Яхъя 8:32). Хатта бөгөнгө көндәрҙә лә Ғайса өйрәткән хәҡиҡәт кешеләрҙе ҡоллоҡтоң күп кенә төрөнән азат итә. («Ҡоллоҡтоң башҡа төрөнән азат ителеү» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
Эйе, Алла Йософҡа ла, Блессингҡа ла ҡоллоҡтан азат ителергә ярҙам иткән. Йософтоң ғәжәп осрағын һеҙ Тәүратта, Башланмыш китабының 39—41-се бүлектәрендә, таба алаһығыҙ. Блессингтың азат ителеүе лә ғәжәйеп булған.
Европаның бер иленән ҡыуылғас, Блессинг Испанияға киткән. Унда ул Йәһүә шаһиттарын осратҡан һәм Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Үҙ тормошон бер нигә ҡарамай үҙгәртергә ҡарар итеп, ул яңы эшкә урынлашҡан һәм фәхешхананың хужабикәһен ай һайын түләнергә тейеш булған аҡсаның күләмен кәметергә күндергән. Бер көндө Блессингҡа фәхешхананың хужабикәһе шылтыратҡан. Ул Блессингтан ғәфү үтенгән һәм, башҡа аҡса ебәрергә кәрәкмәй, тигән. Ул ни өсөн шулай эшләгән һуң? Ул да Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған! «Хәҡиҡәттең нисек итеп азат итеүе таң ҡалдыра!» — тип әйтә Блессинг.
Мысырҙарҙың израилдәр менән аяуһыҙ мөғәмәлә итеүен күргәндә, Йәһүәнең күңеле әрнегән. Бөгөн дә донъяла хөкөм һөргән ғәҙелһеҙлекте күреп, ул шундай уҡ хистәр кисерә. Эйе, ҡоллоҡтоң һәр төрөн бөтөрөр өсөн, кешелек йәмғиәтен баштан-аяҡ үҙгәртергә кәрәк. Алла тап шундай үҙгәреш яһарға вәғәҙә итә лә. «Беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ», — тип яҙылған Изге Яҙмала (2 Петр 3:13).
a Исем үҙгәртелгән.