Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • km 1/15 2 б.
  • Хеҙмәттә яҡшыра барығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Хеҙмәттә яҡшыра барығыҙ
  • Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ 2015
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йәһүә түҙемлек күрһәтеп уңыш килтергәндәрҙе ярата
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Башҡаларҙы өйрәтергә кәрәклеген аңлайһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Ни өсөн беҙ «күп емеш» килтерәбеҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ 2015
km 1/15 2 б.

Хеҙмәттә яҡшыра барығыҙ

1. Ниндәй мәсихселәрҙең миҫалдары хеҙмәтебеҙҙә яҡшырырға кәрәклеген күрһәтә?

1 Мәсихселәр хеҙмәттә яҡшыра барырға тейеш. Шуға күрә Ғайса үҙ шәкерттәрен даими рәүештә вәғәз эшенә өйрәткән (Лука 9:1—5; 10:1—11). Шул сәбәптән Акил менән Прискила Аполосты үҙҙәре менән алып, «Алла юлын уға теүәлерәк аңлатҡандар» (Ил. 18:24—26). Паул да тәжрибәле вәғәзсе Тимутене, уның «алға китеше һәр кемгә асыҡ күренеп торһон өсөн», өйрәтеү эшен дауам итергә саҡырған (1 Тим. 4:13—15). Беҙ, яҡшы хәбәрҙе вәғәзләүселәр булараҡ, Аллаға күпме генә ваҡыт дауамында хеҙмәт итһәк тә, артабан да үҙ оҫталығыбыҙҙы яҡшыртырға тейеш.

2. Беҙ башҡаларҙан нисек өйрәнә алабыҙ?

2 Башҡаларҙан өйрән. Беҙ башҡаларҙан өйрәнеп, үҙ оҫталыҡтарыбыҙҙы яҡшырта алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:17). Шуға күрә хеҙмәттәшең инеш һүҙҙәрҙе әйткәндә, иғтибарлы бул. Оҫта вәғәзсенән конкрет кәңәш һора һәм уны иғтибар менән тыңла (Ғиб. һүҙ. 1:5). Һиңә ҡабат килеп китеүҙәр яһарға, Изге Яҙмалар өйрәнеүҙәрен башларға йә хеҙмәттең башҡа төрҙәрендә ҡатнашырға ауырмы? Ул саҡта инициатива күрһәт һәм төркөм күҙәтсеһенән йәки башҡа берәй тәжрибәле вәғәзсенән ярҙам һора. Һәм улар һине өйрәтерҙәр. Шуны ла онотма: Йәһәвәнең изге рухы һәләттәребеҙҙе үҫтерә ала, шуға күрә даими рәүештә изге рух һорап доға ҡыл (Лука 11:13).

3. Беҙгә кәңәш бирелһә, хатта беҙ уның хаҡында һорамаһаҡ та, быға нисек ҡарарга кәрәк?

3 Һиңә хеҙмәттә нисек яҡшырып булғаны хаҡында кәңәш бирелһә, үпкәләмә, хатта уның хаҡында һорамаған булһаң да (Вәғ. 7:9). Аполос һымаҡ, ундай ярҙамды баҫалҡылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән ҡабул ит. Улай эш итеү — аҡыллылыҡ билдәһе (Ғиб. һүҙ. 12:15).

4. Ғайса һүҙҙәре буйынса, хеҙмәттә яҡшыра барыр өсөн ниндәй мөһим сәбәп бар?

4 Уңыштар Алланы данлай. Асыҡ миҫал ярҙамында Ғайса үҙ шәкерттәрен хеҙмәттә яҡшыра барырға дәртләндергән. Ул үҙен йөҙөм ағасы менән, ә майланған шәкерттәрен ботаҡтар менән сағыштырған. Ғайсаның Атаһы емеш биргән һәр ботаҡты таҙарта. Ни өсөн? «[Ботаҡ] күберәк емеш бирһен өсөн», — тигән Ғайса (Яхъя 15:2). Йөҙөм баҡсаһының хужаһы йөҙөм ағасының ботаҡтары мул уңыш биреүен теләгән кеүек, Йәһәвә лә беҙҙең «мактау ҡорбанын» килтерергә һәләтебеҙҙе артабан үҫтереүебеҙҙе теләй (Евр. 13:15). Беҙ хеҙмәттә яҡшыра барһаҡ, был ниндәй иҫ киткес һөҙөмтәләргә килтерәсәк? Ғайса: «Күп емеш килтерегеҙ... шулай итеп Атам данлана», — тип әйткән (Яхъя 15:8).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу