Тотҡарланмағыҙ!
Вәғәз осрашыуҙарында беҙ ҡәрҙәштәр менән аралашырға яратабыҙ. Ләкин осрашыу тамамланғандан һуң, тотҡарланмайынса хеҙмәткә барыу яҡшы булыр ине. Вәғәз — кисектергеһеҙ эш (2 Тим. 4:2). Оҙағыраҡ аралашһаҡ, хеҙмәткә әҙерәк ваҡыт ҡалыр. Ҡәрҙәштәр менән вәғәзләгәндә, беҙ нығыта торған аралашыуҙан шатлыҡ таба алырбыҙ. Оҙаҡҡа һуҙмайынса хеҙмәткә барһаҡ, беҙ Йәһәвәгә һәм уның Улына ҡолдар булып тырышып хеҙмәт итеүебеҙҙе күрһәтербеҙ (Рим. 12:11).