Осрашыуҙың тәртибе, 16 февраль
16 ФЕВРАЛДӘН БАШЛАНҒАН АҘНА
19-сы йыр һәм доға
Изге Яҙмаларҙы йыйылыш менән өйренеү
lr 30-сы бүлек (30 мин.)
Теократик хеҙмәт мәктәбе
Изге Яҙмаларҙы уҡыу: Хөкөмсөләр 15—18 (8 мин.)
№ 1: Маттай 5:33—48 (3 мин. йәки әҙерәк)
№ 2: Изге Яҙмаларҙың төп темаһы ниндәй? (igw 8 б., 1—4-се абз.) (5 мин.)
№ 3: «Бөтә кеше лә ҡотола» тигән ҡараш Изге Яҙмаларға нигеҙләнмәгән (td-TAT 19В) (5 мин.)
Хеҙмәт осрашыуы
Был айҙың темаһы: «Игелекле эштәргә ашҡынып тор»! (Тит. 2:14).
15 мин. Яҡшы хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләргә әҙер бул. Фекер алышыу. Ни өсөн вәғәзгә әҙерләнгәндә, иң беренсе сиратта Йәһәвәгә доға ҡылыу мөһим? (Мәҙ. 142:10; Ил. 4:31). Доға ҡылыуҙан тыш, тағы нимә эшләргә кәрәк? (Езра 7:10). Йөрәгеңде әҙерләгәс, баҫмалар менән сумканы әҙерләр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Ни өсөн вәғәзгә әҙерләнеп барыу файҙалы? (2008 йыл, 15 июль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның 10-сы б., 9 абзацты ҡара). Һин вәғәзгә нисек әҙерләнәһең? Демонстрация ойоштор: вәғәзсе хеҙмәткә барыр алдынан үҙе менән алырға теләгән буклеттарҙы йәки брошюраларҙы йәнә ҡарап сыға. Шунан ул сумкаһын йыя һәм электрон яйланмаһы ҡулланыуға әҙерме-юҡмы икәнлеген тикшерә. Шуға баҫым яһа: вәғәзселәр хеҙмәткә яҡшы әҙерләнергә тейеш (2 Тим. 3:17).
15 мин. «Кисә алдынан һәм унан һуң Йәһәвә менән Ғайсанан үрнәк алып, ашҡыныусан булырһыңмы?» Һорауҙар һәм яуаптар. Һәр кешегә Кисәгә саҡырыу ҡағыҙы бирелгәндән һуң уның эстәлеген ҡарап сыҡ. 4-се биттәге инеш һүҙҙәр нигеҙендә саҡырыуҙы нисек тәҡдим итеп булғанын күрһәтеүсе ҡыҫҡа демонстрация әҙерлә.
30-сы йыр һәм доға