Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w24 июнь 14—18 бб.
  • Йәһүә минең доғаларымды һәр ваҡытта ла тыңланы

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә минең доғаларымды һәр ваҡытта ла тыңланы
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ТОРМОШОБОҘҘО ҮҘГӘРТКӘН ВАҠИҒА
  • ҺУҒЫШ ВАҠЫТЫ
  • РУХИ ҮҪЕШЕМ
  • ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ ХЕҘМӘТЕБЕҘ
  • ЙӘҺҮӘ ХАЛҠЫНЫҢ ХОҠУҠТАРЫН ЯҠЛАЙЫМ
  • КУБАЛА КҮБЕРӘК АЗАТЛЫҠ
  • РУАНДАЛАҒЫ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ЯРҘАМ ИТӘБЕҘ
  • ТОҒРО ҠАЛЫРҒА ӘҘЕРМЕН
  • Миңә Йәһүәнән өйрәнергә һәм уның тураһында өйрәтергә бик оҡшай!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
w24 июнь 14—18 бб.
Марсель Жилле Бельгиялағы филиалда үҙенең офисында.

БИОГРАФИЯ

Йәһүә минең доғаларымды һәр ваҡытта ла тыңланы

МАРСЕЛЬ ЖИЛЛЕ ҺӨЙЛӘНЕ

ЙОНДОҘЛО күккә ҡараным да теҙләнеп доға ҡыла башланым. Ул саҡта миңә 10 ғына йәш ине һәм Йәһүә тураһында бик күпте белмәй инем. Ләкин мин уға бөтә ҡурҡыуҙарымды һөйләп бирҙем. Шул доғанан алып ғүмер оҙонлоғондай сәйәхәтем башланды. Мин уны Йәһүә менән бергә үттем. Шул йылдар дауамында мин Йәһүәнең — «Доғаларҙы тыңлаусы» булыуына күп тапҡыр инандым (Зәб. 65:2). Ни өсөн мин яңыраҡ ҡына таныша башлаған Аллаға доға ҡылырға булдым? Әйҙәгеҙ, һөйләп бирәйем.

ТОРМОШОБОҘҘО ҮҘГӘРТКӘН ВАҠИҒА

Мин 1929 йылдың 22 декабрендә Бастонь ҡалаһынан йыраҡ булмаған Новилль ауылында тыуғанмын. Был ауыл Арден тауҙары янында урынлашҡан. Унда туғыҙ ферма бар ине. Бала сағымда атай-әсәйем менән бергә үҙ өйөбөҙҙә йәшәгән ваҡыттар йөрәгемдә йылы иҫтәлектәр булып һаҡланған. Беҙ ҡустым Раймо́н менән көн һайын һыйыр һауа торғайныҡ, шулай уҡ уңыш йыйыу ваҡытында ярҙам итә инек. Ауылыбыҙҙа кешеләр бик татыу йәшәне һәм һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итеп торҙо.

Фермала күмәкләшеп эшләйбеҙ

Атай-әсәйем Эми́ль менән Али́са ныҡ инанған католиктар ине. Һәр йәкшәмбе улар мессаға йөрөй торғайны. Ләкин 1939 йылдарҙа беҙҙең ауылға Англиянан пионерҙар килде. Улар атайыма «Йыуаныс» (хәҙер «Уянығыҙ!») журналына яҙылырға тәҡдим итте. Атайым хәҡиҡәтте тапҡанын шунда уҡ аңланы һәм Изге Яҙманы уҡый башланы. Ул мессаға йөрөмәй башлағас, үҙҙәрен дуҫтарса тотҡан күршеләребеҙ бөтөнләй үҙгәрҙе — улар дошманға әйләнде. Улар, атайымдың католик булып ҡалыуын теләп, уға баҫым яһаны. Шул арҡала улар араһында ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙы.

Атайымдың шундай баҫым аҫтында булыуын күреү йөрәгемде әрнетә ине. Бына ни өсөн мин Алланан ярҙам эҙләнем. Мин уға ҡайнар доға ҡылдым (был хаҡта юғарыла әйтеп киткән инем). Күршеләрҙең ҡаршы килеүе бер аҙ баҫылғас, мин бик шатландым! Йәһүәнең доғаларҙы тыңлауына инандым.

ҺУҒЫШ ВАҠЫТЫ

1940 йылдың 10 майында нацистар Германияһы Бельгияға һөжүм итте. Шунлыҡтан күптәргә илдән сығып китергә тура килде. Беҙ ғаиләбеҙ менән Көньяҡ Францияға ҡастыҡ. Унда барышлай көслө һуғыш барған ерҙәр аша үттек.

Фермаға кире әйләнеп ҡайтҡас, уны талап, туҙҙырып киткәндәрен күрҙек. Этебеҙ Бо́бби ғына беҙҙе ҡаршы алырға сыҡты. Тирәләй булған ваҡиғаларҙы күреп мин, ни өсөн һуғыштар һәм ғазаптар бар икән, тип уйландым.

Марсель йәш саҡта.

Үҫмер саҡта уҡ мин Йәһүә менән дуҫ булып киттем

Яҡынса шул ваҡыттарҙа беҙгә йыйылыш өлкәне һәм пионер булып хеҙмәт иткән Эми́ль Шранцa ҡәрҙәш килә башланы. Ул мине борсоған һорауҙарыма аныҡ яуаптар табырға ярҙам итте. Минең Йәһүә менән мөнәсәбәттәрем нығыны һәм Йәһүәнең мөхәббәт Аллаһы булыуына тулыһынса инандым.

Һуғыш барһа ла, беҙ башҡа Йәһүә шаһиттары менән йышыраҡ осраша башланыҡ. 1943 йылдың август айында беҙгә Жозе́-Никола́ Мине́ ҡәрҙәш килде. Телмәрен һөйләп бөткәс, ул: «Кем һыуға сумдырылырға теләй?» — тип һораны. Беҙ атайым менән ҡул күтәрҙек. Беҙ ауылыбыҙҙағы бер бәләкәй генә йылғала һыуға сумдырылдыҡ.

1944 йылдың декабрь айында ниместәр армияһы Көнбайыш фронтта һуңғы һөжүмен башланы. Был һөжүм «Арде́н операцияһы» тип атала ине. Һуғыш беҙ йәшәгән ерҙән йыраҡ түгел ине. Шуға беҙ бер ай подвалда йәшенеп ултырҙыҡ. Бер көндө мин, мал-тыуарҙы ашатам тип, сыҡҡанда, атыш башланды. Бер снаряд беҙҙең фермаға төштө һәм шартлап амбарҙың ҡыйығын алып ташланы. Беҙҙең һарайҙа йәшенеп ятҡан Америка һалдаты миңә: «Йығыл!» — тип ҡысҡырҙы. Мин йүгереп килеп уның янына йығылдым. Ул башындағы каскаһын сисеп минең башыма кейҙерҙе.

РУХИ ҮҪЕШЕМ

Туй көнөбөҙ

Һуғыштан һуң беҙ Лье́ж йыйылышындағы ҡәрҙәштәр менән йыш аралашып торҙоҡ. Ул ҡала беҙҙән төньяҡта 90 саҡрым йыраҡлыҡта ине. Ваҡыт үтеү менән беҙ Бастондә бәләкәй генә төркөм ойошторҙоҡ. Мин һалым хеҙмәтенә эшкә урынлаштым һәм шул уҡ ваҡытта юрист һөнәренә өйрәндем. Һуңыраҡ мин нотариаль конторала эшләй башланым. 1951 йылда беҙ Бастонь ҡалаһында бәләкәй генә район конгресы үткәрҙек. Унда яҡынса йөҙ кеше, шул иҫәптән, ашҡынып хеҙмәт иткән пионер Э́лли Ро́йтер ҙа булды. Ул, конгреста булыр өсөн, 50 саҡрым велосипедта килгән. Беҙ бер-беребеҙгә ғашиҡ булдык һәм өйләнешергә ҡарар иттек. Шул ваҡыттарҙа Элли Гилеад мәктәбенә саҡырыу алды. Ул баш идаралыҡҡа хат яҙҙы һәм килә алмауының сәбәбен аңлатты. Ул ваҡытта Алла халҡының эшмәкәрлеге менән етәкселек иткән Норр ҡәрҙәш, Эллиға игелекле һүҙҙәр әйтеп, яуап яҙҙы. Норр ҡәрҙәш, бер көндө ирең менән бергә был мәктәптә уҡырһың тип, ышанысын белдерҙе. 1953 йылдың февралендә беҙ өйләнештек.

Элли улыбыҙ Серж менән

Шул уҡ йылда беҙ Элли менән Нью-Йоркта «Янки» тигән стадионда үткән «Яңы донъя йәмғиәте» тип аталған конгреста булдыҡ. Унда мин бер ҡәрҙәш менән таныштым. Ул миңә яҡшы эш тәҡдим итте, ләкин бының өсөн Ҡушма Штаттарға күсенергә кәрәк ине. Ҡарар ҡабул итер алдынан беҙ ҡатыным менән доға ҡылдыҡ. Мин был тәҡдимде кире ҡаҡтым һәм беҙ Элли менән Бастондәге ун вәғәзсе хаҡында ҡайғыртыр өсөн Бельгияға ҡайттыҡ. Киләһе йылда беҙҙең һөйкөмлө улыбыҙ Серж тыуҙы. Ләкин уға ете ай булғанда ул ауырып китеп үлде. Йөрәгебеҙ ҡайғынан өҙгөләнә ине. Беҙ күп доға ҡылдыҡ, һәм терелтеүгә өмөт был ҡайғыны еңеп сығырға ярҙам итте.

ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ ХЕҘМӘТЕБЕҘ

1961 йылдың октябрь айында мин пионер булып хеҙмәт итергә мөмкинлек биргән эш таптым. Ләкин шул уҡ көндө миңә Бельгия филиалының хеҙмәтсеһе шылтыратты. Ул минән, район хеҙмәтендә ҡатнаша алыр инеңме, тип һораны. «Тәүҙә пионер булып хеҙмәт итеп алырға буламы?» — тинем мин. Ул ризалашты. Беҙ һигеҙ ай пионер хеҙмәтендә ҡатнаштыҡ, ә шунан һуң 1962 йылдың сентябрендә район хеҙмәтен башланыҡ.

Ике йылдан һуң беҙҙе Брюсселдәге Вефилгә саҡырҙылар. Беҙ унда 1964 йылдың октябренән алып хеҙмәт итә башланыҡ. Был беҙҙең бәхетле саҡтарыбыҙ ине. 1965 йылда беҙҙең Вефилгә Норр ҡәрҙәш килде. Уның килеп китеүенән һуң мине ғәжәп яңылыҡ көтә ине: мине филиалдың хеҙмәтсеһе итеп билдәләнеләр. Һуңыраҡ беҙҙе Элли менән Гилеад мәктәбенең 41-се синыфына саҡырҙылар. Норр ҡәрҙәштең 13 йыл элек әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашты. Мәктәп тамамланғас, беҙ Бельгиялағы Вефилгә ҡайттыҡ.

ЙӘҺҮӘ ХАЛҠЫНЫҢ ХОҠУҠТАРЫН ЯҠЛАЙЫМ

Юридик эштәрҙәге тәжрибәм ҙур файҙа килтерҙе. Күп йылдар дауамында мин ҡәрҙәштәргә Европала һәм башҡа илдәрҙә дин тотоу азатлығын яҡларға ярҙам иттем (Флп. 1:7). Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған 55-тән ашыу илдәрҙә мин дәүләт эшмәкәрҙәре менән осраштым. Улар менән танышҡанда мин үҙемде юрист булараҡ түгел, ә Алла хеҙмәтсеһе итеп тоттом. Мин һәр ваҡытта ла Йәһүәгә таяндым, сөнки Изге Яҙмалағы: «Батшаның [йәғни хөкөмсөнөң] йөрәге Йәһүә ҡулында һыу ағымы һымаҡ, ул уны ҡайҙа теләһә, шунда бора», — тигән һүҙҙәрҙе иҫемдә тоттом (Ғиб. һүҙ. 21:1).

Бер осраҡ айырыуса хәтеремдә ҡалды. Мин, Европа парламентының бер хеҙмәтсеһе менән осрашырға теләп, уға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем, һәм ахырҙа ул ризалашты. Ул: «Мин һеҙгә биш минуттан күберәк ваҡыт бүлә алмайым», — тине. Мин башымды эйҙем дә доға ҡыла башланым. Ул асыуланып, нимә эшләүем хаҡында һораны. Башымды күтәреп, уға: «Аллаға рәхмәт әйттем, сөнки һеҙ уның хеҙмәтселәренең береһе», — тинем. «Һеҙ нимә тураһында һөйләйһегеҙ?» — тип һораны ул. Мин уға Римдарға 13:4-тәге һүҙҙәрҙе уҡыным. Ул протестант ине, шуға мине иғтибар менән тыңланы. Һөҙөмтәлә ул миңә ярты сәғәт бүлде, һәм был бик уңышлы аралашыу булды. Ул хатта Йәһүә шаһиттарын маҡтап, һеҙ яҡшы эш башҡараһығыҙ, тине.

Йәһүә хеҙмәтселәре Европала күп кенә юридик көрәшеүҙәр алып барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре нейтралитет һаҡлауға, балалар өҫтөнән опекаға һәм һалым түләүгә ҡағылышлы ине. Миңә уларҙың күбеһендә ҡатнашыу хөрмәте тейҙе. Йәһүәнең беҙгә уңыштар һәм еңеүҙәр бүләк иткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Йәһүә шаһиттары Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судында 140-тан ашыу эштә еңеү яуланы!

КУБАЛА КҮБЕРӘК АЗАТЛЫҠ

1990-сы йылдарҙа мин Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығында хеҙмәт иткән Фи́лип Бра́мли һәм Италия филиалынан Ва́льтер Фарне́ти менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттем. Беҙ бергәләп Кубала йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең дини азатлығы хаҡында ҡайғырттыҡ. Мин Бельгиялағы Куба илселегенә хат яҙҙым һәм беҙҙең эште алып барған дипломат менән осраштым. Беренсе осрашыуҙа эшмәкәрлегебеҙҙе сикләүгә килтергән аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл итеп булманы.

Кубала Филип Брамли һәм Вальтер Фарнети ҡәрҙәштәр менән. 1990-сы йылдар

Беҙ Йәһүәнән йүнәлеш һорап, уға доға ҡылдыҡ. Шунан һуң Кубаға 5 000 дана Изге Яҙма индерергә рөхсәт һораныҡ. Беҙгә рөхсәт иттеләр! Изге Яҙмаларҙы яҡшы ғына еткерҙеләр һәм ҡәрҙәштәргә таратып бирҙеләр. Был Йәһүәнең беҙҙе фатихалағанына ышанысыбыҙҙы нығытты. Артабан беҙ тағы 27 500 дана Изге Яҙма индереүҙәрен һораныҡ. Был юлы ла рөхсәт иттеләр. Кубалағы ҡәрҙәштәрҙең һәр береһенең тиерлек Изге Яҙмаһы бар ине. Ошо эштә ҡатнаша алыуыма мин бик шат!

Мин йыш ҡына Кубаға төрлө юридик һорауҙар буйынса йөрөнөм. Шул ваҡыт эсендә мин дәүләт чиновниктары менән яҡшыраҡ таныштым һәм улар менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр үҫтерә алдым.

РУАНДАЛАҒЫ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ЯРҘАМ ИТӘБЕҘ

1994 йылда Руандала геноцид арҡаһында 1 000 000-дан ашыу кеше үлде. Шул иҫәптән ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары ла вафат булды. Тиҙҙән ойошмабыҙ яуаплы ҡәрҙәштәрҙе унда гуманитар ярҙам алып барырға һораны.

Беҙ баш ҡала Кига́лиға килгәс, ундағы тәржемә итеү офисының һәм әҙәбиәт һаҡланған складтың стеналары пуляларҙан тишелеп бөткәнен күрҙек. Ҡәрҙәштәрҙе маче́те менән сабып үлтергәндәре тураһында ҡот осҡос хәбәрҙәр ишеттек. Ләкин яратыу күрһәткән ҡәрҙәштәрҙең миҫалдары тураһында ла белдек. Мәҫәлән, тутси халҡынан булған бер ҡәрҙәш менән таныштыҡ. Уны хуту халҡынан булған бер ғаилә 28 көн буйы ишегалдындағы соҡорҙа йәшереп тотҡан. Имандаштарыбыҙҙы нығытыр һәм рухландырыр өсөн, беҙ Кигалиҙа махсус осрашыу ойошторҙоҡ. Унда 900-ҙән ашыу ҡәрҙәш килде.

Фотоһүрәттәрҙә: 1) Пулянан йыртылып бөткән китап; 2) Марсель һәм тағы ике ир ҡәрҙәш гуманитар ярҙам тултырылған каптар янында ултыра.

Һул яҡта: Тәржемә итеү офисыбыҙға һөжүм иткәндә зыян күргән китап

Уң яҡта: Гуманитар ярҙам еткереүҙә ҡатнашам

Шунан һуң Заир иленең сиген үттек (хәҙер ул Конго Демократик Республикаһы). Был илгә Руанданан күп ҡәрҙәштәр ҡасҡан ине. Улар Го́ма ҡалаһынан йыраҡ булмаған ҡасаҡтар лагерендә йәшәй ине. Ләкин беҙ уларҙы таба алманыҡ һәм Йәһүәгә, беҙҙе улар янына алып бар инде, тип доға ҡылдыҡ. Күп тә үтмәҫтән, беҙгә яҡынлашып килгән бер кешене күрҙек һәм унан Йәһүә шаһиттарын беләме-юҡмы икәнен һораштыҡ. Ул беҙгә: «Мин Йәһүә шаһиты», — тине. Артабан ул: «Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе ярҙам күрһәтеү комитетынан булған ҡәрҙәштәргә алып барайым», — тип өҫтәне. Улар менән осрашҡандан һуң беҙ яҡынса 1600 имандашыбыҙ менән күрештек. Уларҙы йыуатырға һәм Йәһүәнең яратыуына ышандырырға тырыштыҡ. Шулай уҡ уларға Етәксе кәңәшмәнең хатын уҡыныҡ. Был хаттың һүҙҙәре уларҙың күңеленә үтеп инде. Унда: «Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең өсөн доға ҡылабыҙ. Йәһүәнең һеҙҙе ҡалдырмаясағын беләбеҙ», — тип яҙылғайны. Етәксе кәңәшмә яңылышмаған. Бөгөн Руандала 30 000-дән ашыу Йәһүә шаһиты бар һәм улар бөтәһе лә Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә!

ТОҒРО ҠАЛЫРҒА ӘҘЕРМЕН

2011 йылда минең ҡәҙерле ҡатыным Элли үлеп китте. Беҙ 58 йыл никахта булдыҡ. Ул янымда булмағас, миңә бик ҡыйын булды. Был хаҡта Йәһүәгә ялбарып доға ҡылыу мине йыуата ине. Шулай уҡ башҡаларға Батшалыҡ тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү миңә көс өҫтәп торҙо.

Мин инде 90-ды уҙҙым. Ләкин мин аҙна һайын вәғәзләйем. Шулай уҡ Бельгия филиалындағы юридик бүлегенә ярҙам итәм, тәжрибәм менән бүлешәм һәм Вефилдәге йәш ҡәрҙәштәрҙе рухландырам. Бының барыһын әле эшләй алғаныма мин шат.

Йәһүәгә беренсе тапҡыр доға ҡылғанымдан яҡынса 84 йыл үтте. Шул ваҡыттан алып мин Йәһүә менән бергә сәйәхәт иттем. Шул йылдар дауамында минең уның менән дуҫлығым нығығандан-нығый барҙы. Мин Йәһүәгә доғаларымды тыңлағаны һәм уларға яуап биргәне өсөн бик рәхмәтле! (Зәб. 66:19)b.

a Шранц ҡәрҙәштең биографияһын «Күҙәтеү манараһы» (ингл.) 1973 йылдың 15 сентябрь сығарылышында 570—574-се биттәрҙә уҡып була.

b Марсе́ль Жилле́ 2023 йылдың 4 февралендә, был мәҡәлә баҫтырыуға әҙерләнгәндә, үлеп китте.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу