ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
Һүрәттәр төшөрөү хәтерҙе яҡшырта
Моғайын, һеҙҙең менән дә шундай хәл булғаны барҙыр: өйрәнеүҙән һуң күп тә ваҡыт үтмәй, белгәндәребеҙ шунда уҡ онотола. Шул уҡ ваҡытта Ғайсаның нимәгә өйрәткәндәрен беҙ еңел генә иҫкә төшөрә алабыҙ. Ни өсөн шулай? Ул килтергән миҫалдарҙы күҙ алдына килтереү еңел, сөнки улар матур һүрәттәр кеүек. Беҙ ҙә өйрәнгәндә уҡығандарҙы күҙ алдына килтерә алабыҙ. Нисек итеп? Һүрәттәр төшөрөп.
Ҡайһы берәүҙәр яңы нәмәләрҙе өйрәнгәндә һүрәттәр төшөрә. Был уларға материалды яҡшыраҡ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Конкрет әйберҙәрҙе лә, абстракт төшөнсәләрҙе лә төшөрөргә була. Иҫ китмәле һүрәттәр төшөрөргә кәрәкмәй — ябай ғына һыҙмалар ҙа етерлек. Был ысул айырыуса оло йәштәгеләргә ҙур файҙа килтерә.
Киләһе тапҡыр Изге Яҙманы өйрәнгән саҡта, белгәндәрегеҙҙе һүрәткә һалып ҡарағыҙ. Күп нәмәне иҫтә ҡалдыра алғанығыҙға ғәжәпләнерһегеҙ!