Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 154 мәҡәлә
  • Изге Яҙма, Ер яҫы, тип өйрәтәме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Изге Яҙма, Ер яҫы, тип өйрәтәме?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Изге Яҙмалағы «ерҙең дүрт мөйөшө» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?
  • Иблис Ғайсаны нисек ҡотҡоға һалған?
  • Иблис Ғайсаны ҡоторта
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Иблис ҡайҙа йәшәй?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Изге Яҙма фәнгә ҡаршы киләме?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 154 мәҡәлә
Ер яҫы диск кеүек

Изге Яҙма, Ер яҫы, тип өйрәтәме?

Изге Яҙманан яуап

Юҡ, Изге Яҙма, Ер яҫы, тип өйрәтмәйa. Изге Яҙма фәнни белешмә китабы түгел, ләкин унда килтерелгән мәғлүмәттәр фәнни дәлилдәр менән килешә. Алла Һүҙенә һәр ваҡыт ышанып була (Зәбур 110:8).

  • Изге Яҙмалағы «ерҙең дүрт мөйөшө» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

  • Иблис Ғайсаны нисек ҡотҡоға һалған?

Изге Яҙмалағы «ерҙең дүрт мөйөшө» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

Изге Яҙмала осраған «ерҙең дүрт мөйөшө» һәм «ер ситтәре» тигән әйтемдәр символик мәғәнә йөрөтә, шуға күрә, ер шаҡмаҡ һәм уның мөйөштәре йә ситтәре бар, тип тура мәғәнәлә аңларға кәрәкмәй (Ишағыя 11:12, ЯДТ; Әйүп 37:3, ЯДТ). Киреһенсә, был символик һүҙҙәр бөтә ер йөҙөн аңлата. Шул уҡ рәүешсә, Изге Яҙмала донъяның дүрт тарафы телгә алынғанда, бөтә ер күҙ уңында тотола (Лука 13:29).

«Мөйөштәр» һәм «ситтәр» тип тәржемә ителгән еврей һүҙҙәре аҫтында «ҡанаттар» тигән һүҙгә нигеҙләнгән идиоманы аңларға кәрәк. Бер Изге Яҙма белешмәһендә былай тиелгән: «Ҡош үҙ балаларын ҡаплар өсөн ҡанаттарын ҡулланған кеүек... [был еврей әйтеме] берәй нәмәнең ситтәрен тасуирлар өсөн ҡулланыла» («The International Standard Bible Encyclopedia»). Артабан был белешмәлә былай тиелә: «Әйүп 37:3-тә һәм Ишағыя 11:12-лә яҙылған һүҙҙәр ҡоро ерҙең ярҙарын, сиктәрен һәм ситтәрен аңлата»b.

Иблис Ғайсаны нисек ҡотҡоға һалған?

Иблис Ғайсаны ҡотҡоға һалғанда, «уны бик бейек тауға алып менеп, уға бөтә донъя батшалыҡтарын һәм уларҙың данын күрһәт[кән]» (Матфай 4:8). Ҡайһы берәүҙәрҙең иҫәпләүенсә, был өҙөк, Ер яҫы һәм берәй бейек нөктәнән бөтә ер йөҙөн күреп була, тигән фекерҙе дәлилләй. Ләкин был контекста «бик бейек тауға» тигән һүҙҙәр, күрәһең, метафора булып тора, һәм берәй конкрет урынды аңлатмай. Ни өсөн шулай уйлау аҡыллы? Бер нисә дәлилде ҡарап сығайыҡ.

  • Ер шарында донъялағы бөтә батшалыҡтарҙы менеп күрерлек тау юҡ.

  • Иблис Ғайсаға бөтә батшалыҡтарҙы ғына түгел, ә шулай уҡ «уларҙың данын» да күрһәткән. Ерҙәге батшалыҡтарҙың бындай үҙенсәлектәрен йыраҡтан күреп булмай. Моғайын, Иблис Ғайсаға күренеш күрһәткән булған. Был проектор менән экран ярҙамында ерҙең төрлө урындарын күрһәтеүгә оҡшаш булған.

  • Ошо уҡ ваҡиға Лука 4:5-тә тасуирлана, унда, Иблис Ғайсаға «күҙ асып йомған арала бөтә донъя батшалыҡтарын күрһәтте», тип әйтелә. Кеше күҙенең ундай һәләте юҡ. Шуға күрә Иблис, Ғайсаға бөтөн батшалыҡтарҙы ниндәйҙер үҙенсәлекле ысул менән күрһәткән.

a Изге Яҙмала Алла тураһында: «Ер түңәрәгенән өҫтә Алла йәшәй», — тип яҙылған (Ишағыя 40:22, ЯДТ). Ҡайһы бер белешмә китаптары, бында килтерелгән «түңәрәгенән» тигән һүҙ шулай уҡ «сфера» йәки «шар» тигәнде аңлатырға мөмкин, тип фараз итә. Әммә был аңлатма менән бөтә ғалимдар ҙа риза түгел. Нисек кенә булһа ла, Изге Яҙма, Ер яҫы, тигән фекергә ҡаршы сыға.

b Яңынан ҡарап сығылған баҫма, 2-се том, 4-се бит.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу