Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • gf 11 дәрес 18—19 бб.
  • Ялған динде кире ҡаҡ!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ялған динде кире ҡаҡ!
  • Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ялған диндәр Алланы хурлай
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Диндәр менән нимә буласаҡ?
    Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
  • Дөрөҫ динде нисек табырға
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Хаҡ динде нисек табырға?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
Һин Алланың дуҫы була алаһың!
gf 11 дәрес 18—19 бб.

11-СЕ ДӘРЕС

Ялған динде кире ҡаҡ!

Шайтан һәм уның ендәре һинең Аллаға хеҙмәт итеүеңде теләмәй. Улар, берәү ҙә Аллаға хеҙмәт итмәһен тип, тырыша. Улар быны нисек эшләй? Уларҙың ысулдарының береһе — ялған динде ҡулланыу (2 Коринфлыларға 11:13—15). Ялған дин — ул Изге Яҙмаларҙағы хәҡиҡәткә өйрәтмәгән дин. Ялған дин ысын булып күренгән, тик ысынлап та бер ниндәй ҡиммәтлеге булмаған һәм күп проблема килтергән ялған аҡса кеүек.

Бер пар сиркәүҙә доға ҡыла

Дини ялғанды Йәһүә, дөрөҫлөк Аллаһы, бер ҡасан да ҡабул итмәйәсәк. Ғайса ерҙә булғанда, бер дини төркөм булған. Уның ағзалары Ғайсаны үлтерергә теләгән. Улар, Аллаға дөрөҫ табынабыҙ, тип уйлаған. Был кешеләр: «Атабыҙ бер — Алла»,— тигән. Ғайса улар менән ризалашҡанмы һуң? Юҡ! Ул уларға: «Һеҙҙең атағыҙ — Иблис»,— тигән (Яхъя 8:41, 44). Бөгөн күп кешеләр, Аллаға табынабыҙ, тип уйлай, тик ысындан да улар Шайтан һәм уның ендәренә хеҙмәт итә (1 Коринфлыларға 10:20).

Серек ағас насар емеш килтергән кеүек, ялған дин дә яуызлыҡ эшләгән кешеләр тәрбиәләй. Кешеләр яуызлыҡ эшләгән өсөн, донъя ҡайғы менән тулған. Бында әхлаҡһыҙлыҡ, һуғыштар, уғрылыҡ, йәберләү, үлтерештәр һәм көсләүҙәрҙе индерергә була. Был яуыз эштәрҙә ҡатнашҡан күпселек кешеләр ниндәй ҙә булһа динде тота, тик уларҙың дине уларҙа изгелек эшләү теләге уятмай. Улар, яуызлыҡ эшләүҙән туҡтамайынса, Алланың дуҫы була алмаясаҡ (Матфей 7:17, 18).

Ялған дин кешеләрҙе ботҡа [һүрәттәргә, һындарға] доға ҡылырға өйрәтә. Алла боттарға доға ҡылыуҙы тыя. Был аҡыллы талап. Кемдеңдер, һинең менән һөйләшеү урынына, һәр ваҡыт һинең фотографияң менән һөйләшеүен теләр инеңме? Ундай кеше һинең ысын дуҫың буласаҡмы? Юҡ, булмаясаҡ. Йәһүә кешеләрҙең тере булмаған статуя йәки рәсем менән түгел, ә уның менән һөйләшеүҙәрен теләй (Сығыш 20:4, 5).

Ҡоралланған һалдаттар

Ялған дин, һуғышта кешеләрҙе үлтерергә ярай, тип өйрәтә. Ғайса, Алланың дуҫтары араһында яратыу буласаҡ, тигән. Беҙ яратҡан кешеләребеҙҙе үлтермәйбеҙ (Яхъя 13:35). Беҙгә хатта яуыз кешеләрҙе үлтерергә ярамай. Ғайсаның дошмандары уны ҡулға алырға килгәс, ул шәкерттәренә үҙен яҡларға рөхсәт итмәй (Матфей 26:51, 52).

Ялған дин, яуыздар тамуҡ утында яфаланасаҡ, тип өйрәтә. Ә Изге Яҙмалар, гонаһ үлемгә алып бара, тип өйрәтә (Римлыларға 6:23). Йәһүә — яратыу Аллаһы. Яратыусы Алла кешеләрҙе мәңге ғазаплармы икән? Әлбиттә, юҡ! Ожмахта Йәһүә хуплаған бер генә дин буласаҡ (Асыш 15:4). Шайтандың ялғанына нигеҙләнгән бөтә диндәр юҡҡа сығасаҡ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу