13-СӨ ДӘРЕС
Диндәр менән нимә буласаҡ?
1. Бөтә диндәр ҙә яҡшымы?
Һәр диндә лә яҡшы кешеләр бар. Аллаһы Тәғәлә ундай кешеләрҙе күрә һәм улар хаҡында ҡайғырта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дин хаҡына тип, күп яуызлыҡ ҡылына (2 Коринфтарға 4:3, 4; 11:13—15). Яңылыҡтарҙан күренеүенсә, ҡайһы бер диндәрҙең хатта терроризмда, геноцидта, һуғыштарҙа һәм балаларҙы енси йәберләүҙә ҡатнашы бар. Аллаға ысынлап та ышанған эскерһеҙ кешеләрҙе был хәл бик ныҡ борсой! Матфей 24:3—5, 11, 12-не уҡығыҙ.
Хаҡ дин Алланы данлай, ә ялған дин Алланы хурлай. Ул Изге Яҙмала булмаған нәмәләргә өйрәтә. Мәҫәлән, ул Алла хаҡында һәм кеше үлгәс уның менән нимә булыуы тураһында ялған тарата. Ләкин Йәһүә кешеләрҙең уның хаҡында хәҡиҡәтте белеүен теләй. Римдарға 6:23; 1 Тимофейға 2:3—5-те уҡығыҙ.
2. Диндәр менән нимә буласаҡ?
Бәхеткә ҡаршы, Алланы алдап булмай. Ул Алланы яратам тигән булып, ысынында иһә Иблис донъяһын яратҡан кешеләрҙе үтәнән-үтә күрә (Яҡуб 4:4). Алла Һүҙендә ялған диндәрҙең бөтөнөһө бергә «Бөйөк Вавилон» тип атала. Сөнки ялған дин тап Вавилон ҡалаһында Нух заманындағы Туфандан һуң башланғыс алған. Кешеләрҙе алдаған һәм йәберләгән диндәрҙе Алла тиҙҙән хөкөмгә тартасаҡ. Ул уларҙы кинәт юҡ итәсәк. Асылыш 17:1, 2, 5, 16, 17; 18:8-ҙе уҡығыҙ.
Тағы бер һөйөнөслө хәбәр бар. Бөтә донъя буйынса ялған диндәрҙә аҙашып йөрөгән эскерһеҙ кешеләрҙе Йәһүә онотмай. Ундай кешеләрҙе ул хәҡиҡәткә өйрәтеп берләштерә. Яхъя 6:45-те уҡығыҙ.
3. Эскерһеҙ кешеләр нимә эшләргә тейеш?
Хаҡ дин кешеләрҙе берләштерә
Дөрөҫлөктө яратҡан игелекле кешеләрҙе Йәһүә ҡәҙерләй. Ундай кешеләрҙе ул ялған диндән сығырға дәртләндерә. Алланы яратҡан кешеләр, уны шатландырыр өсөн, үҙгәрергә әҙер. Асылыш 18:4-те уҡығыҙ.
Беренсе быуатта кешеләр Ғайсаның шәкерттәренән һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, шул хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән. Алла теләгәнсә йәшәргә өйрәнгәс, улар өмөткә эйә булған, тормоштары мәғәнә менән тулған. Ундай кешеләр — беҙҙең өсөн яҡшы өлгө, сөнки улар һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итеп, Йәһүәне үҙ тормошонда беренсе урынға ҡуйған. Фессалоникаларға 1:8, 9; 2:13-тө уҡығыҙ.
Ялған динде ҡалдырған кешеләрҙе Йәһүә үҙ ғаиләһенә саҡыра. Алланың ихлас саҡырыуын ҡабул итһәгеҙ, уның менән дуҫлашып китерһегеҙ һәм шулай уҡ уның хеҙмәтселәре араһында күп дуҫтар табырһығыҙ. Ә киләсәктә инде мәңгелек тормошҡа эйә булырһығыҙ. Марк 10:29, 30; 2 Коринфтарға 6:17, 18-ҙе уҡығыҙ.
4. Тиҙҙән ер йөҙөнә ниндәй шатлыҡ киләсәк?
Тиҙҙән Алла ялған динде хөкөмгә тартасаҡ һәм бөтә ерҙе йәбер-золомдан азат итәсәк. Ялған дин башҡаса бер ҡасан да кешеләрҙе алдамаясаҡ һәм бүленештәр тыуҙыра алмаясаҡ. Ерҙәге һәм күктәге барлыҡ заттар берҙәм ғаилә булып, берҙән-бер хаҡ Аллаға табынасаҡ. Асылыш 18:20, 21; 21:3, 4-те уҡығыҙ.