Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • bm 13 бүлек 16 б.
  • Яҡшы һәм насар батшалар

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яҡшы һәм насар батшалар
  • Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ул үҙ хаталарынан фәһем алған
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Ул шәфҡәтле булырға өйрәнгән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Йәһүә Юнысҡа сабырлыҡ күрһәтә
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
bm 13 бүлек 16 б.

13-СӨ БҮЛЕК

Яҡшы һәм насар батшалар

Исраил ике батшалыҡҡа бүленә. Исраил халҡы менән күп батшалар идара итә, һәм уларҙың күпселеге Аллаға тоғро булмай. Бабилдар Иерусалимды емерә

ЙӘҺҮӘ пәйғәмбәрлек иткәнсә, Сөләймән хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡалдырғас, Исраил икегә бүленә. Сөләймәндең улы һәм вариҫы, Ровоам, бик тупаҫ кеше була. Шуға күрә Исраилдың ун ҡәбиләһе берләшеп, уға ҡаршы күтәрелә, һөҙөмтәлә төньяҡ батшалыҡ Исраил барлыҡҡа килә. Ҡалған ике ҡәбилә — көньяҡ батшалыҡ Йәһүдия — Иерусалимдағы Дауыт тәхетенә тоғро ҡала.

Батшалар Аллаға тоғролоҡ һаҡламағанға һәм уның әмерҙәрен һанға һуҡмағанға, был ике батшалыҡтың тарихы тынғыһыҙ була. Төньяҡ батшалыҡҡа хатта ауырыраҡ та була, сөнки уның батшалары иң баштан уҡ ялған илаһтарға табына башлай. Ильяс һәм Елисей пәйғәмбәрҙәр ҡеүәтле эштәр башҡара, хатта үлеләрҙе терелтә. Ләкин, быға ҡарамаҫтан, Исраил халҡы яуыз юлдарҙан йөрөүен дауам итә. Ахыр сиктә, Алла Ассирия иленә Исраилды яулап алырға рөхсәт итә.

Был хәлдәрҙән һуң йөҙ йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт үткәс, Йәһүдия ла Алла язаһына дусар була. Йәһүдияның бер нисә генә батшаһы Алла пәйғәмбәрҙәренең киҫәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, халыҡты Йәһүәгә кире ҡайтарырға тырыша. Мәҫәлән, Йошия батша Йәһүдияны ялған табыныуҙан таҙарта башлай һәм Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын йүнәтә. Муса аша бирелгән Ҡанундың төп нөсхәһе табылғас, ундағы һүҙҙәр Йошияға шул тиклем ныҡ тәьҫир итә, ул хатта тағы ла ҙурыраҡ ашҡыныу менән дини реформаларын тормошҡа ашырыуға тотона.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йошияны алмаштырған батшалар уның яҡшы үрнәгенә эйәрмәй. Шуға күрә Йәһүә Бабил иленә Йәһүдияны яулап алып, Иерусалимды һәм ғибәҙәтхананы емерергә рөхсәт итә. Иҫән ҡалғандарҙы бабилдар әсирлеккә алып китә. Алла бындай пәйғәмбәрлек әйтә: Йәһүдия ере 70 йыл буйы ташландыҡ хәлдә ятасаҡ, шунан һуң халыҡ әсирлектән тыуған еренә ҡайтасаҡ.

Ләкин вәғәҙә ителгән Ҡотҡарыусы, йәғни Мәсих килгәнсе, Дауыт нәҫеленән башҡа берәү ҙә батша булмаясаҡ. Дауыт тәхетендә ултырған батшалар үҙенең насар эштәре менән шуны иҫбатлағандар: камил булмаған кешеләр идара итергә һәләтле түгел. Был хөрмәткә тик Мәсих кенә лайыҡ. Шуға күрә Йәһүә Дауыт нәҫеленән булған һуңғы батшаға: «Тажды һалып ҡуй. [...] Таж уға законлы хоҡуғы булған зат килгәнсе бер кемдеке лә булмаҫ, һәм мин уны уға бирермен», — тип әйткән (Йәзәкил 21:26, 27).

1 Батшалар, 2 Батшалар китабына, 2 Йылъяҙма 10—36 бүлектәрғә, Иремия 25:8—11-гә нигеҙләнгән.

  • Ни өсөн Исраил бүленгән, һәм бының һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ике батшалыҡ менән нимә булған?

  • Дауыт нәҫеленән килгән батшалар менән нимә булған һәм ни өсөн?

  • Беҙ Юныс китабынан Йәһүә тураһында нимә белә алабыҙ? (Рамканы ҡара.)

ЮНЫС ПӘЙҒӘМБӘР

Батшалыҡ бүленгәндән һуң Алла Юныс пәйғәмбәрҙе алыҫта ятҡан Ниневия ҡалаһына ебәрә. Юныс пәйғәмбәр унда йәшәгән мәрхәмәтһеҙ кешеләргә киҫәтеү хәбәрен иғлан итергә тейеш була. Ләкин Юныс карапҡа ултырып, бөтөнләй башҡа яҡҡа юллана. Шул саҡта Алла мөғжизә эшләй: ғәйәт ҙур балыҡ Юнысты йота. Балыҡтың эсендә булғанда, Юныс Йәһүәгә ялбарып доға ҡыла. Һәм Алла ҡушыуы буйынса балыҡ Юнысты ярға урғытып сығара. Хәҙер Юныс Алла биргән йөкләмәне үтәргә әҙер.

Алла Юнысты тыңлаусан булырға өйрәтеп, уға һабаҡ биргәс, пәйғәмбәр тағы бер хата яһай. Ул Ниневия халҡын киҫәткәндән һуң улар тәүбә итә. Әммә Юнысҡа Алланың шәфҡәт күрһәтеп, уларға яза бирмәүе бик оҡшамай. Алланың Юнысты мәрхәмәтлерәк булырға өйрәтеү маҡсатында ниндәй мөғжизә эшләгәнен белер өсөн, Юныс китабын үҙегеҙ уҡып сығығыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу