14-СЕ БҮЛЕК
Алла үҙ пәйғәмбәрҙәре аша һөйләй
Йәһүә пәйғәмбәрҙәрҙе билдәләй. Улар уның хөкөмдәрен, хаҡ ғибәҙәт ҡылыу һәм Мәсих килеүенә өмөт менән бәйле хәбәрҙәрҙе кешеләргә еткерә
ИСРАИЛ һәм Йәһүдия батшалары идара иткән заманда Алланан хәбәрҙәр еткергән махсус кешеләр төркөмө, йәғни пәйғәмбәрҙәр мөһим роль уйнай. Бик көслө иман һәм батырлыҡ менән айырылып торған был кешеләр Алла һүҙен иғлан итәләр. Уларҙың пәйғәмбәрлектәрендә асыҡланған дүрт мөһим теманы ҡарап сығайыҡ.
1. Иерусалим емерелә. Иерусалим емерелеп, ташландыҡ хәлдә ҡалғандан күпкә элек Алланың Ишағия менән Иремия исемле пәйғәмбәрҙәре бының тураһында киҫәтә башлай. Пәйғәмбәрҙәр сағыу миҫалдар ҡулланып, Алланың был ҡалаға ни өсөн асыуланғанын аңлата. Унда боттарға табыныу, әхлаҡһыҙлыҡ һәм көс ҡулланыу хөкөм һөргәнгә күрә, Иерусалимда йәшәүселәр Йәһүәнең хеҙмәтселәре тип аталырға лайыҡ түгел (2 Батшалар 21:10—15; Ишағия 3:1—8, 16—26; Иремия 2:1—3:13).
2. Хаҡ ғибәҙәт ҡылыу торғоҙола. Бабил әсирлегендә 70 йыл үткәргәндән һуң, Алла халҡы азат ителә. Улар ташландыҡ хәлдә ятҡан тыуған ерҙәренә ҡайта һәм Иерусалимдағы Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын яңынан торғоҙа (Иремия 46:27; Амос 9:13—15). Яҡынса 200 йыл элек Ишағия Бабил ҡалаһын яулап аласаҡ һәм Алла халҡына хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙы торғоҙорға рөхсәт итәсәк батшаның исемен алдан әйтә. Уның исеме Кир була. Ишағия Кирҙың ҡаланы ниндәй үҙенсәлекле ысул менән яулап аласағын да ентекләп тасуирлай (Ишағия 44:24—45:3).
3. Мәсихтең килеүе һәм уның тормошо. Мәсих Вифлеем ҡалаһында тыуа (Михей 5:2). Ул баҫалҡы кеше була һәм Иерусалимға ишәккә атланып инә (Зәкәриә 9:9). Уның йомшаҡ күңелле һәм игелекле булыуына ҡарамаҫтан, күптәр уны кире ҡаға (Ишағия 42:1—3; 53:1, 3). Ул ғазаплы үлем кисерә. Бының менән Мәсихтең ғүмере тамамланамы? Юҡ, ул килтергән ҡорбан нигеҙендә күптәрҙең гонаһтары кисерелергә тейеш (Ишағия 53:4, 5, 9—12). Ләкин был Мәсих үленән терелтелгәндән һуң ғына мөмкин була.
4. Мәсихтең ер өҫтөнән идара итеүе. Ысынлап та, камилһыҙ кешеләрҙең идара итеүҙәре тыныслыҡ килтермәй, ләкин Мәсих-Батша «Тыныслыҡ мирзаһы» тип атала (Ишағия 9:6, 7; Иремия 10:23). Уның идараһы аҫтында бөтә кешеләр бер-береһе менән һәм хатта хайуандар менән дә тыныс, татыу йәшәйәсәк (Ишағия 11:3—7). Ауырыуҙар башҡа булмаясаҡ (Ишағия 33:24). Хатта үлем дә мәңгегә юҡ ителәсәк (Ишағия 25:8). Ә үлгән кешеләр ерҙә йәшәр өсөн терелтеләсәк (Данил 12:13).
Ишағия, Иремия, Данил, Амос, Михей һәм Зәкәриә китаптарына нигеҙләнгән.