Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • bm 16 бүлек 19 б.
  • Мәсих килә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Мәсих килә
  • Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса Мәсих кем ул?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Мәсих килә
    Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
bm 16 бүлек 19 б.

16-СЫ БҮЛЕК

Мәсих килә

Йәһүә шуны асыҡлай: Назарет ҡалаһынан булған Ғайса — вәғәҙә ителгән Мәсих

ЙӘҺҮӘ кешеләргә вәғәҙә ителгән Мәсихте танырға нисек ярҙам итер? Быны белер өсөн, әйҙәгеҙ, Еврей Яҙмалары яҙылып бөткәндән һуң яҡынса дүрт быуат үткәс, нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Галилея өлкәһенең төньяғында, Назарет тип аталған ҡалала Мәрйәм исемле йәш ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Бер ваҡыт уға Жәбраил фәрештә килә. Ҡатын-ҡыҙ быға бик ныҡ ғәжәпләнә. Жәбраил Мәрйәмгә шундай хәбәр еткерә: уға изге рух иңәсәк һәм ул, ир-ат менән яҡынлыҡ ҡылмаһа ла, бала тыуҙырасаҡ. Мәрйәмдең улы вәғәҙә ителгән Батша буласаҡ һәм мәңге идара итәсәк! Алла уның күктәге тормошон мөғжизәле рәүештә Мәрйәмдең ҡарынына күсерәсәк. Шуға күрә ул кеше булып тыуһа ла, уны Алла Улы тип атаясаҡтар.

Мәрйәм был бик мөһим вазифаны үтәргә баҫалҡылыҡ менән ризалаша. Алла Мәрйәмдең буласаҡ иренә, Йософ исемле балта оҫтаһына, үҙ фәрештәһен ебәрә. Фәрештә уға Мәрйәмдең нисек ауырға ҡалғанын аңлата, һәм Йософ Мәрйәмгә өйләнә. Ләкин Мәсих Вифлеемда тыуасаҡ тигән пәйғәмбәрлек нисек үтәлер? (Михей 5:2) Был бәләкәй генә ҡала Назареттан 140 километр алыҫлыҡта урынлашҡан бит!

Рим идарасыһы халыҡтың иҫәбен алырға бойороҡ бирә. Кешеләр үҙҙәренең тыуған ҡалаларында теркәлергә тейеш була. Йософ менән Мәрйәмдең ата-бабалары, күрәһең, Вифлеемдан була, шуға күрә улар шул ҡалаға бара (Лука 2:3). Мәрйәм балаһын һарайҙа таба һәм уны утлыҡҡа һала. Тау битендә урынлашҡан көтөүселәргә тыуған бала — вәғәҙә ителгән Мәсих тигән хәбәрҙе еткерер өсөн, Алла күп фәрештәләрҙе ебәрә.

Һуңыраҡ Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих икәнлеген раҫлаған башҡа кешеләр ҙә була. Ишағия пәйғәмбәр алдан әйткәнсә, Мәсих үҙенең мөһим эшен башҡарыр алдынан, бер кеше уның өсөн юл әҙерләйәсәк (Ишағия 40:3). Был кеше — Сумдырыусы Яхъя. Ғайсаны күргәс, ул шатлыҡлы тауыш менән: «Бына донъяның гонаһын күтәрәсәк Алла Бәрәсе!» — тип ҡысҡырып ебәрә. Яхъяның ҡайһы бер шәкерттәре шунда уҡ Ғайсаға эйәрә. Был шәкерттәрҙең береһе: «Беҙ Мәсихте осраттыҡ», — тип әйтә (Яхъя 1:29, 36, 41).

Ғайсаның Мәсих икәнлеген раҫлаған тағы бер дәлил була. Яхъя Ғайсаны һыуға сумдырғанда, күктән Йәһүәнең тауышы ишетелә. Алла үҙенең изге рухы ярҙамында Ғайсаны Мәсих итеп билдәләп: «Был минең яратҡан Улым, мин уны хуплайым», — тип әйтә (Маттай 3:16, 17). Ниһайәт, вәғәҙә ителгән Мәсих килә!

Был ҡасан булған? Б. э. 29 йылында. Тап шул йылда Данил пәйғәмбәр әйткән теүәл 483 йыл тамамланған. Быларҙың барыһы — Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбатлаған ышандырырлыҡ дәлилдәрҙең бер нисәһе генә. Ғайса Мәсих ерҙә йәшәгәндә, нимә тураһында вәғәзләгән?

Инжилдәге Маттай китабының 1—3 бүлектәренә, Марк китабының 1-се бүлегенә, Лука китабының 2-се бүлегенә һәм Яхъя китабының 1-се бүлегенә нигеҙләнгән.

  • Йәһүә Ғайсаның Мәсих икәнлеген күрһәтер өсөн, фәрештәләрҙе нисек ҡулланған?

  • Алла Ғайсаның Мәсих икәнлеген күрһәтер өсөн, Сумдырыусы Яхъяны нисек ҡулланған?

  • Нисек Йәһүә үҙ Улының Мәсих икәнлеген раҫлаған?

НИНДӘЙ МӘҒӘНӘЛӘ ҒАЙСА АЛЛА УЛЫ ТИП АТАЛА?

Йәһүә, тура мәғәнәһендә булмаһа ла, Ғайсаның Атаһы. Тормошто уға ҡатын-ҡыҙ түгел, ә Алла үҙе биргән. Ысынбарлыҡта Ғайса — Алла барлыҡҡа килтергән иң беренсе шәхес (Көләсәйҙәргә 1:15—17). Йәһүә Ғайсаны барлыҡҡа килтереп, уға тормош биргән, шул мәғәнәлә уны Ғайсаның Атаһы тип атап була. Алла үҙенең рухи Улын «оҫта һөнәрсе» итеп ҡулланып, Ғәләмде һәм башҡа нәмәләрҙе яратҡан (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу