Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • rk 8 бүлек 20—21 бб.
  • Мәсих килә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Мәсих килә
  • Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Мәсих килә
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • «Мин — Раббының хеҙмәтсеһе!»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • «Был — минең Улым»
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Ғайса Мәсих кем ул?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Башҡаларын асырға
Ысын иман бәхетле тормош асҡысы
rk 8 бүлек 20—21 бб.

8-СЕ БҮЛЕК

Мәсих килә

ДАНИЛ пәйғәмбәрлек иткәндән һуң 500-ҙән артыҡ йыл уҙғас, Алланың фәрештәһе, Жәбраил, Мәрйәм исемле ғиффәтле ҡыҙ янына килгән. Мәрйәм Дауыт батша нәҫеленән булған. Жәбраил уға: «Ҡыуан, Мөбәрәкле! Рабби һинең менән», — тигән (Лука 1:28). Әммә Мәрйәм ҡаушап ҡалған. Ни өсөн Жәбраил Мәрйәм янына килгән икән?

Жәбраил фәрештә Мәрйәмгә пәйҙә була

Жәбраил Мәрйәмгә ул Мәсихте тыуҙырасаҡ тигән хәбәр еткергән

«Ҡурҡма, Мәрйәм, һин Алла мәрхәмәтен алдың; бына һин буйға уҙасаҡһың [ауырға ҡаласаҡһың], ир бала тыуҙырасаҡһың һәм уға Ғайса тип исем ҡушасаҡһың, — тип аңлата уға Жәбраил. — Ул бөйөк буласаҡ һәм уны Аллаһы Тәғәләнең Улы тип атаясаҡтар; Рабби Алла уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирәсәк; ул Яҡуп нәҫеле өҫтөнән мәңге батшалыҡ итәсәк һәм уның батшалығының ахыры булмаясаҡ» (Лука 1:30—33). Ниндәй иҫ киткес яңылыҡ! Мәрйәм оҙаҡ көтөлгән «тоҡомдо», Мәсихте, тыуҙырасаҡ!

Киләһе йылда Бәйтлеһем ҡалаһында Ғайса тыуа. Шул уҡ төндө бер фәрештә урындағы көтөүселәргә: «Мин һеҙгә бөтә кешеләр өсөн бик шатлыҡлы буласаҡ яҡшы хәбәр килтерҙем; бөгөн Дауыт ҡалаһында һеҙҙе ҡотҡарыусы тыуҙы, ул Мәсих», — тип хәбәр итә (Лука 2:10, 11). Һуңыраҡ Ғайсаның ғаиләһе Насара ҡалаһына күскән, шуға күрә ул унда үҫкән.

Беҙҙең эраның 29 йылында, нәҡ Мәсих килергә тейеш булған йылда, Ғайса Алланың пәйғәмбәре булып хеҙмәт итә башлаған. Шул ваҡытта ул «утыҙ йәштәрҙә булған» (Лука 3:23). Күп кеше Ғайсаның Алла тарафынан ебәрелгәнен аңлаған. Улар: «Беҙҙең арала бөйөк пәйғәмбәр пәйҙә булды», — тип әйткәндәр (Лука 7:16, 17). Ғайса нимәгә өйрәткән?

Ғайса кешеләрҙе Алланы яратырға һәм уға ғибәҙәт ҡылырға өйрәткән. Ул: «Беҙҙең Раббы Аллабыҙ — берҙән-бер Алла! Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат», — тип иғлан иткән (Марк 12:29, 30). Ул шулай уҡ: «Рабби Аллаңа табын, һәм уға ғына хеҙмәт ит», — тип әйткән (Лука 4:8).

Ғайса кешеләрҙе бер-береһен яратырға дәртләндергән. Ул: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тип әйткән (Марк 12:31). Ғайса шулай уҡ: «Кешеләрҙең һеҙгә нәмә эшләүҙәрен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ, сөнки Ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарында яҙылғандарҙың асылы шул», — тигән (Маттай 7:12).

Ғайса башҡаларға Алла Батшалығы хаҡында дәртләнеп, ялҡынланып һөйләгән. Ул: «Мин башҡа ҡалаларға ла, Алла Батшалығы хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе еткерергә тейешмен, сөнки мин шуның өсөн ебәрелгәнмен», — тип әйткән (Лука 4:43). Ни өсөн Алла Батшалығы хаҡындағы хәбәр шул тиклем мөһим?

Изге Яҙмалар өйрәткәнсә, Алла Батшалығы — был ер өҫтөнән идара итәсәк күктәге хөкүмәт. Алла Ғайсаны, вәғәҙә ителгән Мәсихте, был Батшалыҡтың Батшаһы итеп билдәләгән. Алла Мәсихкә күктә «хакимлыҡ, дан һәм батшалыҡ» бирәсәк тип Данил пәйғәмбәр алдан әйткән булған (Данил 7:14). Был Батшалыҡ бөтә ер йөҙөндә Ожмах урынлаштырасаҡ һәм Алланың хеҙмәтселәрен мәңгелек тормош менән бүләкләйәсәк. Әллә был хәбәр иң яҡшы хәбәр түгелме?

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

  • Жәбраил фәрештә Мәрйәмгә ниндәй хәбәр еткергән?

  • Беҙҙең эраның 29 йылында ниндәй пәйғәмбәрлек үтәлгән?

  • Ғайса нимәгә өйрәткән?

  • Алла Батшалығы нимә ул, һәм ул нимә башҡарасаҡ?

Ғайса халыҡты өйрәтә

Ғайса ни өсөн Мәсих тип аталған?

«Мәсих» тигән һүҙ «Майланған Зат», йәғни Алла тарафынан берәй йөкләмәне үтәр өсөн билдәләнгән Зат, тигәнде аңлата. Алла Ғайсаға, йәғни Мәсихкә, тормош биргән. Мәрйәм Ғайсаны ирһеҙ тыуҙырған, был Алланың бөйөк мөғжизәһе булған.

Ни өсөн шул тиклем күп кеше Ғайсаға ышанған? Бында ҡайһы бер сәбәптәр килтерелгән.

  • Ул Изге Яҙмаларға нигеҙләнеп өйрәткән.

  • Уның тәғлимәттәре һәм шәхси үрнәге хәҡиҡәт менән ғәҙеллекте яратҡан кешеләрҙе уға йәлеп иткән.

  • Ул Алланың көсө ярҙамында күп мөғжизәләр ҡылған.

  • Ул Изге Яҙмаларҙа яҙылған күп пәйғәмбәрлектәрҙе үтәгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу