3-сө бүлеккә инеш һүҙ
Изге Яҙманан күренеүенсә, Туфандан һуңғы йылдарҙа Йәһүәгә хеҙмәт итеүсе кешеләр әҙ булған. Шуларҙың береһе — Ибраһи́м. Йәһүә уны үҙенең дуҫы тип атаған. Ни өсөн Йәһүә уны шул тиклем яҡын күргән? Йәһүә һеҙҙең балағыҙҙы ла ярата һәм уға ярҙам итергә теләй. Был китапты бала менән бергә уҡыһағыҙ, уға быны аңларға ярҙам итегеҙ. Ибраһи́м һәм башҡа тоғро хеҙмәтселәр, мәҫәлән, Лут һәм Яҡу́п Йәһүәнән ярҙам эҙләгән. Беҙ ҙә һәр ваҡыт шулай эшләй алабыҙ. Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була.