ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ
4-СЕ ДӘРЕС
Баҫалҡылыҡ
Принцип: «Баҫалҡы булып, башҡаларҙы үҙегеҙҙән өҫтөн күрегеҙ» (Флп. 2:3, ЯДТ).
Пауыл нисек эш иткән?
1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Илселәр 26:2, 3-тө уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:
а) Агриппа менән һөйләшкәндә Пауылдың үҙен баҫалҡы тотҡаны нимәлә сағылған?
б) Пауылдың һүҙҙәренән уның иғтибарҙы үҙенә түгел, ә Йәһүәгә һәм Изге Яҙмаға йүнәлтеүе нисек күренә? (Илселәр 26:22-не ҡарағыҙ.)
Беҙ Пауылдан нимәгә өйрәнәбеҙ?
2. Кеше менән һөйләшкәндә ихтирам сағылдырһаҡ һәм үҙебеҙҙе баҫалҡы тотһаҡ, ул беҙҙе ҙурыраҡ теләк менән тыңлар.
Пауылдан өлгө алығыҙ
3. Кешеләргә аҡыл өйрәтмәгеҙ. Үҙегеҙҙе, әңгәмәсе бер нәмә лә белмәй, ә мин бөтә нәмәне беләм, тип уйлағандай тотмағыҙ. Хөрмәт менән һөйләшегеҙ.
4. Өйрәткәндәрегеҙҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнеүе асыҡ күренһен. Унда яҙылған фекерҙәр кешенең йөрәгенә үтеп инә ала. Йышыраҡ Изге Яҙмаға һылтанһаҡ, кешенең иманы беҙҙең һүҙҙәребеҙгә түгел, ә Алла Һүҙенә нигеҙләнәсәк.
5. Йомшаҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙең хаҡ икәнегеҙҙе иҫбатларға тырышмағыҙ. Кеше менән бәхәсләшмәгеҙ. Һәр ваҡыт тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм һөйләшеүҙе ваҡытында тамамлай белегеҙ — был да баҫалҡылыҡ билдәһе (Ғиб. һүҙ. 17:14; Тит. 3:2). Йомшаҡ итеп һөйләшһәк, бәлки, кеше беҙҙе икенсе юлы тыңлар.
ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ
Рим. 12:16—18; 1 Кәр. 8:1; 2 Кәр. 3:5