Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Домофон аша вәғәзләйбеҙ
Ни өсөн был мөһим? Домофон аша вәғәзләү тураһында уй ҡурҡытырға мөмкин. Быға ҡарамаҫтан, игелекле эштәргә ашҡыныуыбыҙҙы нисек кәметмәҫкә? Шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡайһы бер кешеләргә яҡшы хәбәрҙе домофон аша ғына еткереп була (Рим. 10:14). Вәғәзселәрҙең тәжрибәһе күрһәтеүенсә, домофон аша ла уңышлы вәғәзләп була (2011 йылғы «Йыллыҡ баҫма» (урыҫ), 65—66 б. һәм 2000 йылғы «Йыллыҡ баҫма» (урыҫ), 54 б., 3-сө абзацты ҡара). Ҡайһы бер кәңәштәрҙе ҡарап сығайыҡ.
Ошо айҙа былай эшләп ҡара:
Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында бер-берегеҙгә арҡа менән боролоп инеш һүҙҙәргә репетиция яһағыҙ.