Кисә алдынан һәм унан һуң Йәһәвә менән Ғайсанан үрнәк алып, ашҡыныусан булырһыңмы?
1. Ни өсөн Йәһәвә Шаһиттары Кисә алдынан һәм унан һуң күберәк вәғәзләргә тырыша?
1 Йәһәвә үҙ ниәтен ашҡынып башҡара. Алла Батшалығы килтерәсәк ҡайһы бер фатихалар тураһында Ишағия 9:7-лә: «Быны Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһәвәнең ашҡыныуы башҡарасаҡ», — тип әйтелә. Алланың Улы ла, ерҙә хеҙмәт иткәндә, ысын ғибәҙәт ҡылыуға ҡарата ҙур ашҡыныу күрһәткән (Яхъя 2:13—17; 4:34). Йыл һайын Кисә алдынан да, унан һуң да бөтә донъя буйынса йәшәгән миллионлаған вәғәзсе күберәк хеҙмәт итергә тырыша. Шулай итеп улар Йәһәвә менән Ғайсанан үрнәк алып, ашҡыныусанлыҡ күрһәтә. Һин улар араһында булырһыңмы?
2. 14 марттан башлап беҙ ниндәй сарала ашҡынып ҡатнашырбыҙ?
2 Кисәгә саҡырыу кампанияһы. Быйыл Кисәгә саҡырыу кампанияһы 14 мартта, шәмбе көнө башланасаҡ. Инде бөгөн хеҙмәттә ашҡынып ҡатнашырға планлаштыр. Йыйылыштар бирелгән ваҡыт эсендә үҙ территорияларының ҙур өлөшөн әүҙем рәүештә эшкәртергә тырышасаҡ. Өйрәнеүселәреңде, ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе, хеҙмәттәштәреңде, туғандарыңды һәм синыфташтарыңды саҡырыу ҡағыҙы йәки сайтыбыҙ ярҙамында саҡырыр өсөн бар тырышлыҡтарыңды ҡуй.
3. Март менән апрель айҙарында хеҙмәтте нисек киңәйтеп була?
3 Ярҙамсы пионер хеҙмәте. Ашҡыныу тойғоһо шулай уҡ хеҙмәтебеҙҙе киңәйтергә дәртләндерер. Беҙҙең күбебеҙ, һис шикһеҙ, март менән апрель айҙарында ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә алыр, сөнки беҙҙең 30 сәғәтлек норманы һайларға мөмкинлек буласаҡ. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу йәки шәхси өйренеү ваҡытында быны нисек эшләй алғанығыҙ тураһында доға ҡылып уйланығыҙ (Ғиб. һүҙ. 15:22). Кампанияла илһамланып ҡатнашыуығыҙ башҡаларҙы ла ашҡынып вәғәзләргә дәртләндерергә мөмкин. Әгәр хеҙмәттә күберәк ҡатнашыр өсөн саралар күрһәгеҙ, һеҙ Ғайсанан үрнәк алырһығыҙ, йәғни ашҡыныусанлыҡ күрһәтерһегеҙ (Марк 6:31—34).
4. Йәһәвә менән Ғайсанан үрнәк алып, ашҡыныусан булһаҡ, беҙ ниндәй фатихалар урырбыҙ?
4 Кисә алдынан һәм унан һуң Йәһәвә менән Ғайсанан үрнәк алып, ашҡыныусанлыҡ күрһәтһәк, беҙ мул фатихалар урырбыҙ. Территориябыҙҙағы күберәк кеше яҡшы хәбәрҙе ишетер. Беҙ Йәһәвәгә хеҙмәт итеүҙән һәм биреүҙән килгән шатлыҡ менән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерербеҙ (Ил. 20:35). Ә иң мөһиме — беҙ ашҡыныусан Аллабыҙҙы һәм уның Улын һөйөндөрөрбөҙ.