МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Һеҙ ҡоролоҡ йылында нимә эшләрһегеҙ?»
Иман һәм ышаныу бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, Йәһүәгә көслө иман уның беҙҙе яҡлаясағына һәм беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ышаныс бирә (Зәб 23:1, 4; 78:22). Был донъя төҙөлөшөнөң ахыры яҡынлашҡан һайын Иблистең һөжүме лә көсәйә барасағына беҙ ғәжәпләнмәйбеҙ (Ас 12:12). Беҙгә нимә ярҙам итер?
«ҺЕҘ ҠОРОЛОҠ ЙЫЛЫНДА НИМӘ ЭШЛӘРҺЕГЕҘ?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ниндәй осраҡта беҙ Иремия 17:8-ҙәге ағасҡа оҡшаш булырбыҙ?
Беҙҙең өсөн нимә «ҡыҙыулыҡ» булырға мөмкин?
«Ағас» ниндәй йоғонтоға дусар була һәм ни өсөн?
Иблис нимәне юҡ итергә теләй?
Ни өсөн беҙҙе тәжрибәле пассажирҙар менән сағыштырып була?
Ни өсөн беҙ «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсегә» ышанырға тейеш, һәм ышанысыбыҙ нисек һыналырға мөмкин?
Ни өсөн башҡаларҙың мыҫҡыллауына ҡарамаҫтан, беҙгә артабан да Изге Яҙмалағы принциптарҙың иң яҡшы икәненә ышанырға кәрәк?