Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb23 сентябрь 7 б.
  • Йәһүә халҡының файҙаһына тырышып хеҙмәт иткән көтөүселәр

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә халҡының файҙаһына тырышып хеҙмәт иткән көтөүселәр
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Ир ҡәрҙәштәр, һеҙҙең аҡһаҡалдар булырға маҡсатығыҙ бармы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
mwb23 сентябрь 7 б.

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүә халҡының файҙаһына тырышып хеҙмәт иткән көтөүселәр

Күптәр хакимлыҡҡа эйә булғандарҙы яратып бөтмәй. Был һис тә аптырарлыҡ түгел, сөнки тарих дауамында кешеләр хакимлыҡтарын үҙ файҙаһына ҡулланған (Мҡ 7:3). Йыйылыштағы өлкәндәрҙең хакимлыҡҡа дөрөҫ ҡарарға һәм уны Йәһүә халҡының файҙаһына ҡулланырға өйрәтелгәндәре өсөн беҙ бик рәхмәтле! (Әс 10:3; Мф 20:25, 26).

Ағай-ҡәрҙәштәрҙе яуаплы вазифаларға ынтылырға Йәһүәне һәм уның халҡына ҡарата яратыу дәртләндерә, бының менән улар ошо донъяла хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙән айырып тора (Ях 21:16; 1Пт 5:1—3). Ғайса етәкселегендәге өлкәндәр йыйылыштың һәр ағзаһына үҙен ғаиләлә кеүек хис итергә һәм Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итә. Улар Йәһүәнең һарыҡтарына рухи яҡтан да, ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда ла, афәттәр ваҡытында ла һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер. Әгәр һиңә кәңәш кәрәк булһа йә һине ниҙер борсоһа, йыйылышыңдағы өлкәндәрҙең береһенә мотлаҡ мөрәжәғәт ит (Яҡ 5:14).

«Көтөү тураһында хәстәрлек күргән көтөүселәр» тигән видеояҙманан күренеш. Өлкән Элиасты ҡосаҡлап ҡаршылай.

«КӨТӨҮ ТУРАҺЫНДА ХӘСТӘРЛЕК КҮРГӘН КӨТӨҮСЕЛӘР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Өлкәндәр Марьянаға нисек ярҙам иткән?

  • Өлкәндәр Элиасҡа нисек ярҙам иткән?

  • Был видеояҙма өлкәндәрҙең хеҙмәтенә ҡарата ҡарашыңа нисек тәьҫир итте?

Өлкәндәргә мөрәжәғәт ит:

  • йәшәү урының йә телефон номерың үҙгәрһә;

  • етди ҡыйынлыҡтар менән осрашһаң;

  • оҙаҡ ваҡытҡа берәй ҡайҙа китергә тура килһә;

  • алда һине ҡатмарлы операция көтһә йә дауаханаға ятырға кәрәк булһа;

  • етди гонаһ ҡылһаң.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу